Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Февраль 2019, 12:36

Социаль-иҡтисади үҫеш ҡәнәғәтләнерлек бара

Район Советының 30-сы ултырышында 2018 йылда Совет һәм район хакимиәте эшмәкәрлеге йомғаҡланды, 2019 йылға бурыстар ҡуйылды. Хакимиәт башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевтың докладын ҡыҫҡартылған рәүештә тәҡдим итәбеҙ.

Район Советының 30-сы ултырышында 2018 йылда Совет һәм район хакимиәте эшмәкәрлеге йомғаҡланды, 2019 йылға бурыстар ҡуйылды. Хакимиәт башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевтың докладын ҡыҫҡартылған рәүештә тәҡдим итәбеҙ.

Аҡса иҫәп ярата

Район бюджетының килем өлөшө 1 миллиард 915,5 миллион һумға үтәлә. 46 проценты - райондың үҙенең килемдәре. Был күрһәткес буйынса республиканың 63 муниципалитеты араһында Учалы 8-се урын биләй. 2017 йыл менән сағыштырғанда, төбәктең үҙ килеме 24 процентҡа артҡан. Дүрт ултыраҡта (Учалы ҡалаһы,Сәфәр, Ҡунаҡбай, Туңғатар) ыңғай динамика теркәлә.

Ведомство-ара муниципаль комиссия йыл ағымында 878 хужалыҡ объектын тикшерә, 49 миллион һум самаһы бурыс ҡайтарта. Һуңғы өс йылда 2,5 мең тирәһе йәшерен эш урындары рәсмиләштерелә, һалым түләнә башлай. Һуңғы биш йылда төрлө гранттар алып, районға өҫтәмә рәүештә 25,9 млн һум йәлеп ителде.

Сәнәғәт, бизнес

Үткән йыл район предприятиелары 37 миллиард 34 миллион һумлыҡ тауар етештерә һәм хеҙмәтләндереү күрһәтә. 2017 йыл менән сағыштырғанда 12,9 процентҡа артығыраҡ был күрһәткес.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, производство эшмәкәрлегенә предприятиелар 3 миллиард 493 миллион һум тирәһе инвестиция яһайҙар. Биш проект БР-ҙың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән.

Районда бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү буйынса ике муниципаль программа тормошҡа ашырыла. 2018 йылда 21 эшҡыуарға 12 млн һум тирәһе суммаға ярҙам күрһәтелә, был аҡсаға илле биш яңы эш урыны булдырыла, 426 булған эш урындары һаҡлап ҡалына. Әлеге мәлдә районда 1862 эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә, 2014 йылдан 270 берәмеккә арттылар. Ауыл хужалығында 2 миллиард 818 миллион һумлыҡ продукция етештерелә, 76 проценты шәхси йорт хужалыҡтарында.

3805,3 тонна ит, 39 727 тонна һөт, 224,1 тонна ҡымыҙ, 41,1 тонна бал етештерелә. 23 364 баш һыйыр малы, 5 637 баш йылҡы малы иҫәпләнә.

Ауыл хужалығында төп бурыстар араһында - ауыл хужалығы йәнлектәренә идентификация кампанияһын тамамлау. Бының өсөн аңлатыу эшен йәйедереү зарур: чиптар ҡуйыу, тамғалау - һалым түләтеүҙе арттырыу өсөн түгел, башлыса мал бурҙарына ҡаршы көрәште еңеләйтеү, йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороу өсөн башҡарыла. Яңы мал һуйыу пункттарын (Ахун һәм Туңғатар ултыраҡтарында) асыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә.

Райондың 48 процент кешеләрен ауыл халҡы тәшкил итә. Шуға ла, эш урындары барлыҡҡа килһен, биләмәләр үҫешһен өсөн ҙур күләмдә ауыл хужалығына ярҙам күрһәтелә. Былтыр төрлө сығанаҡтарҙан 49,2 миллион һумлыҡ субсидиялар бирелде.

Юлдар, йорттар, ЖКХ

Бер йылда 36 мең квадрат метр самаһы торлаҡ, шул иҫәптән, бер күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырыла. Дәүләт иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж 80 ғаилә 80 млн һум самаһы ярҙам ала, тип хәбәр ителә.

Төбәкте артабан газификациялау өсөн «Газпром» һәм республика бюджетынан 140 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелә.

Айырым билдәләргә кәрәк - БР капиталь төҙөлөш идаралығы тарафынан ҡаланың «Көньяҡ» биҫтәһендә газ селтәре һалыу, дауаханала яңы хирургия корпусы төҙөү, ҡалала бер мең урынлыҡ мәктәп төҙөү ниәттәре раҫланды.

Юл тотоуға һәм ремонтлауға 145,2 млн һум йүнәлтелә.Ҡалала махсус программа сиктәрендә егерме күп фатирлы йортта капиталь ремонт башҡарыла. «Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» программаһы сиктәрендә - 23 млн һум, «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса - 9 миллион һум үҙләштерелә.

Район бюджетының алтмыш проценттан ашыу өлөшө мәғариф өлкәһенә китә.

Мәғариф, медицина

Тәбәктә, балалар баҡсалары менән бергә ҡушып иҫәпләгәндә, 52 мәғариф учреждениеһы эшләй.

Демографик сәбәптәр менән балалар баҡсаларына йөрөүселәр кәмей, мәктәпкә барыусылар арта. Проблеманы тулыһынса хәл итеү өсөн мотлаҡ яңы мәктәп төҙөү талап ителә, проект әле дәүләт экспертизаһы үтә.

Һаулыҡ һаҡлау системаһы республика ҡарамағында, шулай ҙа район властары ла яуаплы. Дөйөм алғанда, система тотороҡло эшләй. Яңыса ойоштороу формаларын, фән ҡаҙаныштарын ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә башлаған.

Һәйтәктә модулле ФАП төҙөлә. Былтыр өс дана медицина транспорты, быйыл - биш «Ашығыс ярҙам» һәм күсмә фельдшер-акушер пункты ҡайтартылды.

Һәр саҡ актуаль проблема - медицина белгестәре етешмәүе. Персоналдың тупаҫлығына ла ялыуҙар бар.

Мәҙәниәт, спорт

Төбәктә йөҙ ҙә ун алты мәҙәниәт учреждениеһы иҫәпләнә. Матди-техник базаны нығытыуға байтаҡ аҡса һалына килә. Үкенескә ҡаршы, байтаҡ мәҙәниәт йорттарында һалҡын, кеше аҙ йөрөй. Иң үкенеслеһе - хәлде тамырҙан яҡшыртыу буйынса инициативалар бигүк беленмәй. Мәҙәниәт бүлегенә тапшырам - белгестәрҙең квалификацияларын күтәреү, сараларҙы юғарыраҡ кимәлдә үткәреү, грант конкурстарында ҡатнашыу эше менән нығыраҡ шөғөлләнергә кәрәк. Йәштәрҙе күберәк йәлеп итеү талабы ҡуйыла: эш таба алмайынса сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын тамамлаусы ҡыҙ-егеттәр күпләп ситкә китә, шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт өлкәһендә олоғайған хеҙмәткәрҙәр күп.

Масса саралары ойоштороу, сәләмәт йәшәйеш образын пропагандалау приоритет йүнәлеш булырға тейеш. Ауыл йәштәре иғтибар үҙәгендә булһын. Белгестәр етешмәүгә һылтанмайынса, ауылдағы йәш уҡытыусылар менән бер төптән тотоноп эш итеү зарур. Әлеге алкоголизм, суицидтар, миграция кимәле булғанда, был йүнәлештәге эште һис тә ҡәнәғәтләнерлек тип әйтерлек түгел.

Халыҡ менән эш

Нимә генә районда эшләнмәһен - барыһы ла тормош сифатын күтәреүгә йүнәлтелә. Был йүнәлештә «Инцидент» системаһы оператив эш итергә булышлыҡ итә. Октябрҙән бөгөнгө көнгә тиклемге осорҙа яуап бирелеп, 131 мөрәжә-ғәт контролдән алынды. БР Хөкүмәте ултырышында ҡаралды, был йәһәттә Учалы иң имен егерме муниципалитет исемлегендә.

Бөтә етәкселәргә социаль селтәрҙәрҙә күтәрелгән проблема-дәғүәләргә иғтибарҙы арттырыу зарур.

Быйыл Рәсәйҙә Театр йылы билдәләнә, ә республикала - Башҡортостандың 100 йыллығын үткәрәбеҙ. Ауыл Советтары депутаттарын, БР Башлығын һайлауҙарҙы ойоштороу бурысы тора.

Доклад менән район хакимиәте сайтында танышырға мөмкин, электрон адрес - https://uchaly.bashkortostan.ru/documents/reports/896784/.

Илшат ӘҒЛӘМОВ әҙерләне.
Читайте нас: