Үҙәк ҡала дауаханаһының автопаркы күсмә ФАП менән тулыланыуы тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҙғайныҡ (хаҡы һигеҙ миллион һум самаһы). ПАЗ автобусында урынлашҡан фельдшер-акушер пункты ҙур яңылыҡ булды.
- Күсмә ФАП-тың эсендә диагностикалау һәм дауалау ҡорамалдары урынлаштырылған, хатта ноутбукка тиклем бар. Бында иң кәрәкле медицина тикшереүе үтергә була, шул иҫәптән, профилактик саралар, диспансеризация. ФАП-тың ҡайҙа юлланасағын алдан уҡ хәбәр итәбеҙ. Тәүҙә район Советы исеменә хат яҙабыҙ. Улар, үҙ сиратында, ауыл Советтарына хәбәр еткерә, - ти үҙәк ҡала дауаханаһының баш табиб урынбаҫары Жанна Балясова.
Мобиль пункттың нисек эшләгәнен бик күрге килә ине, ошо көндәрҙә уңайы килеп сыҡты. График буйынса кесаҙна Һәйтәк ауылына юлланғандарын ишетеү менән шунда киттек.
Әйткәндәй, ауылда әлеге ваҡытта фельдшер-акушер пункты эшләмәй. Элеккеһе иҫкергән, уның урынына былтыр модулле ФАП төҙөй башланылар, быйыл тапшырырға ниәтләйҙәр. Күсмә ФАП мәҙәниәт усағы алдында туҡтаған. Бик уңайлы, килгән халыҡ урамда өшөп тормай, сираты еткәнсе бина эсенә инеп йы-лынып сыға. Сәғәт иртәнге 10.00, табиптарға күренергә теләүселәр байтаҡ. Мобиль пункт менән Учалы участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә килгән. Терапевт Рәзилә Хаджиева пациенттарҙы ентекләп ҡарай.
- Бөгөн, нигеҙҙә, ауыл халҡының күбеһе диспансеризация үтеү өсөн килгән. Һәйтәктә быйыл 79 кеше тикшереү үтергә тейеш. Быға тиклем ай һайын ауылдар буйлап ҡабул итеүҙәргә йөрөй торған инек, хәҙер иһә күсмә ФАП менән сығасаҡбыҙ. Бик уңайлы, урында уҡ ЭКГ үткәрелә, гинеколог ҡарай, анализдар бирәһең, - ти Рәзилә Рамаҙан ҡыҙы.
Педиатр Әлиә Вәлиева иһә бөгөн балаларҙы ҡабул итә. Һәйтәк ауылында яңы тыуғандарҙан алып 18 йәшкәсә 73 бала иҫәпләнә. Әлиә Рифҡәт ҡыҙы табип-эндокринолог та. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, 2015 йылда «Ауыл табибы» программаһы буйынса Учалы участка дауаханаһына эшкә ҡайта. Уның участкаһында 1023 бала иҫәпләнә. Педиатр менән һөйләшкән арала ФАП-ҡа сабыйын күтәргән йәш ҡатын инде.
- Илсенәнбеҙ, улым һыуыҡ тейҙереп, кинәт ауырып китте. Дауаханаға килгәйнек, табиптың бында икәнен ишеттек, беҙҙе ҡарап ебәрмәҫһегеҙме? - тип үтенде.
Әлиә Вәлиева тәүҙә фонендоскопын алып, баланы ентекле тыңланы, ҡағыҙға тейешле күрһәтмәләр яҙҙы.
Ошо ауылда йәшәүсе Гүзәл Насирова ла табиптар ҡабул итәсәген ишетеп килгән.
- Фельдшерыбыҙ әле оҙайлы ялда, шуға ҡарамаҫтан, алдан уҡ шылтыратып, өй буйынса йөрөп әйтеп сыҡты. Магазин алдында иғлан элеп ҡуйылған. Быйыл диспансеризация үтергә тейешмен. Ҡайһы берҙәрен үткәнмен, бер нисәүһе генә ҡалған. Үтеп бөтөп ҡуяйым, - ти йәш ҡатын.
Идиә Кирәеваны ла һуңғы арала һаулығы йыш борсой.
- Терапевҡа күренеп, бер ыңғайы күрһәтмә алайым, тип килдем. Ауылда фельдшер булмағас, ҡыйын, беҙҙең кеүек оло кешегә бигерәк тә. Укол яһатырға ла Учалыға барырға кәрәк, - ти ханым.
Күсмә ФАП ауылдарға 15 февралдән сыҡҡан. Әлегә тиклем Урал, Юлдаш, Ҡунаҡбай, Муса, Абҙаҡ, Амангилделә булғандар. Халыҡты эш көнө аҙағынаса, һуңғы пациентҡа тиклем ҡабул итәсәк. Шуға ла ауылығыҙға мобиль пункт киләсәген ишетһәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ.