Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
3 Март 2019, 02:34

Һеҙҙә нисек, ә беҙҙә...

Һәр йылдағыса Ватанды һаҡлаусылар көнөнә инде 10-сы тапҡыр хоккей ярыштары уҙғарылды. Хоккей тигәс тә, профессиональ хоккейға тиңләп булмай. Барыһы ла боҙ өҫтөнә халыҡ йыйылғас башлана. Ошонда уҡ командалар йыйыла, судья һәм капитандар һайлана.

Һәр йылдағыса Ватанды һаҡлаусылар көнөнә инде 10-сы тапҡыр хоккей ярыштары уҙғарылды. Хоккей тигәс тә, профессиональ хоккейға тиңләп булмай. Барыһы ла боҙ өҫтөнә халыҡ йыйылғас башлана. Ошонда уҡ командалар йыйыла, судья һәм капитандар һайлана.

Уйынды “Кейәүҙәр” һәм “Уландар” командалары башлап ебәрә. Еңеүселәр һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар командаһы һәм балалар менән уйнай. Аяҡта – быймалар, ҡулда муйылдан юнып яһалған таяҡтар – уйна ла уйна ғына.
Быйыл ауыл хакимиәте башлығы Сажиҙә Шәрипованың тәҡдиме буйынса Яңы Байрамғол, Һөйәрғол, Ҡәйепҡол һәм Муса ауылы командалары үҙ-ара көс һынашты. Боҙ өҫтө гөрләп торҙо, уйын үтә лә сәмле барҙы. Ҡәйепҡол комнадаһының һис алдынғылыҡты бирәһе килмәһә лә, Яңы Байрамғол командаһына ҡаршы тора алманы. Беренселек - Яңы Байрамғолдарҙа, икенсе урын - Ҡәйепҡолдарҙа, почетлы өсөнсө – хужалар менән һөйәрғолдарға тәтене. Уйынды ҡарап тороусы тамашасылар оло-оло ағайҙарҙың боҙ өҫтөнә йығылып, һуҙылып ятып, һикереп тороп, тағы уйынға ҡушылып китеүҙәре мәҙәк тә, ҡыҙыҡ та булғандыр, ихлас “көйҙөләр“ бит.
Уйынды судья итеп һайланған Муса кейәүе Лирман Фәтҡуллин менән ошо уйынды башлап ебәреүсе Сәриә Ғарипова алып барҙылар. Уларға Учалынан килгән йәш белгес Лилиә Әдип ҡыҙы ярҙам итте. Уйынсыларҙы ихлас ҡотлап, бүләкләүсе Сажиҙә Шәүкәт ҡыҙы булһа, тәмле самауыр сәйе, майлы ҡоймаҡ, йыуаса, былау менән һыйлаусы клуб мөдире Гөлназ Яҡупова ине. Уға Ләйсән Нәбиуллина, Айһылыу Шәрипова, Гүзәл Кинйәбаева йүгереп йөрөп ярҙамлаштылар. 80-де үткән үткән Нурия Шакирова менән Сәлиха Фәхретдинова ла ситтә ҡалманылар, күстәнәстәрен тотоп килеп еткәндәр. Балалар ҙа буш ҡалманы. Альбина Нәбиуллина ҡәйнәһе менән уларҙы төрлө уйындар уйнатып тәмлекәстәр менән һыйлаһа, боҙ бушағас, Сәриә Ғарипова менән Фәнүзә Сафиуллина хоккей ярышы ойошторҙолар.
Барыһы ла күтәренке байрам кәйефендә таралышты. Командалар туплап, уйынға килтереүсе Гөлнур Вәлиуллинаға, Гөләйшә Әхмәткирәеваға, Татьяна Мирхәйҙәроваға ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, эштәрендә уңыш теләйбеҙ.
Фәниә ЛОҠМАНОВА, Муса ауылы.
Читайте нас: