Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
7 Март 2019, 10:56

Ауыл ҡотон һаҡлай гүзәл заттар

Боронғо бер легенда буйынса, Амалфея исемле кәзәнең һөтөн эсеп нығына Зевс. Боронғо Римда был һөт менән талаҡты дауалағандар.

Боронғо бер легенда буйынса, Амалфея исемле кәзәнең һөтөн эсеп нығына Зевс. Боронғо Римда был һөт менән талаҡты дауалағандар.

Кәзәне юҡҡа сығарырға маташҡан ваҡыттар ҙа булған. Хатта һөтөн «ағыу» тип тә атағандар. Шөкөр, һаҡалтай хайуанды бөтөрөргә тырышыу заманы артта ҡалды. Медицина белгестәре, әсә һөтөн алмаштырыу талап ителгән ваҡытта, кәзә һөтөнән дә уңышлырағы юҡ, ти.

Земфира Шәрипова Илтабан ауылына алыҫ Узбәкстандан күсеп килә. Бар ғүмерен Урта Азияла уҙғарған ҡатынды, олоғая башлағас, тыуған яҡтары үҙенә тарта һәм ул өләсәһе Хәкимә йәшәгән ауылға килеп төпләнә. Тау башындағы ташландыҡ ерҙе үҙенең исеменә яҙҙырып, сүп-сар менән баҫыла башланған ерҙе таҙартып, аласыҡ төҙөп сыға һәм, иң беренсе эше итеп, Урал ауылынан Милена ҡушаматлы кәзә һатып ала. Шунан Земфира апай Бөйҙөнән Снежананы, Гадяны, Косуляны алып ҡайта. Шулай итеп, өлгөр хужабикәнең малы үрсеп, ике тиҫтәгә етә. Һәр кәзәһенең ҡушаматы бар - тиктормаҫ Василиса, Меркель, Катя Косуля, Роза, Ромашка һәм башҡалар. Береһе һауҙырыуға, икенсеһе сиратҡа баҫа.

Кәзәгә теләһә нимә ашатырмын да, туйыр әле, тип уйларға ярамай тигән фекерҙә әңгәмәсем. Ул һыйыр кеүек аяҡ аҫтында ятҡан бар нәмәгә лә ябырылмай. Хайуан тик файҙалы матдәләргә бай аҙыҡты ғына һайлай.

- Бесәнде лә һайлап ҡына ашайҙар. Таҙа һыу ғына эсәләр. Иң яратып ашағандары - һоло, икмәк, шәкәр сөгөлдөрө, ҡауын, шыршы, ҡарағай ағастарының энәләре. Картуфты йыуып ҡына бирәм үҙҙәренә. Кәзә бәрәстәренә йылы һөт һәм бутҡа биреү мөһим.

Ҡышҡылыҡҡа ағас япрағы, кесерткән, әрем әҙерләйем - малҡайҙарға шәп витамин. Ҡабаҡты бик яраталар. Улар өсөн генә баҡса тултырып ҡабаҡ үҫтерәм, - тип оло кинәнес менән һөйләй малҡайҙары хаҡында Земфира ханым.

Һөтлөкәйҙәрен ел-дауылдан ҡурсалау өсөн йылы ҡура төҙөлгән. Түбәһен поликарбонат менән ябып, бик уңайлы эшләгәндәр, сөнки ҡышын ҡар ятмай. Яҡты ла, ҡояш нурҙары уйнап, йылытып тора. Һарай һәр ҡайһыһы өсөн тиерлек махсус бүленгән. Яңы тыуған кәзә бәрәстәренә егерме көн тирәһе булғас, айырып, йылы бүлендектә тоталар. Һарайҙа йылылыҡ бер температурала тора. Һауа температураһын үлсәр өсөн махсус термометр урынлаштырылған.

Был эштәрҙе атҡарырға Земфира Фуат ҡыҙына Артур улы ярҙам иткән. Артур - рәссам, Санкт-Петербург ҡалаһында сәнғәт академияһын тамамлаған. Әсәһе янына ҡунаҡҡа ҡайтҡанында: «Әсәй, мин дә һинең янға күсеп ҡайтам, Питерҙа ҡояш, һауа етмәй, - тип хәбәр һала. Әсәй кеше ризалаша, әлбиттә. Участка алғас, Артур үҙенә оҫтахана төҙөй, хәҙер рәхәтләнеп, кинәнеп шунда ижад итә үҙе.

Хужабикә ҡышҡылыҡҡа ғына илле килограмға яҡын сыр эшләгән. Сәйҙе лә кәзә һөтө менән генә эсәм, ти. Һөтөн-ҡымыҙын һатып, килем дә ала. Йәш малҡайҙарҙы һатыуға ла сығара. Һәр яҡлап файҙа күрә.

Улы ярҙамында 25 метр оҙонлоҡта, эсе йылытылған теплица эшләп ҡуйғандар. Теплицаның дөйөм майҙаны 72 квадрат метр. Земфира Фуат ҡыҙы борос, помидор һәм башҡа бик күп йәшелсә үҫентеләрен ултыртҡан да инде. Былтыр декабргә тиклем ошо теплицанан йәшел һуған өҙөп ашағандар яҡташтарыбыҙ.

Өлгөр хужалар тағы ла бер шөғөл - тауыҡ үрсетеү менән дә шөғөлләнәләр. Бының өсөн улар Сыуашстандан күмәртәләп йомортҡа һала торған тауыҡтар килтергәндәр.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.


Читайте нас: