Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
7 Март 2019, 11:32

Көслө һәм гүзәл зат вәкилдәре

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда 3 процентҡа күберәк. 8 март алдынан Республика статистика хеҙмәте көслө һәм гүзәл зат вәкилдәре һанын сағыштырған.

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда 3 процентҡа күберәк. 8 март алдынан Республика статистика хеҙмәте көслө һәм гүзәл зат вәкилдәре һанын сағыштырған.
ортостанда ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда 3 процентҡа күберәк
Бөгөнгә 2 миллион 200 мең ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. Ир-егеттәр 66 меңгә аҙыраҡ. Шул уҡ ваҡытта малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуа. Яҡынса 25-30 йәштәргәсә ир-егеттәр күберәк. Һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар һаны арта бара. Оло йәштәрҙә гүзәл зат вәкилдәре ике тапҡырға күберәк.
Шулай уҡ республикала 47% ҡатын-ҡыҙ эшләй. Күберәге – 86 процент белем биреү үҙәгендә һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә - 84 процент.
Юғары уҡыу йорттарында ла күпселек ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә – 54,9 процент.
Читайте нас: