Был яҙ байрамы айырым йөкмәткегә эйә, шуға күрә төбәгебеҙҙә йәшәүсе һәр гүзәл затҡа сабырлыҡтары, аҡылдары, тормошто күркәмерәк итергә тырышыуҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Байрам көнөндә герой-әсәләргә, күп балалары әсәләргә, етем балаларҙы тәрбиәгә алыусыларға сикһеҙ хөрмәтемде белдерәм. Ейәндәренә дөрөҫ юл күрһәтеүсе өләсәйҙәр ҙә ихтирамға лайыҡ. Беҙҙе замана ҡатын-ҡыҙының аҡылы һәм ҡыйыулығы һоҡландыра - һеҙ хеҙмәт даирәгеҙҙә лә уңыштарға өлгәшәһегеҙ, йәмәғәт тормошонда ла әүҙемлек күрһәтәһегеҙ, ғаилә усағын да ел-ямғырҙарҙан һаҡлайһығыҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм һеҙҙең менән һоҡланабыҙ. Ихлас күңелдән барығыҙға ла бәхет, һаулыҡ, именлек һәм мөхәббәт теләйем.