Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
7 Март 2019, 11:30

Райондашыбыҙға миҙал бирелде

«Торатау» Конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан тантаналы ҡабул итеү үтеүе тураһында хәбәр ителде.

«Торатау» Конгресс-холында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан тантаналы ҡабул итеү үтеүе тураһында хәбәр ителде. Унда хеҙмәттәрендә уңыш ҡаҙанған гүзәл заттар – табиптар, уҡытыусылар, фән эшмәкәрҙәре, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһе вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты. – Беҙ йыл һайын 8 март байрамы алдынан ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып, уларға иң изге теләктәребеҙҙе еткерергә булдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн залда Башҡортостаныбыҙҙың иң аҫыл гүзәл заттары йыйылған. Улар үҙҙәренең фиҙәҡәр хеҙмәттәре менән республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индерә. Һеҙҙең һәр берегеҙҙе яҡынлашып килгән байрама менән ҡотлайым. Төбәк етәксеһе түгел, ә тәү сиратта ир-егет булараҡ әйтергә теләйем – һеҙ беҙҙең өсөн юл күрһәтеүсе маяҡ. Беҙ матур сифаттарыбыҙ өсөн тап әсәйҙәребеҙ, апайҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙға бурыслы. Һеҙгә оло ихтирам һәм тәрән хөрмәтебеҙҙе белдерәм. Бәхетле булығыҙ, яратылып һәм яратып йәшәгеҙ! Ә 5 март Башҡортостандың күп балалы 45 ҡатын-ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Республика наградаһы һәм аҡсалата премия биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә бирелә. 1998 йылдан башлап төбәктә бөтәһе 7,5 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо абруйлы исемгә лайыҡ булған. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе улар өсөн әһәмиәтле ваҡиға һәм яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән тәбрикләне. «Һеҙ — республикабыҙҙың алтын фонды. Бер ғаиләнең бәхете генә түгел, ә республиканың, илдең именлеге һеҙҙең хеҙмәткә бәйле, — тип мөрәжәғәт итте ҡатын-ҡыҙҙарға республика етәксеһе. — Халҡыбыҙ мәҙәниәтендә ҙур ғаилә әле лә бәхет һәм яҙмыш бүләге тип иҫәпләнә. Бөгөн беҙҙең республикала 46 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй, уларҙа 205 меңдән күберәк бала тәрбиәләнә. Дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәренең береһе — социаль. Балаларыбыҙ үҫешһен, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ беҙгә улдар һәм ҡыҙҙар бүләк итһен өсөн балалар баҡсалары, мәктәптәр, поликлиникалар, дауаханалар, спорт майҙансыҡтары, бассейндар төҙөүҙе тағы лә әүҙемерәк дауам итербеҙ. Бөгөн беҙ 45 әсәне бүләкләйбеҙ, бөтәгеҙгә 257 бала. Һеҙ бик бай һәм бәхетле! Ата-әсә ҡаһарманлығы хөрмәт уята һәм башҡа ғаиләләр, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн өлгө булып тора. Балаларығыҙ сәләмәт һәм бәхетле булып үҫһен, һәйбәт уҡыһын һәм, иң мөһиме, лайыҡлы кешеләр булһын». «Әсәлек даны» менән бүләкләнеүселәр араһында райондашыбыҙ ҙа бар -Мостафина Гөлназ Сабит ҡыҙы. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: