Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Март 2019, 13:02

«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

Балалар өсөн «Бирешмә!» беренсе башҡорт сериалы телевизион программа сиктәрен үтеп, социаль пректҡа әүерелде. Сериалдың төп геройҙары Гәлсәр, Хәйҙәр, Гөлгөнә, Данир бөтә Башҡортостан үҫмерҙәренең яратҡан тиҫтерҙәре. Социаль селтәрҙәр аша тығыҙ аралашып, яңынан-яңы әһәмиәтле проекттар уйлап табып, тапшырыу, концерт, акция форматында изге эштәр атҡарыуын дауам итә «Бирешмә!» төркөмө.

Балалар өсөн «Бирешмә!» беренсе башҡорт сериалы телевизион программа сиктәрен үтеп, социаль пректҡа әүерелде. Сериалдың төп геройҙары Гәлсәр, Хәйҙәр, Гөлгөнә, Данир бөтә Башҡортостан үҫмерҙәренең яратҡан тиҫтерҙәре. Социаль селтәрҙәр аша тығыҙ аралашып, яңынан-яңы әһәмиәтле проекттар уйлап табып, тапшырыу, концерт, акция форматында изге эштәр атҡарыуын дауам итә «Бирешмә!» төркөмө.
«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы көслө рухлы, тәүәккәл, маҡсатлы,һәләтле, белемле үҫмерҙәргә хөрмәт күрһәтеү, ижад, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереү, уларҙы баһалау, тиҫтерҙәренә өлгө итеп ҡуйыу, яңы үрҙәргә дәртләндереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Премияға 8 йәштән 18 йәшкә саҡлы фән, әҙәбиәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән, ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, үҙ һүҙен әйткән, башҡорт телендә ижад иткән, батырлыҡ күрһәткән һәр үҫмер дәғүә итә ала. Дәғүәселәр ғариза(заявка) тултырып, фото(8-10 фото) һәм диплом-грамоталарын беркетеп, «Бәйләнештә» селтәрендә «Бирешмә!» төркөмөнә төркөмөнә "Сообщения" аша ебәрә: https://vk.com/bireshma_serial ебәрә.
Ғаризалар 24 мартҡа тиклем генә ҡабул ителә. Ә 7 апрелдә, еңеүселәрҙе«Бирешмә!» төркөмөнөң ҙур концертында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында бүләкләү тантанаһы көтә. Еңеүселәргә кубок һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ. Бар ҡатнашыусыларға ла диплом биреләсәк
Премияның номинациялары: Бирешмә! Телде үҫтер!(башҡорт телен ҡәҙерләгән, үҫтергән, әҙәбиәтен, ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән, таратҡан өсөн), Бирешмә! Ярҙам ит! (Бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙған йәш батырҙар өсөн), Бирешмә! Белемгә ынтыл!( фәндә, уҡыуҙа тос уңышҡа ирешкән белермән үҫмерҙәргә), Бирешмә! Ереңде һаҡла!(Тыуған ерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән йәш экологтарға), Бирешмә! Ижад ит! (Сәнғәттә үҙ һүҙен әйтергә ынтылған тынғыһыҙ йәш ижадсылар өсөн), Бирешмә! Көслө бул!(спортта юғары ҡаҙаныштар яулаған көслө үҫмерҙәргә), Бирешмә! Медиадонъяны яула! ( йәш режиссер, оператор,анимация рәссамдары, журналистар, фотографтар, блогерҙар өсөн).

«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы
Маҡсатыбыҙ
Көслө рухлы, тәүәккәл, маҡсатлы,һәләтле, белемле үҫмерҙәргә хөрмәт күрһәтеү, ижад, хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереү, уларҙы баһалау, тиҫтерҙәренә өлгө итеп ҡуйыу, яңы үрҙәргә дәртләндереү
Идея
«Бирешмә!» төркөмө
Ойоштороусылар
«Башҡортостан» ТРК ДУП «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы
Мәғлүмәти терәк
«БСТ» телеканалы
«Юлдаш» радиоһы
Премия тәртибе
Премияға 8 йәштән 18 йәшкә саҡлы ҡаршылыҡтарҙы йырып сығып, фән, әҙәбиәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән, үҙ һүҙен әйткән, башҡорт телендә ижад иткән, батырлыҡ күрһәткән һәр үҫмер дәғүә итә ала.
Дәғүәселәр ғариза(заявка) тултырып, фото(8-10 фото) һәм диплом-грамоталарын беркетеп, «Бәйләнештә» селтәрендә «Бирешмә!» төркөмөнә төркөмөнә "Сообщения" аша ебәрә: https://vk.com/bireshma_serial ебәрә.
Ғаризалар 24 мартҡа тиклем ҡабул ителә
Еңеүселәрҙе 7 апрелдә, «Бирешмә!» төркөмөнөң ҙур концертында
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында бүләкләйбеҙ.
Еңеүселәргә кубок һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ.
Бар ҡатнашыусыларға ла диплом биреләсәк
Баһалаусылар
«Бирешмә!» төркөмө
Башҡортостандың билдәле йәштәре
Номинациялар
1. Бирешмә! Телде үҫтер!
Башҡорт телен ҡәҙерләгән, үҫтергән, әҙәбиәтен, ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән, таратҡан өсөн
2. Бирешмә! Ярҙам ит!
Бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙған йәш батырҙар өсөн
3. Бирешмә! Белемгә ынтыл!
Фәндә, уҡыуҙа тос уңышҡа ирешкән белермән үҫмерҙәр өсөн
4. Бирешмә! Ереңде һаҡла!
Тыуған ерен һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән йәш экологтар өсөн
5. Бирешмә! Ижад ит!
Сәнғәттә үҙ һүҙен әйтергә ынтылған тынғыһыҙ йәш ижадсылар өсөн
6. Бирешмә! Көслө бул!
Спортта юғары ҡаҙаныштар яулаған көслө үҫмерҙәр өсөн
7. Бирешмә! Медиадонъяны яула! *
Йәш режиссер, оператор,анимация рәссамдары, журналистар, фотографтар, блогерҙар өсөн
* Ҡыҫҡа метражлы һәм анимация фильмдарының дауамы – 13 минуттан артмаҫҡа тейеш. Видео avi, mpeg4, mp4 форматарҙа ҡабул ителә.
Белешмә өсөн телефон 8 905 355 40 05 Гөлшат Сәғит ҡыҙы Ғәлиуллина.

«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

ҒАРИЗА

1.Номинация___________________________________________________________
2. Исем, фамилияң _____________________________________________________
3. Тыуған көнөң________________________________________________________
4. Уҡыған урының _______________________________________________________ _______________________________________________________________________
5. Уңыштарың __________________________________________________________ _______________________________________________________________________ _______________________________________________________________________ _______________________________________________________________________ _______________________________________________________________________
6. Премияға тәҡдим иткән эштәрең ________________________________________ ________________________________________________________________________ ________________________________________________________________________ ________________________________________________________________________
7. Адрес ________________________________________________________________
8. Телефон номеры _______________________________________________
9. *Мин, __________________________________________ғаризала күрһәткән мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн раҫлайым һәм был мәғлүмәтте «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһын ойоштороусылары ҡулланыуына ризалығымды бирәм ___________________ (____________________________________) ________________ ҡултамға исем, фамилия дата
* 9-сы пунктты 18 йәшкә тиклемге ҡатнашыусының ата-әсәсһе тултыра, ҡул ҡуя

Читайте нас в