Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
22 Март 2019, 10:22

Яңы ҡорамалдарҙа эшләйҙәр

Үҙәк ҡала дауаханаһының теш дауалау бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы Татьяна Фәттәхова оло кинәнес менән кабинеттар буйлап йөрөтөп, яңы ҡора-малдар менән таныштыра.

Үҙәк ҡала дауаханаһының теш дауалау бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы Татьяна Фәттәхова оло кинәнес менән кабинеттар буйлап йөрөтөп, яңы ҡора-малдар менән таныштыра.Ағымдағы йылдан поликлиниканың стоматология бүлексәһе ҙур үҙгәрештәр кисерә. Косметик ремонт яһап, евро тәҙрәләр ҡуйғандан һуң, кабинеттар яҡтырып ҡалған, йәм ингән, һиҙелерлек йылынған да.

Теш дауалау кабинеттары биш креслонан тыш, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Мәҫәлән, ультралайт камераһы арҡаһында инструментты стерилләргә була, һанлы радиовизиграф ярҙамында күсермә (снимок) эшләп, компьютер аша ҡарарға мөмкинлек бар. Датчикты ауыртҡан тешкә ҡуйып, монитор аша күҙәтеү алымы ҡулланыла. Тештәрҙе дауаларға, тергеҙергә, һаҡлап ҡалырға, протездар ҡуйҙыртырға мөмкинлек бар - бүлексә кәрәкле инструменттар менән тәьмин ителгән.

- Эшләүе үҙе бер кинәнес, бар уңайлылыҡтар булдырылған - заманса креслоларҙан башлап, махсус яҡтыртҡыс лампаларына тиклем, - ти теш табиптары шатланып.

Бөгөнгө көндә ҡабул итеүҙәрҙә бер юлы дүрт стоматолог-терапевт, стоматолог-хирург, ортодонт, ике балалар теш табибы һәм шәфҡәт туташтары эшләй. Шулай уҡ ҡаланың 3-сө лицейында, 10-сы мәктәбендә, 1-се Башҡорт лицейында һәм хәрби комиссариатта стоматология кабинеттары булдырылған икән.

- Стоматологик креслоларҙы һәм ҡорамалдарҙы алыуҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. 3,2 миллион һумлыҡ сертификат комбинаттың генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин тарафынан Яңы йыл алдынан тапшырылғайны. Шул аҡсаның 1,7 миллион һумы стоматологик кресло-лар һатып алыр өсөн тотонолдо. Элекке креслолар бик иҫке - егерме йылдан ашыу хеҙмәт иттеләр. Шулай уҡ техник яҡтан да сафтан сығып бөткәйнеләр. Үҙ көсөбеҙ менән стоматологик кабинеттарҙа ремонт эшләгәс кенә яңы ҡорамаларҙы урынлаштырҙыҡ, - ти дауахананың баш табип урынбаҫары Жанна Балясова.

Стоматология бүлексәһендә күп төрлө хеҙмәттәр күрһәтелә. Пациенттарға уңайлы булһын өсөн алдан яҙылыу (ҡайһы көнгә, сәғәткә килергә) мөмкинлеге бар. Теш түҙгеһеҙ һыҙлаған осраҡта алдан яҙылмайынса ла пациентты ҡабул итеп, тештәрҙе дауалау ҡаралған.

Үҙәк ҡала дауаханаһы яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителеү маҡсатында бөтә алымдарҙы файҙалана. Мәҫәлән, 2017 йылда 2,6 миллион һумға 27 ҡорамал һатып алынһа, уҙған йылда медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн 15 миллион һумлыҡ 61 берәмек кәрәк-яраҡ ҡайтарылған.

Шулай уҡ район ФАП-тарына ла ҙур ярҙам күрһәтелә. Дөйөм алғанда, 2014 йылдан 2018 йылға тиклем Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 9,4 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән.

Алһыу ХАННАНОВА.


Читайте нас: