Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Март 2019, 10:37

Ахунда модулле мал һуйыу цехы асылды

Ауыл халҡының күҙ терәп торған берҙән-бер килем сығанағы - мал. Әлбиттә, был еңел эштәрҙән һаналмай.

Ауыл халҡының күҙ терәп торған берҙән-бер килем сығанағы - мал. Әлбиттә, был еңел эштәрҙән һаналмай.

Йәй дауамында мал аҙығы әҙерләргә, ҡышлатыу миҙгелен юғалтыуһыҙ сығырға кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, тырыш ғаиләләр мал һанын арттырып, етеш тормошта йәшәргә ынтыла. Әммә илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына һәм Таможня союзына (ВТО) кереүе, иткә, һөткә һәм уларҙан эшләнгән аҙыҡ-түлеккә ҡарата булған талаптарҙы тағы ла ҡатыландырҙы. Хәҙер һатыуға сығарыла торған, иткә тигән мал-тыуар махсус пункттарҙа боғаҙланырға тейеш.

Районыбыҙҙа Учалы ҡалаһында, Озерныйҙа һәм «Юлдаш» йәмғиәтендә мал һуйыу цехтары эшләй. Ошо көндәрҙә Ахун ауылынан фермер Фазылйән Садиҡов бер төркөм ауылдаштары менән кооперативҡа берләшеп, мал һуйыу цехы асты. Модулле пункттың хаҡы 2,5 миллион һумға барып баҫа. Уның 1,7 миллион һумы республика ҡаҙнаһынан субсидия рәүешендә алынған. Ҡалған сумманы кооперативҡа ингән ун кеше ҡаплаған. Яңы бинаны асыу тантанаһында республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы яҡташыбыҙ Азат Йыһаншин ҡатнашты.

Мал боғаҙлау цехы Фазылйән Садиҡовтың хужалығы биләмәһендә урынлашҡан. Әйткәндәй, Фазылйән ағай аяғында ышаныслы баҫып торған, хужалығын үҫтереүгә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән фермерҙарҙың береһе. Ул үҙ эшмәкәрлеген 2000 йылда башлай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Фазылян Исмәғил улы бер йүнәлештә генә эшләмәй, табыш алыуҙың төрлө юлдарын эҙләй. Былтырҙан башлап сыр етештерә башлағандар. Лизингҡа ризыҡты яһау өсөн ҡорамалдар ҙа һатып алғандар.

Модулле һуғым цехын Әбйәлил районынан бригада килеп эшләгән. Барлыҡ ветеринар-санитар талаптарға яуап бирә. Кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, мал һуйыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Бина эсенә һыу үткән, йыуыныу өсөн душ бүлмәһе лә бар.

Бар эш автоматик рәүештә башҡарыла, итте киҫәктәргә бүлеү, һыуытҡысҡа ҡуйыу һәм башҡаһы. Түшкәне күтәреп йөрөргә кәрәкмәй. Цехта ике кеше эшләйәсәк. Иң мөһиме малды мосолман ҡанундарына ярашлы, хәләл итеп боғаҙлаясаҡтар. Юғиһә ҡайһы бер пункттарҙа ток менән һуҡтырыуҙарын ишетергә тура килде. Модулле пунктты күсереп йөрөтөргә лә буласаҡ.

Ахун ауылында мал һуйыу цехы асылыу беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Белеүегеҙсә, яңы законға ярашлы, хәҙер мал махсус пункттарҙа боғаҙланырға тейеш. Был тәү сиратта кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында эшләнә. Малдарҙа ниндәй генә ауырыу юҡ, уларҙың кешеләргә лә йоғоуы ихтимал бит. Бындай алым төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү йәһәтен дә әһәмиәтле, сөнки мал табиптары урында уҡ иткә һәм эске органдарына етди тикшереү үткәрә.

Сирҙәрҙе ваҡытында кисектереү өсөн дә мал һуйыу цехтарын булдырыу мөһим.

- Әлеге модулле пункт ыҡсым итеп төҙөлгән, хаҡы ла үтә ҡиммәт түгел. Республикала бындай цехтарҙың уртаса хаҡы 5 миллион һумға барып баҫа, әлегенән ике тапҡырға ҡиммәт. Был проекттың ҡалған райондарҙа ла танылыу алыуын теләйем, отошло вариант, - тине Азат Йыһаншин.

Азат Салауат улынан бер ыңғайы төбәгебеҙҙе хәүефкә һалған бруцеллез, ҡотороу ауырыуҙарына комментарий биреүен дә һораныҡ:

- Дөрөҫөн әйткәндә, был ауырыуҙар буйынса Учалы хафаланырға мәжбүр итте. 35 йылдан һуң уйламаған урындан бруцеллез килеп сыҡты. Сәбәбе - ситтән рөхсәтһеҙ мал индереү. Бер фермер арҡаһында, күпме хужалыҡ зыян күрҙе. Бруцеллездың ун һигеҙ сығанағы асыҡланды. Халыҡ һаман да аңлап бөтмәй, ветеринар оҙатыуһыҙ мал-тыуарҙың хәүеф тыуҙырыуын. Былтыр Бүздәк районында бешмә (ящур) ауырыуының да ошо арҡала таралыуын хә-терләйһегеҙҙер, моғайын. Ярай ҙа зыян күреүселәргә малдарының хаҡы тулыһынса ҡайтарылды, әммә шундай ауырыуҙар бар, әгәр берәй хәл була ҡалһа, аҡса бирелмәй. Бруцеллез шулар иҫәбенә инә. Ошо арҡала, хужалыҡтар ҙур зыян күрҙеләр. Баҙарҙа иттең хаҡы 400 һум торғанда, улар 40 һум менән эшкәртергә ризалашҡан предприяитиеларға тапшырырға мәжбүр булдылар. Предприятие иткә хаҡты үҙе ҡуя, беҙ уларға бер нисек тә йоғонто яһай алмай-быҙ. Шуны аңлаһындар ине.

Бруцеллез буйынса әле бер генә имен булмаған хужалыҡ ҡалды. Өс айҙан һуң һауыҡтырылған нөктәләрҙән ҡабаттан ҡан аласаҡбыҙ. Тағы бер ҡабат иҫкәртәм, Учалы сит өлкәләр менән сиктәш. Шуға ла ветеринар оҙатыу ҡағыҙы булмағандарҙан мал һатып алмағыҙ. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Удмуртияла нодуляр дерматит таралған. Ул да бруцеллез һымаҡ хәүефле сир. Малдарҙы биркалау ошондай ауырыуҙарға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә лә инде.

Ҡотороу сиренә килгәндә, уны нигеҙҙә ҡыр хайуандары тарата. Ҡолош ауылында иһә ҡоторған төлкө ҡураға инеп һыйыр малын тешләй. Ә хәҙер ҡотороуға ҡаршы прививка яһалған булғанмы икәнлеге тикшерелә. Шуға ла малдар ваҡытында мотлаҡ вакцинацияланырға тейеш, - тип аңлатты БР Ветеринария идаралығы начальнигы.

Әлиә ДАУЫТОВА.



Читайте нас: