Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
5 Апрель 2019, 16:34

Ыңғай үҙгәрештәр дауам итһен

Ауылда дауахананың булыуы бик мөһим. Мәҫәлән, район үҙәгенән һикһән саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Илсеғол участка дауаханһы яҡын-тирәләге ун бишләгән ауыл халҡының күҙ терәп торған урыны ул.

Ауылда дауахананың булыуы бик мөһим. Мәҫәлән, район үҙәгенән һикһән саҡрым алыҫ-лыҡта урынлашҡан Илсеғол участка дауаханһы яҡын-тирәләге ун бишләгән ауыл халҡы-ның күҙ терәп торған урыны ул.

Медицина учреждениеһы 1994 йылдың октябрь айында асыла. Заманса йыһазланды-рылмаған әлбиттә, әммә ха-лыҡты дауалау өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

Урындағы халыҡ ауырып китһә лә, йәрәхәтләнһәләр ҙә, процедуралар алырға кә-рәк булһа ла, ашығыс ярҙам талап ителһә лә - бында киләләр. Һәр береһенә тейеш-ле ярҙам күрһәтелә. Коллек-тив менән ошо йылдар дауамында Ғәфүр Хәкимов етәкселек итә. Баш табип шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһына көндөҙгө ҡабул итеүҙәргә һәм төнгө дежурға ла йөрөй.Учреждениеның хәл-торошо бөгөнгө көндә насар булмаһа ла, етешһеҙлектәр осрай. Мәҫәлән, мейес һаман булһа утын ярҙамында йылытыла.

- Элек дауахана һыуыҡ булды. Һуңғы йылдарҙа төн-гөлөккә электр уты менән йылытыуға рөхсәт алғас, йылы булып ҡалды, - ти хеҙмәткәрҙәр учреждение хаҡында.

Әҙерләнгән утынды һаҡлар өсөн Һөйөндөк ауылы депутаты Ғәйнетдин Латипов япма эшләткән. Тәҙрәләр ҙә бөтә ерҙә лә яңыртып бөтөл-мәгән. Учалы тау-байыҡты-рыу комбинатының матди ярҙамы менән бер өлөшөн алмаштырғандар. Ҡалғандарын яңыртыуҙы тәғәйенлә-нәсәк яңы район хакимиәте башлығына өмөт итәләр, бәлки, ул башланған эште еренә еткереп ҡуйыр тип. Егерме биш йылдан ашыу дауамын-да дауахана түшәмендәге балсыҡ та йоҡарып бөткән. Түшәмгә балсыҡ һалыуҙы коллектив үҙ көстәре менән эшләргә әҙер. Бының өсөн Башҡорт алтын табыу комп-анияһы менән техника мәсьәләһе лә хәл ителгән.

Көндәр йылыныу менән коллектив өмә яһарға ниәт-ләнә. Шулай уҡ дауаханаға күтәрелгән юлды тәртипкә килтерергә кәрәк. Текә үргә ауырыуҙарҙы килтергән машиналар боҙлауыҡ, тайғаҡ ваҡытта менә алмай.

Бөгөнгө көндә дауахана компьютерҙар менән тәь-мин ителгән, биш карауат-урын ҡаралған. Берҙәм бәйләнеш булдырылған. ЭКГ эшләйҙәр, биохимик анализ ҡабул итәләр. Больничный-ҙар электронлаштырылған. Физиотерапия кабинеты ҡабаттан тергеҙелгән. Акушер-гинеколог Комсомольск дауаханаһынан айына ике тапҡыр килеп, ҡабул итеүҙәр ойоштороп тора.

- Ашығыс ярҙам талап ителгәндә, «урын юҡ» тип сирлене кире бороп ҡайтара алмайбыҙ, ҡабул итәбеҙ, - тип әйтә Ғәфүр Зәйнулла улы.

Уның ҡул аҫтында татыу, яғымлы, ауырыуҙарға битараф булмаған тәжрибәле шәфҡәт туташтары эшләй. Зифа Хисаметдинованың дөйөм хеҙмәт стажы 41 йыл. Лаборант Эльмира Нәҙершина һәм өлкән шәфҡәт туташы Зөлфиә Уразаева ла Илсеғол участка дауаханаһы асылғандан алып эшләйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡар-шы, участка дауаханаһы белгестәргә ҡытлыҡ кисерә.

- Дауаханабыҙ бик һәйбәт. Яҡшы ашаталар, ҡарайҙар, ябылмаһын ғына. Персоналға рәхмәт һүҙҙәре генә еткерәбеҙ. Теш табибы кәрәк ине, - ти дауаланыусы Рәфиә Әҙелгәрәева. Башҡа ауылдаштары, депутат Мират Ғиззәтуллин теш белгесе кәрәклеге тураһында баш табипҡа мөрәжә-ғәт тә яҙған икән.

Иң мөһиме - учреждение халыҡҡа бик кәрәк, улар өсөн уңайлы шарттар ҙа булдырылырға тейеш. Һәр кемдең ҡалаға барып дауаланырға мөм-кинлеге юҡ. Барған хәлдә лә бер юлы бар проблемалар хәл ителә тигәнде аңлатмай, шуға ла урындағы табипҡа мөрәжәғәт итеп, тейешле дауа алыу күпкә отошлораҡ. Ҡыҫҡаһы, ауырлыҡтарға бирешмәй, яҡ-шыға өмөт итеп, үҙ эшен яратып, оло яуаплылыҡ менән башҡара халыҡ һаулығы һағында тороусы Илсеғол табиптары. Афарин!

Алһыу ХАННАНОВА.


Читайте нас: