Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Апрель 2019, 11:06

Эшҡыуарҙарға ярҙам буласаҡмы?

Район хакимәтендә уҙған сираттағы «инвестиция сәғәтендә» Кирәбе ауыл биләмәһендә йәшәүсе өс шәхси эшҡыуарҙың проекттары тикшерелде.

Район хакимәтендә уҙған сираттағы «инвестиция сәғәтендә» Кирәбе ауыл биләмәһендә йәшәүсе өс шәхси эшҡыуарҙың проекттары тикшерелде.

Ултырышта район хәкимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Ғиләзетдинов, «Рәсәй терәге» йәмғиәте етәксеһе Руслан Ғайсин, БР лесничестволар идаралығының Учалы бүлеге начальнигы Надир Яҡупов, Белорет электр селтәрҙәренең Учалы РЭС-ы начальнигы Илфат Мамилин һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.

Ағас эше менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар ағас сығарыу һәм эшкәртеү өсөн деләнкә ерҙәрен биреүҙе һоранылар. Улар әҙерләгән ағас материалдарын ауыл халҡына, социаль учреждениеларға һатыу менән мәшғүлдәр. Шулай уҡ буралар, таҡталар ҙа һаталар.

Дегет етештереү менән мәшғүл Илья Самсонов хеҙмәткәрҙәр эшләгән һәм йәшәгән урынды электр утына тоташтырыуҙы һораны.

Был өс ивестпроект та со-циаль йүнәлешле һанала – халыҡты эш урындары менән тәьмин итәләр, пилорамалар халыҡҡа утын әҙерләп һата. Әммә Кирәбе ауылының бер өлөшө «Уралтау» заказнигы һәм «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәлерендә урынлашыу сәбәпле, урман ҡырҡыу, электр уты үткәреү өсөн республика етәкселегенән тейешле рөхсәт ҡағыҙҙарын алыу кәрәк икән. Был һорауҙар етди өйрәнеләсәк, тип белдерелде осрашыу барышында. Бынан тыш, район хакимиәте эшҡыуарҙарға БР Урман хужалығы министрлығына һәм «Уралтау» идараһына кәрәкле рөхсәт ҡағыҙҙары алыр өсөн ғаризалар яҙырға ярҙамлашасаҡ, хәлде артабан контролдә тотасаҡтар.

Боронғо кәсептәрҙән иҫәпләнгән дегет ҡайнатыу менән Илья Владимирович бала саҡтан таныш. Уның мәрхүм атаһы Илья Павлович ошо эш менән тирә-йүндә дан алған кеше. Ул заманда дегет ҡайнатыр өсөн уның кирбестән төҙөлгән өс бинаһы була. Әммә 1995 йылда был эш туҡтап ҡала. Шунан хужалыҡты яйлап «талай» башлайҙар, кемдер кирбестәрен ташый башлай. Бер кирбесле бинаны ғына һаҡлап алып ҡалып өлгөрә йәш Самсонов. 49 йылға субарендаға килешеү төҙөп, эшен башлап ебәрә. Ул замандарҙа мал-тыуар үрсетеү менән дә киң шөғөлләнеп, яҡшы кәсеп иткән була ғаилә. Шунан иҫке бинаға ремонт яһайҙар, тәртипкә килтерәләр.

Тормош иптәше Наталья Александровна был эштә тәүәкәллек күрһәтә, эште яйға һалып ебәрәләр. Тәүҙә ғаилә менән урманда йығылған ағастарҙың туҙын һыҙырып, уны килтереп дегет эшләйҙәр. Тора-бара ауылдаштары ла туҙ һыҙырыуҙа ярҙам итә башлай, сөнки төпкөл ауылда бер ниндәй ҙә эш юҡ бит. Ә бында килтерелгән туҙ өсөн эш хаҡы түләйҙәр, яҡшы ғына килем алыу мөмкинлеге.

Бөгөнгө көндә егәрле эш-ҡыуар бер ай эсендә биш тонна дегет етештереүгә өлгәшә. Хәҙер Илья Самсоновтың исеме Рәсәй төбәктәрендә лә билдәле инде. Цистерналарға, күнәктәргә тейәп, уңған эшҡыуар дегетте Санкт Петербург, Силәбе, Магни-тогорск һәм башҡа ҙур ҡа-лаларға ла оҙата. Заманында Украина менән дә сауҙа эше яҡшы барған булған.

Хәҙер Илья Павлович дегет етешетереү өсөн кешеләр яллай. Йәшәргә урындары булмағандар өсөн бөтә шарт-тар ҙа булдырған. Махсус вагондарҙа һыуытҡыс, теле-визор һәм көнкүреш өсөн бөтә кәрәк-яраҡ та бар. Тик бына электр уты үткәрергә рөхсәт кенә юҡ икән.

- Дегет эшләү өсөн электр энергияһы кәрәкмәй. Эшсе-ләремә яҡшы йәшәү шарт-тары булдыраһым килә. Эште өс сменала алып барабыҙ. Төнгөһөн яҡтылыҡ булдырыу өсөн бары бер нисә лампочка ҡабыҙыу кәрәк, - ти ул.

Илья Владимирович етеште-ргән ҡара дегет косметикала, медицинала һабын, шампунь эшләр өсөн киң ҡулланыла.

- Беҙ етештергән дегетте тик үҙемдән, Кирәбе ауылынан ғына килеп ала алаһығыҙ, сөнки элеккесә бәләкәй «ҡолоҡай»ҙар менән һатыуға сығармайым. Килһәгеҙ, бер һүҙһеҙ ҡойоп бирәм, әлбиттә. Былай канистраларға, оло күнәктәргә генә тултырып предприятиеларға оҙатабыҙ. Ҡалала үҙемдең этикетка менән дегет һатҡандарын күргәнем бар. Улары - ялған тауар. Бәләкәй һауыттар менән тик өйҙән генә һатам, - тип аңлатты беҙгә дегет ҡайнатыу оҫтаһы әңгәмә ваҡытында.

Алһыу ШӘНГӘРӘЕВА.



Читайте нас: