Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Апрель 2019, 10:57

Республикаға - бер быуат!

Йома көнө Учалы филармонияһында Башҡортостандың 100 йыллығына арналған күркәм тантана үткәрелде.

Йома көнө Учалы филар-монияһында Башҡортостан-дың 100 йыллығына арналған күркәм тантана үткәрелде.

Яҡташтарын, һайлаусыларын ҡотларға дәрәжәле ҡунаҡтар ҙа килде - РФ Дәүләт Думаһы де-путаты Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.

БР Башлығы Указы менән«Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүенә 100 йыл» юбилей миҙалы булдырыла. Уның менән төрлө өлкәләрҙә айырыуса юғары ҡаҙаныштарға ирешкән, республикабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән граж-дандар билдәләнә. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғиләзетдинов тәүге 10 миҙалды тапшырыуы тантананың асылы булғандыр. Был награданы байтаҡ яҡташтарыбыҙ аласаҡ әле, әммә иң беренсе тиҫтәгә инеү айырыуса хөрмәт билдәһе инде! Шулай итеп Учалы районында тәүге миҙал И.Ә. Абдрахмановтың күкрәгенә ҡаҙалды. Шығырым тулы зал быны геү килеп, алҡышлап тәбрикләне. Эйе, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының элекке генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты ихтирам ителгән шәхес. Ильяс Әхмәт улы үҙе лә: «...эшмәкәрлегемә ошондай оло баһаға рәхмәт!» - тип белдерҙе.

Ҡалған наградланыусылар ҙа береһенән-береһе абруйлы. Мәҫәлән, Әхмәтйәнова Хәлиҙә Ғәлиәхмәт ҡыҙын Учалыла белмәгән кеше юҡ-тыр. Штукатурҙан башлап республикала төҙөлөш пре-дприятиеһын етәкләгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ва-зифаһына күтәрелә, гөлдәй матур ҡалабыҙҙы булдырыуға күп көс һала. БР-ҙың, РФ-тың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Учалы районының Почетлы гражданы. Йә, әйтәйек Ләлә Сәғитйән ҡыҙы Лутова - фельдшер булғанында ла эш ҡулында уйнап тора, ә халыҡ һайлауы менән Амангилде ауыл Советы рәйесе итеп һайланған дәүерҙә, хатта, бөтә Башҡортостанда иң яҡшы ауыл ултырағы хаки-миәте башлығы тип таныла!

Шулай уҡ «тәүге хөрмәт тиҫтәһе»нә алыныусылар: ярты быуат медицинала эшләгән табип-травматолог Рәйеф Хәйбулла улы Әбүбәкиров, Уральскта «Ирәмәл» ижад үҙәген нигеҙләүсе Елена Солтан ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, тырыш хеҙмәте күп наградалар, шул иҫәптән Ленин, Хеҙмәт Даны һәм Ҡыҙыл Хеҙмәт Байрағы ордендары менән билдәләнгән «Поляковка» совхозы һауынсыһы Талиба Изах ҡыҙы Дәүләтшина, Хеҙ-мәт Даны ордендарының тулы кавалеры, данлыҡлы комбинат водителе Люцир Мирзайән улы Ишкилдин, йәштәргә хәрби һәм патриотик тәрбиә биреү тәңгәлендә танылыу тапҡан Геннадий Валентинович Рябков, туҡһан йәшендә лә ике күп фатирлы йорт башлығы булып йәмәғәт эшен туҡтатмаған Фәркимә Юныс ҡыҙы Фәттәхова, атаҡлы тренер, 10 спорт мастеры, 40 мастерлыҡҡа кандидат әҙер-ләгән саңғысы Рәүил Матим улы Язареев.

Һәр ҡайһыһы һоҡланырлыҡ шәхес, хөрмәткә лайыҡтар!

Бик матур концер ойошто-ролдо. Бик тә һәләтле халыҡ бит ул учалылар! «Ләйсән» (һәм ансамбль ветерандары!), «Уралтау», «Ҡойон», «Крис-талл» бейеү ансамблдәре, «Хазина», Йомағужин һәм Кәримовтар ғаиләләренең бәләкәй балалары менән сы-ғыштары, Валерий Фишер етәкселегендә гитарасылар уйнауы, ҡалаҡ һуғыусылар тамашаһы, төбәк ғорурлығы - Ләйсән Золотареваның, баш-ҡа «һандуғастарыбыҙҙың» йыр-лауы һәм башҡа - концерт бер тынала үткәнен абайламай ҙа ҡалғанбыҙ. Сығыштар менән бер ыңғайы сәхнәлә тарихи һәм төбәгебеҙгә бәйле видео-таҫмалар күрһәтелә барҙы. Беҙ-ҙең ҡарашҡа, ҡамсы-ҡылыс менән эш иткән артистарҙың, «Мәргән уҡсы» уғатарҙарының ҡатнашыуы бөтә тамашаға йәм өҫтәне. Мауыҡтырғыс күренеш булыуы менән генә алдырмай, йөҙ йыл элек алынған «Беренсе Республика» дәрәжәһе быуаттар буйына барған азатлыҡ өсөн көрәш һөҙөмтәһе икәнлеге лә иҫкә төшөрөлә.

Байрам менән, яҡташтар!

Илшат ӘҒЛӘМОВ.




Читайте нас: