Муса Лут улы Мортазин - башҡорт халҡының бөйөк улы, граждандар һуғышы геройы, комбриг. Батырлығы өсөн өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены, исемле көмөш ҡылыс, алтын сәғәт менән бүләкләнә.
Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгәндә уның хаҡындағы хәтирәләрҙе яңыртыу бер ҙә яҙыҡ булмаҫтыр, моғайын.
Муса Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә Учалы районының Көсөк ауылында тыуған. Башҡорт википедияһынан алған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 1912 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә алына, Владивостокта Алыҫ Көнсығыштағы 9-сы Себер артиллерия бригадаһында хеҙмәт итә тиелә.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1914 йылдың сентябрендә 9-сы Себер артиллерия бригадаһының 1-се батарея составында Варшава тирәһенә Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. 1914 йылдың сентябрендә вице-фейерверкер (кесе унтер-офицер) званиеһын ала. 1915 йылдан Румыния фронтында һуғыша. 1916 йылдың 15 авгусында башы яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1916 йылда уға фейерверкер званиеһы бирелә.
1918 йылдың февралендә яңы ойошторолған Башҡортостандың ваҡытлы революцион советына ағза итеп алына. 1918 йылдың апрелендә тыуған яғына ҡайта һәм төбәктә совет власы урынлаштырыу һәм милиция ойоштороу менән шөғөлләнә. 1918 йылдың йәйендә Тамъян-Ҡатай кантонында Әмир Ҡарамышев етәкселегендә 5-се Башҡорт пехота һәм 1-се Башҡорт кавалерия полкы төҙөлә башлай, һуңғыһын ойоштороуҙа Муса Мортазин да ҡатнаша. Полктың 1-се эскадронына командир итеп Муса Мортазин тәғәйенләнә. 1935 йылдың 2 декабрендә Муса Мортазинға рәсми рәүештә комбриг дәрәжәһе бирелә.
1937 йылдың 31 майында ҡулға алына, контрреволюцион террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнә. 27 сентябрҙә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан үлем язаһына хөкөм ителә һәм шул уҡ көндө атыла. Мәскәүҙең Дон зыяратында ерләнә. 1956 йылда Зөбәржәт Муса ҡыҙы Мортазина атаһының исемен аҡлауға булышлыҡ күрһәтеүҙе һорап маршал С.М. Буденыйға хат яҙа. Маршал аҡлауҙы тиҙләтеү буйынса баш прокурор Е.И. Варскийға рәсми хат ебәрә. 1956 йылдың 14 июлендә СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы, енәйәт эше булмағанлыҡтан, хөкөм ҡарарын юҡҡа сығара һәм Муса Мортазин тулыһынса аҡлана. 1967 йылдың 11 июлендә наградаларға хоҡуғы ҡайтарыла. Шуға ҡарамаҫтан, 1990-сы йылдарға тиклем республикала уның исемен телгә алыу тыйыла.
Шуныһы билдәле - халыҡ үҙенең бөйөк улын онотмай. 1991 йылда Көсөк ауылында Муса Мортазин музейы асыла, унда геройҙың наградалары, ҡылысы, шәхси әйберҙәре һәм XX быуат башына хас антиквариат әйберҙәре һаҡлана.
Учалы, Баймаҡ, Сибай Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы урамдарға Муса Мортазин исеме бирелә.
Районыбыҙҙа данлыҡлы шәхес исемендәге әҙәби премия ла булдырылған.
Легендар комбриг, башҡор-ттоң арҙаҡлы улы Муса Мортазин хаҡында халыҡ араһында төрлө хәбәрҙәр, легендалар йөрөй. Уның образы сер менән һуғарылған, тип әйтһәк тә хата булмаҫ, моғайын. Шундай версияларҙың береһе ошолайыраҡ: имеш, Муса Мортазин ҡулға алынғансы үҙенә генә билдәле бер урында хазина йәшереп өлгөрә. Ҡулға алынғас, был хаҡта хәбәрҙар булған әҙәмдәр төрмәлә унан алтынды ҡайҙа йәшереүен таптыралар. Үлер алдынан ул хазинаның ҡайҙа күмелеүен әйтә, имеш. Икенсе версия буйынса, Муса Лут улы төрмәнән ҡатынына ғәрәп телендә хат яҙа. Унда ул алтындың ҡайҙа йәшерелеүен һүрәтләй.
Башты әйләндерерлек хә-бәрҙәр, әлбиттә, халыҡҡа тынғы бирмәй. Күптәр үҙ аллы хазина эҙләп маташа, әммә берәү ҙә бер нәмә лә тапмай. Был хәлгә бәйле бер күренеште хаҡлы ялдағы уҡытыусы Әғләм Янбаев та ифрат яҡшы хәтерләй:
- 1947 йылдың сентябре, тип иҫләйем, Наурыҙ мәктәбенең 7-се класында уҡып йөрөгән сағым. Уҡытыусыбыҙ Мәрйәм апай Йыһаншина 10-15-ләп баланы йыйып алды ла, ҡулыбыҙға көрәктәр тоттороп, Муса Мортазин йәшергән алтынды эҙләргә алып китте. Яҡшылап аңлатыуҙарынса, хазина Сораман менән Көсөк ауылдары араһында йәшерелгән. Ул яҡта Ҡаран йылғаһы аға, йылға эргәһендә ҡара тал үҫә, шул тал төбөндә алтын күмелгән икән. Инструкция шулай яңғыраны. Уҡытыусыбыҙ, әгәр берәй нәмә тапһағыҙ, бер бөртөгөнә лә теймәгеҙ, ул – Хөкүмәттеке, тип иҫкәртергә лә онотманы. Быға яуап итеп Сәйәр исемле малай: «Алтын табам икән, тәүҙә иң элек ике кеҫәмде тултырасаҡмын, шунан ғына бирермен», - тип һөйләнеп тә алды. Беҙ оҡшаш ерҙәрҙе ҡаҙырға тотондоҡ. Һуғыштан һуңғы йылдар, аслы-туҡлы балалар өсөн ҡаты ерҙе ҡаҙыу еңелдән булманы, тиҙ арыныҡ, хәл бөттө. Оҙаҡ ҡына этләнә торғас, бер нәмә лә тапмайынса, арып-талып ҡайтып киткәнебеҙ иҫемдә, - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Әғләм Ағзам улы.
Бынан тыш, 1951 йылда Белорет ҡалаһынан Муса Мортазиндың алтынын эҙләргә бер төркөм һалдаттарҙы алып киләләр, тигән хәбәрҙәр ҙә халыҡ араһында йыш йөрөй. Берәй нәмә тапҡандармы-юҡмы – билдәһеҙ. Бәлки, ул серле хазина һаман булһа тыныс ҡына үҙ хужаһын көтөп яталыр?!