Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
16 Апрель 2019, 12:05

Учалылар дәррәү өмәгә сыҡты

Үткән шәмбе республикабыҙҙа өмәләр уҙҙы. Тирә-яҡтың ҡый-ҡыпырҙан ҡотолоуына беҙҙең менән бергә ҡояш апай ҙа сикһеҙ ҡыуанды, көлтә нурын йәлләмәй ергә һипте. Эшлә лә эшлә генә.

Үткән шәмбе республикабыҙҙа өмәләр уҙҙы. Тирә-яҡтың ҡый-ҡыпырҙан ҡотолоуына беҙҙең менән бергә ҡояш апай ҙа сикһеҙ ҡыуанды, көлтә нурын йәлләмәй ергә һипте. Эшлә лә эшлә генә.

Берҙәм саранан береһе лә ситтә ҡалманы. Коммуналь предприятиелар, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт учрежде-ниелары, социаль хеҙмәттәр, тау сәнәғәте, мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары, сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре биләмәләрен рәтләне. Учалылар ихаталар-ын таҙартыуҙан тыш, ҡала биләмәһен тәртипкә килтереүҙә лә ихлас ҡатнаштылар.

Мәҫәлән, йәштәр, спорт һәм туризм буйынса комитет вәкилдәре саңғыроллер трассаһына юлланды, «Техноплекс» предприятиеһы Ленин урамындағы сүп-сарҙы йыйҙы.

Учалы район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт һәм ял паркы, Бурансы ҡасабаһына киткән юлда урынлашҡан гараждар янын таҙартыу ме-нән мәшғүл булды. Ҡала хакимиәтендә эшләүселәр ҡалаға ингән эргәләге урман зонаһын тәртипкә килтерҙе. Өмәнән тау-байыҡтырыу коллективы ла ситтә ҡалманы. Улар дәррәү үҙҙәренең биләмәһендәге сүп-сарҙы йыйғандан һуң, Тыныслыҡ урамына юлландылар.

«Учалыводоканал» хеҙмәт-кәрҙәре эш ҡоралдарын тотоп Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы юл буйын таҙартты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер магазиндар был көндө саранан ситтә ҡалғандар, ихаталарын матурларға сыҡмағандар. Шул иҫәптән, халыҡ иң күп йөрөгән ОРС базаһы биләмәһе лә һаманға тиклем сүп-сарға батып ята. Эшҡыуарҙар яҡын-арала сығып, биләмәләрен таҙартырҙар, тип ышанабыҙ.

Ауыл хакимиәттәрендә лә иртәнән эш ҡайнай ине. Бюджет учреждениелары эргә-тирәләрен, ауыл халҡы иха-таларын тәртипкә килтерҙе.

Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәтенә алты ауыл ҡарай. Был көндө барлыҡ бюджет учреждениелары, шул иҫәп-тән мәктәптәр, балалар ба-ҡсалары, мәҙәниәт йорто, китапхана, ФАП хеҙмәткәр-ҙәре биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартҡандар. Экологик акцияла етмештән ашыу кеше ҡатнашҡан, мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалмаған. Киләһе аҙнала ауыл халҡы менән бергәләшеп зыяраттарҙы таҙартып, төҙөкләндерергә ниәтләйҙәр икән. Афариндар!

Ошондай уҡ өмәләр ҡалған биләмәләрҙә лә үтте. Ауылда йәшәүселәр тирә-яҡты матурайтыуға ихлас күңелдән үҙ өлөштәрен индерҙеләр.

- Өмәгә уҙған кесаҙна көнө лә сыҡтыҡ, 22 кеше ҡатнашты. Шәмбе көнө иллегә яҡын кеше йыйылды. Ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары - береһе лә ситтә ҡалманы. Балаларҙың ошондай сараларҙа ҡатнашыуы бигерәк ҡыуандыра. Ҡыҙ-малайҙар ауылдашыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлиндың йорт-музейын тәртипкә килтерҙеләр. Балалар бәләкәйҙән таҙалыҡҡа, эшкә өйрәнеп үҫә. Ауыл эргәһенән машина юлы үтә, уны таҙарттыҡ. Сүп-сар байтаҡ йыйылып киткән. Ағымдағы реформа ла тирә-яҡты тәртиптә тоторға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ. Ауыл эсендә көнкүреш ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар ҡуйылған, график буйынса килеп алалар.Тулһа, шылтыратып үҙебеҙ саҡырабыҙ. Әлбиттә, йылдар буйы йыйылған сүплектәр-ҙе бөтөрөү өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк буласаҡ. Был эш яйлап юлға һалыныр, тип ышанабыҙ. Ә инде өмәлә ҡат-нашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, киләсәктә лә шулай ихлас булыуҙарын, аяҡ-ҡулдары һыҙ-лауһыҙ булыуын теләйбеҙ!

Бындай өмәләр артабан да аҙна һайын үткәреләсәк. Йә-шәгән еренең таҙалығына битараф булмағандарҙы сани-тар-таҙартыу өмәләрендә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ! Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана! - тине Сәфәр ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Зифа Фәйзуллина. Дөрөҫ һүҙҙәр!

27 апрель көнө республи-кала «Йәшел Башҡортос-тан» акцияһы үтәсәк. Был юлы дәррәү ағас ултыртырға сығасаҡбыҙ. Райондаштар, дәррәү ҡушылығыҙ!

Әлиә ДАУЫТОВА.
Читайте нас: