Был мәртәбәле конкурс-та Учалы районы биләмәләрендәге мәғариф учреждениеларының 5-10-сы класта-рында уҡыған 42 уҡыусы бала ҡатнашты дөйөм алғанда.
Конкурстың положениеһына ярашлы, унда ҡатнашыусы һәр уҡыусы Р. Хисаметдинованың, В. Ғүмәровтың һәм Ф. Әхмәҙиеваның берәр шиғырын яттан һөйләргә тейеш булды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, алты бала – Озерный урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары Лидиә Ҡотоева менән Алһыу Ҡотоева, Жәүҙәт Сөнәғәтуллин исемендәге Иманғол урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Илнур Филалов, Илсе урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Гүзәл Вәлиева, 1-се Башҡорт лицейының 8-се класс уҡыусыһы Нәркәс Солтанова, Алмас Исхаков исемендәге Уральск урта мәктәбенең Яңы Байрамғол филиалында 5-се класта уҡыған Ғаяз Мортазин конкурстың лауреаттары тип табылды. Улар «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү фонды тарафынан аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Шулай уҡ Иманғол урта мәктәбенән Вадим Юнысов менән Альбина Ғәлиева, Учалы ауылының башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Милена Аллаярова, Мулдаҡай урта мәктәбенән Батырша Рамаҙанов һәм Илсе урта мәк-тәбенән Ғәлим Ғәйфуллин, 6-сы Миндәк урта мәктәбенән Азалия Билалова махсус приз менән бүләкләнделәр. Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә шулай уҡ «Өлкәр» һәләтле балаларҙы күтәрмәләү фонды тарафынан баҫып сығарылған «Шәғәле Шакман юлы» һәм төбәгебеҙҙәге йәш ав-торҙарҙың әҫәрҙәренән тө-ҙөлгән «Умырзая» исемле китаптар тапшырылды