Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Апрель 2019, 11:09

Уҡыу йылы тиҙҙән тамамланасаҡ

Учалыла БР юғары уҡыу йорт-тары ректорҙары Советының күсмә ултырышы үтте.

Учалыла БР юғары уҡыу йорттары ректорҙары Советының күсмә ултырышы үтте.

Уҡыу йылы тамамланыу яҡынлашҡан осорҙа бик актуаль булғандыр. Бындай оҡшаш сара 2015 йылда беҙҙә үткәйне инде, яҡшылап аңлатыу үткәрелгәс, ул йыл ҡала-районда мәктәп тамамлаулаусыларҙың 57,2 проценты Башҡортостан колледж-университеттарына уҡырға ингәне мәғлүм.

Аҙаҡ нисбәт һиҙелерлек түбәнәйә: 2016 йылда - 48,4, 2017-2018 уҡыу йылында - ни бары 35 процент. Ҡалған аттестат тотҡан ҡыҙ-егеттәр диплом артынан ситкә йүнәлә. Сама менән ундан бере - Мәскәү һәм Санкт Петербург ҡарай юл тотһа, ҡалғандарын башлыса Силәбе менән Екатеринбург әүрәтә. Шуныһы хөрт, уҡығандан һуң бик аҙ өлөшө кире ҡайта бит уларҙың.

Профессиональ йүнәлеш биреү сараһы башта уҡыу йорттары ойошторған мас-тер-класс рәүешендә бара. Роботлаштырылған систе-малар ҡороу, актерлыҡ оҫталығы, моторҙар проектлау, заман нефть табыу техно-логиялары менән танышыу, криминалистикала бармаҡ эҙен алыу, «ялған детекторы» менән эш итеү - өлкән класс уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс дәрестәр ойошторола. Беҙгә иң аңла-шылғаны һәм яҡыны - Башҡорт дәүләт аграр университетының «Милли кухня блюдоларын әҙерләү нескәлектәре» ғилми-популяр тамашаһы, шул иҫәптән «Ватан» һәм «Салауат Юлаев» сортындағы бойҙайҙан үҙенсәлекле икмәк бешереү. Бындай ризыҡ исеме өсөн генә лә ҡалғандарҙан өҫтөн торған һымаҡ тойолорлоҡ бит!

Ә аҙағынан егет-ҡыҙҙар, уларҙың ата-әсәләре менән Учалы филармонияһында осрашыу үтте. Һәр уҡыу йор-то вәкиле иң сағыу яҡтары ту-раһында бәйән итте. Авиация университетында, мәҫәлән, хәрби кафедра бар - әрмелә сроклы хеҙмәт үтмәйенсә һалдат, сержант, офицер дә-рәжәләре алырға мөмкин.

Юғары инженер-техник әҙерлек тураһында әйтәһе лә юҡ! Медицина университеты студенттары Европа-Ҡы-тай уҡыу йорттарында белем алыуҙы дауам итә ала. Аграр университеттың байтаҡ һө-нәрҙәрендә уҡытыу уңышлы барһын өсөн 1-се курс студенттарына планшет компьютеры бушлай тотторола.

Педагогия университетында предуниверсарий ҡаралған (мәктәптән махсуслаша баш-лау). Башҡорт дәүләт универси-теты вәкиле: «Башҡортостан 100 йыллығын билдәләһә, БДУ-ға - 110 йыл!» - тип маҡтанды. Бөтәһен дә гәзиткә яҙып һыйҙырырлыҡ түгел инде, мотлаҡ интернеттағы сайттарына инеп, яҡшылап бөтә нескәлектәрҙе өйрәнегеҙ. Бер ҡат киҫеү алдынан етмеш ҡат үлсәү өсөн, ваҡыт бар.

Эйе, беҙ ҙә Башҡортостан уҡыу йорттарын өҫтөнлөклөрәк урынға ҡуйыр инек. Республи-кала, ни тиһәң дә, күршеләргә ҡарағанда төртип көслөрәк. «Бала күңеле - далаға» ныҡ тартыла икән, 4 йыл үҙебеҙҙә бакалавриатта уҡып нығынғас, магистратураға баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергә мөмкин бит.

Һүҙ аҙағында, райондан йү-нәлтмә буйынса ебәреп уҡы-тыу (һәм иң мөһиме – диплом алғас ҡайтарыу!) мәсьәләһе гел генә күп һорауҙар тыуҙыра ине. Быйылдан хәл ҡырҡа үҙгәрер буғай. Ултырышта аңлаттылар: рәсми тел ме-нән әйткәндә «маҡсатлы рә-үештә уҡытылған» диплом эйәһе килешеү төҙөгән предп-риятие-учрежлениела 3 йыл эшләмәй икән, уҡытыу хаҡын ҡайтарырға бурыслы буласаҡ; ә абитуриентҡа үҙ ваҡытында йүнәлтмә биреп тә, аҙағынан эш урыны табылмай икән, предприятие-учреждениеға штраф һалына. Иҫәп-хисап аҡсаға күсһә, тәртип, әлбиттә, күберәк булыр.

Илфат ЯНБАЕВ.




Читайте нас: