Йыл янғындар йәһәтенән ауыр башланды тип хәбәр иткәйнек инде. Быйыл, үткән аҙна аҙағына районда һәммәһе 69 янғын теркәлде (4 кеше һәләк була, 3 кеше имгәнә).
Бер ыңғайы аңлатма ла биреп китәйек: «Саңғалыҡ диорит карьеры» янып көл-күмергә әйләнгән!» - тигән имеш-мимештәр тулыһынса нигеҙһеҙ, белгестәр хәбәр итеүенсә, роликтар сафтан сығыу сәбәпле ун метр транспортер таҫмаһы янған, башҡа зыян юҡ. Бәләһенә ҡарағанда төтөнө күберәк булған, ти. Беҙгә барыбыҙға ла сәнәғәт предприятиеһындағы ваҡ авария тураһында һүҙ сурытҡансы, күпкә хәүефлерәк мәсьәләләр тураһында уйланырға кәрәктер!
Байкал аръяғы крайында янғындар күпме бәлә килтереүе тураһында телевизорҙан үҙегеҙ ҙә күрәһегеҙҙер - ауылдарҙан көл генә ҡала, йөҙәрләгән-йөҙәрләгән баш мал тилмереп үлә, кешеләр имгәнә... Үкенес, беҙҙә лә ҡамылға ут төртөүҙәр туҡтамай, бәғзе кеше аңламағас аңламай инде! Үрҙә әйткән төбәгебеҙҙәге 69 янғындың ун икеһе - үлән яныуға тура килә икән...
Бына, мәҫәлән, 21 апрелдә биш тапҡыр ҡоро үлән янғанды һүндерергә сығалар. Ҡала, Учалы ауылы, Уральск, Иҫтамғол тирәләрен тонсоҡторғос ҡара төтөн солғай.
Янғын надзоры буйынса район-ара бүлек начальнигы Рим Яриев ошондай бер хәл тураһында ентекләберәк бәйән итте: 18 апрель көнө 13.54 сәғәттә янғын һүндереү часына хәбәр килә.
Учалы ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендәге яңы йорттар төҙөлгән участкаға барып еткәндә 400 квадрат метр майҙанда ут дөрләй. Шундуҡ һүндерелә, таралыуына юл ҡуйылмай. Баҡһаң, участка хужаһы, 1988 йылда тыуған йәш ир йорт тирәһен ут ярҙамында «анһат» ҡына ҡамылдан таҙартмаҡсы була. Ә аҙағынан, үҙе теҙгендән ысҡындырған ялҡын бөтә тирә-йүнде ялмай башлағас, ҡурҡып ярҙам саҡыра. Әлегә административ штраф менән ҡотолдо. Ә ут күршеләренең өй-ҡаралтыларына йә, әйтәйек, артабан таралып урман хужалығына зыян килтергән булһа, енәйәт яуаплылығына тарттырылыр ине!
Иҫкә төшөрәйек, 2019 йылдың 15 апреленән Башҡортостанда урмандарҙа янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуы тураһында рәсми рәүештә иғлан ителде.
Был осорҙа күп сикләүҙәр индерелә, шул иҫәптән сүп-сар, ҡамыл яндырыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Дөрөҫөрәге, тыйылыуын былай ҙа тыйылған, әммә яуаплылыҡ артасаҡ. «Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 250 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған», - тип белдерәләр республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Янғын сығып зыян килһә, әлбиттә, яуаплылыҡ быға ҡарағанда ҡырҡа артасаҡ.
Ололарға, исмаһам, балаларҙан үрнәк алырға ине! 19 апрель көнө ҡаланың 3-сө лицейында илдә янғын һағының 370 йыллығына бағышлап «Йәш янғын һүндереүселәр дружиналарының иң яҡшы агитбригадаһы» муниципаль конкурсы үтте. Ауылдарҙан да күп ҡатнаштылар. Йыр-бейеү, юмор һәм көлөкө аша бик етди проблемалар күтәрелде был тамашала. Был көн, шулай уҡ балаларҙың «Ҡыйыуҙарға ғына ут бойһона!» республика конкурсының район этабы йомғаҡланды. Һүрәттәр, һындар - барыһы ла ут менән уяу булырға өндәй. Һәм шуныһы күңелде йылытты - ҡалала нисәмә сәнғәт мәктәбе булып, нисек кенә етди шөғөлләнмәһендәр, был тапҡырҙа Гран-при барыбер ауылға китте.
Мулдаҡай мәктәбенән Илнара Һағынбаева иң юғары призға лайыҡ булды. Янғын тематикаһына арналған фигуркалар ҡиәфәтендә печенье бешергән һәм биҙәгән. «Ҡарап та һоҡланаһың, ашағы ла килә!» - тип шаяртып билдәләне жюри ағзаһы итеп тәғәйенләнгән баш дәүләт янғын инспекторы Рим Яриев. Ил-нара әле 3-сө генә класта икән, уҡытыусыһы Айгөл Ардыуанова беҙгә әйтеүенсә, яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә актив. Афарин, һылыуҡай!