Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
23 Апрель 2019, 14:40

Сәләмәтлегебеҙ һаҡсылары

Үҙәк ҡала дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте ете бригаданан тора. Уларҙың дүртеһе - ҡаланы, ә өс бригада Туңғатар, Миндәк, Уральск биләмәләре халҡын хеҙмәтләндерә.

Үҙәк ҡала дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте ете бригада-нан тора. Уларҙың дүртеһе - ҡаланы, ә өс бригада Туңғатар, Миндәк, Уральск биләмәләре халҡын хеҙмәтләндерә.

Заманса алымдар

ҡулланыла

Барыһы 97 кеше эшләй - 27 водитель һәм 70 тиҙ ярҙам күрһәтеү фельдшерҙары. Был хеҙмәтте заманында хеҙмәт юлын фельдшер булып башлаған Людмила Емельянова етәкләй. Был вазифаны башҡарыуына ғына утыҙ йылдан артыҡ ваҡыт.

«Ашығыс ярҙам» автомобилдәренең барыһы ла заманса ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған. Был бригаданың ниндәй урамда булыуын, ҡайҙа нисә минут торғанын, хатта, бензин күләмен онлайн режимда күҙәтергә ярҙам итә. Махсус диспетчер ярҙамсы станцияла компьютер аша күҙәтеп ултыра, ҡайһы бер автомобилдәрҙе юл ыңғайы икенсе саҡырыуҙарға ебәреүе лә ихтимал. Һәр автомобилгә видеокүҙәтеү ҙә ҡуйылған.

- Был беҙҙең өсөн бик уңайлы булды, сөнки элекке кеүек «Тиҙ ярҙам» машинаһын икенсе йомош менән башҡа ҡалаға ебәреү, такси сифатында файҙаланыу мөмкинлеге бөтөрөлдө, - тип аңлатты беҙгә бүлек мөдире Людмила Николаевна.

Кисектергеһеҙ һәм

ашығыс ярҙам

Беҙ, кешеләр, ғәҙәттә, «Ашығыс ярҙам»ды саҡырыу менән ул килеп етергә тейеш, тип уйлайбыҙ. Асылда иһә са-ҡырыу ике төргә бүленә икән: ашығыс һәм кисектергеһеҙ. Ашығыс - ул бала табыу, авариялар, ҡан ағыу осраҡтары, һушты юғалтыу, йөрәк өйәнәге һәм башҡалар, йәғни пациенттың ғүмеренә хәүеф янаған сирҙәр һәм уны ҡотҡарыуға минуттар иҫәпле булған сирҙәр һәм хәлдәр. Был осраҡта «Ашығыс ярҙам» тиҙ арала саҡырыуға бара. Кешегә тәүге ярҙам күрһәтелә, талап ителгән осраҡта дауаханаға оҙатыла.

Кисектергеһеҙ саҡырыуға ҡапыл сирләү, кеше ғүмеренә хәүеф янамаған хроник сирҙәрҙең көсәйеүе инә. Был осраҡта, бригада саҡырыуҙа булһа, дежур шәфҡәт туташы телефон аша кәңәштәр бирә. Мәҫәлән, участка табибы йәки фельдшер килгәнгә тиклем температураны нисек төшөрөргә һәм ҡабаттан фельдшер йәки педиатрҙы (әгәр бала сирләһә) өйгә саҡыртырға кәңәш итә. Эш көндәрендә һәм эш сәғәттәрендә «Ашығыс ярҙам» саҡырыуҙарын поликлиниканың кисектергеһеҙ ярҙам кабинеты фельдшеры хеҙмәтләндерә. «Ашығыс ярҙам» саҡырыуҙы ҡабул иткәндән һуң, кисектергеһеҙ ярҙам кабинетына тапшыра. Кәрәк булһа, кисектергеһеҙ ярҙам кабинеты фельдшеры сирлегә медицина ярҙамы күрһәткәндән һуң, артабан дауалау мәсьәләһен (стационарға һалыу йәки амбулатор дауалау) хәл итеү өсөн участка табибына (педиатрға, терапевҡа) тапшыра.

Пациент һәр саҡ

хаҡлы була

Тәүлек әйләнәһенә ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләүселәр иллегә яҡын саҡырыу ҡабул итәләр. 2018 йылдағы күрһәткестәргә ярашлы, 18339 саҡырыу ҡабул иткәндәр. Ике осраҡта өй шарттарында бәпесләткәндәр.

Ашығыс ярҙам хеҙмәте белгестәре табип, психолог, социаль хеҙмәткәр һәм башҡа һөнәр кешеләренең дә бурыстарын берләштерә. Тап шундайҙарҙың береһе фельдшер Әлфиә Ильясова. Белорет медучилищеһын тамамлғандан һуң, ул үҙәк ҡала дауаханаһына эшкә килә. 2006 йылдан ашығыс ярҙам хеҙмәтендә эшләй.

- Хеҙмәт юлымдың тап ошонда үтеүенә үкенмәйем. Бурысымды һәр ваҡыт теүәл үтәргә - ауырыуҙарҙы һауыҡтырырға тырышам, - ти тырыш әңгәмәсебеҙ.

Эйе, «аҡ халатлылар»ҙы әрләүе генә еңел, улар менән бер генә көнөгөҙҙө үткәреп ҡарағыҙ әле... Бына ҡайҙа кәрәк ул сәләмәтлек, рух ныҡлығы! Уларға уңыштар, түҙемлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Сабыр булығыҙ!

Алһыу ХАННАНОВА.


Читайте нас: