Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Апрель 2019, 11:26

Хәйерле сәғәттә булһын!

Учалы район Советының 32-се ултырышы үтте. Төп һорау - 24 апрель көнө Руслан Ғәлийән улы Ғиләзетдинов Учалы районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

Учалы район Советының 32-се ултырышы үтте. Төп һорау - 24 апрель көнө Руслан Ғәлийән улы Ғиләзетдинов Учалы районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

Ултырышта БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, БР Башлығы хакимиәтенең муниципаль берекмәләр менән эш итеү идаралығы начальнигы Искәндәр Әхмәтвәлиев, конкурс комиссияһы рәйесе, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, башҡа конкурс комиссияһы ағзалары ҡатнаштылар.

Элекке хакимиәт башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев үҙ теләге менән эштән китеү сәбәпле, март айында конкурс иғлан ителгәйне. Конкурста башта биш дәғүәсе ҡатнашһа, финалға ике кандидат етте: Учалы ауыл Советы ултырағы етәксеһе Альберт Мостафин һәм район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғиләзетдинов. Икеһе лә депутаттарҙы үҙҙәренең программалары менән таныштырҙы. Руслан Ғәлийән улының телмәренән мәғлүм булды, түбәндәге һорауҙарға өҫтөнлөклө иғтибар бирәсәк: илебеҙҙең 12 милли проекттары, урындағы бюджетты тулыландырыу, эшҡыуарлыҡ һәм ауыл хужалығына булышлыҡ итеү, газ үткәреү, юлдар, мәғариф һәм медицина, эскеселеккә ҡаршы көрәшеү һәм башҡа төбәк өсөн көнүҙәк мәсьәләләр.

Депутаттарҙың асыҡ тауыш биреүе һөҙөмтәһендә Руслан Ғиләзетдинов күпселек тауыш йыйҙы (өс депутат тауыш бирмәй ҡалһа, ун өс депутат уның файҙаһына ҡул күтәрҙе). Район Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов хакимиәт башлығы вазифаларын үтәү тураһында контрактҡа ҡул ҡуйҙырҙы. Искәндәр Әхмәтвәлиев яңы район башлығын БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән ҡотланы.

Башҡа республика вәкилдәре лә яҡшы теләктәрен белдерҙеләр, командаға тупланып, барыһына ла бер төптән тотоноп эшләргә кәңәш иттеләр. Хәйерле сәғәттә булһын, тип теләргә генә ҡала, ныҡ әһәмиәтле вазифа!

Руслан Ғәлийән улының биографияһын яҙыу ҙа гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡлы булырҙыр. 1974 йылдың 14 февралендә Учалы ауылында донъяға килгән.

1991-1992 йылдарҙа Учалы тау-металлургия техникумында уҡый. 1994-1996 йылдарҙа Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә. 2000 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын «Биләмәләрҙе тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән ҡороу» («природоохранное обустройство территорий») йүнәлеше буйынса тамамлай. Шулай уҡ Өфө дәүләт нефть университетында «Газ һәм нефть үткәргестәрҙе, газ һәм нефть һаҡлағыстарын проектлау һәм эксплуатациялау» һөнәре буйынса әҙерлек ала. 2000 йылда «Башкирнефтепродукт» акционерҙар йәмғиәтенең Учалы филиалында производство контроле инженеры булып эш башлай, ошо предприятиела баш инженер вазифаһына үрләтелә.

2010-2011 йылдарҙа «Башкирнефтепродукт» акционерҙар йәмғиәтенең Белорет филиалының баш инженеры булып хеҙмәт итә. 2011 йылдан Учалы районы хакимиәте башлығының сәнәғәт сәйәсәте, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт буйынса 1-се урынбаҫары. Өйләнгән, ҡатыны менән ике бала үҫтерәләр.

- Барыһына лә рәхмәт, юғары ышанысты аҡлар өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын! - тип ихлас күңелдән билдәләне ул хакимиәт башлығы булараҡ тәүге рәсми телмәрендә.

Илшат ӘҒЛӘМОВ.


Читайте нас: