Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
30 Апрель 2019, 11:36

Артабан да шулай дауам итегеҙ!

Уҙған шәмбе районыбыҙға эш сәфәре менән БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров килде.

Уҙған шәмбе районыбыҙға эш сәфәре менән БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров килде.

Әйткәндәй, республика етәксеһен учалылар күптән түҙемһеҙлек менән көтә ине. Радий Фәрит улы эш сәфәре барышында алдан әҙерләнгән программа буйынса йөрөүҙән баш тартты, проблемалы объекттарҙы ҡараясағын, халыҡ менән яҡындан аралашырға теләүен белдерҙе.

Ошо маҡсаттан ҡалала ихаталарҙы төҙөкләндереү барышы менән танышты, Киров урамындағы 5-се йорттоң подъезын ҡараны. Башҡортостанда подъездарҙы ремонтлау программаһы быйыл ғәмәлгә ашырыла башланы, ул алты йылға иҫәпләнгән, тип белдерелә.

Учалыла иһә 22 күп фатирлы йортта 77 подъезды ремонтлау ҡаралған, төҙөкләндереүгә 18 миллион ярым һум аҡса бүленәсәк, тиелә.

- 2017 йылда Учалыла уңайлы «Ҡала мөхите»н булдырыу буйынса муниципаль программа ҡабул ителде. Халыҡ менән кәңәшләшкәндән һуң 22 күп фатирлы йорт янындағы биш ихатаны төҙөкләндерергә ҡарар иттек.

Спорт һәм балалар майҙансыҡтары ҡуйылды, эскәмйәләр урынлаштырылды, автомобилдәр ҡуйыу урындары эшләнде. Былтыр һигеҙ күп фатирлы йорт алдындағы дүрт ихатаны 7 миллион һумға төҙөкләндерҙек, - тип мәғлүмәт бирҙе Учалы ҡала ултырағы башлығы Ильяс Килмөхәмәтов.

Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән осрашты, оло быуын апайҙары бигерәк әүҙем булып сыҡты. Форсат сыҡҡанда, республика башлығына борсоған һорауҙарын бирҙеләр, яуап алдылар. Яҡташтарыбыҙҙы күберәк юлһыҙлыҡ, медицина хеҙмәтләндреүенең сифаты борсой. Күп ваҡыт белешмә артынан да Белоретҡа йөрөргә тура килә, ошо хаҡта ла еткерҙеләр Башлыҡҡа.

Учалыла яңы хирургия корпусы төҙөү тураһында күптәнән һөйләйбеҙ. Әммә бер ниндәй ҙә алға китеш булманы. Быға тилем төбәгебеҙгә эш сәфәре менән килгән республика вәкилдәренең вәғәҙәләүҙәренә ышанмай ҙа башланыҡ, хатта ҡул һелтәнек, тиергә лә була. 2012 йылда өс ҡатлы корпусты проектлауға өс миллион һум аҡса бүленгән булған.

2017-2018 йылдарҙа проект-смета документтары ҡабаттан яңыртылған. Радий Хәбиров Учалыла яңы хирургия корпусы төҙөләсәк тип белдерҙе. Объекттың смета хаҡы 521,6 миллион һум.

Әлеге бина 1964 йылда төҙөлгән һәм уға бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Операция, ярҙамсы бүлмәләр норма талаптарына яуап бирмәй. Операция бүлмәләрендә наркоз аппаратураларын һаҡлау, йыуыу, стерилләштереү урындары юҡ. Өс ҡатлы бинала ауырыуҙарҙы күтәрергә, төшөрөргә лифт та ҡулайлаштырылмаған. Ахырҙа сирлеләрҙе носилкаларҙа күтәреп йөрөтөргә мәжбүрҙәр. Тиҙ ярҙам күрһәткәндә ошо сәбәпле былай ҙа һанаулы ваҡытты юғалтырға тура килә. Сантехника, электр йыһазда-ры таушалған. Үҙәк ҡала да-уаханаһы баш табибы Рөстәм Латипов әлеге ваҡытта хирургия корпусында ауырыуҙарға карауат-урындар етмәүен белдерҙе, 10 мең кешегә - 11,3 урын тура килә (республикала уртаса - 16,6 урын икән).

Радий Хәбиров палаталарҙы, дауалау кабинеттарын ҡарап сыҡты. Киләсәктә төҙөләсәк (Аллаһ бирһә, тип әйтәйек) яңы хирургия корпусының проекты менән танышты.

Һөйләшеү барышында хирургияның иҫке бинаһын капиталь ремонтлау, дауахана өсөн маммограф, компьютер томографы һатып алыу тураһында ла һүҙ булды.

Был аппараттар учалылар өсөн бик мөһим, заманса маммографияның юҡлығы арҡаһында ҡатын-ҡыҙҙар яман шешкә ваҡытында тикшереү үтә алмай. Диагностика үтеү өсөн сит ҡалаға барырға кәрәк, бының өсөн юлға аҡса, көн алырға кәрәк.

Башҡортостан етәксеһе республика һаулыҡ һаҡлау министрына Учалыға килеп мәсьәләне ентекле тикшерергә фарман бирәсәген әйтте. Ошонан сығып һорауҙы ни рәүешле хәл итәсәктәре билдәле буласаҡ та инде.

Радий Хәбировҡа Учалы дауаханаһында триаж-система (фр. triage - сортировка) алымын ҡулланыу тураһында ла һөйләнеләр. Был системаға ярашлы, ауырыуҙарҙы хәленә ҡарап классификациялайҙар икән хәҙер.

Ашығыс булһа - ҡыҙыл ағымға ҡарай. Ярҙам кисекмәҫтән күрһәтелергә тейеш. Кисектерергә ярамағаны - һары ағымға инә, йәғни ашығыс ярҙам күрһәтеүгә ике сәғәт запас ваҡыт бар, өсөнсөһө - план буйынса йәшел ағымға инә. Сирлене ҡабул итергә, күрһәтмәләре булһа дауаханаға һалырға тейештәр.

Триаж-системаһын индереүҙең артабанғы этабы - белгестәргә уңайлылыҡ өсөн ауырыуҙарҙы төрлө төҫтәге сағыу браслеттар менән тәьмин итеү. Заманса алым!

Рөстәм Латипов белдереүенсә, сорттарға бүлгәндән һуң, табип сирлене ҡарай, дауалау курсы билдәләй, йәиһә дауаханаға һала, йә бул-маһа амбулатор дауаланыу тәғәйенләйәсәк. Учреждениела медицина ярҙамын күрһәтеүҙе сифатлы, уңайлы итеү йәһәтенән мультидисциплинар тикшереү алымы ла ҡул-ланыла. Белгестәр әйтеүенсә, ауырыуҙы оҙата килеүсе ҡайһы ваҡыт эмоцияларға бирелеп, ығы-зығы тыуҙыра, ауырыуға тейешле ярҙам күрһәтергә ҡамасаулайҙар.

Артабан Радий Хәбиров эш сәфәрен район буйлап дауам итте. Мулдаҡай ауылына инеп дуҫы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллиндың әсәһен 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. Уға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне. Бик шәп балалар үҫтереүе ме-нән ғорурлана алыуын билдәләне. Радий Фәрит улы Мулдаҡай урта мәктәбен дә ҡараны. Уҡытыусылар, уҡыусылар менән осрашты.

Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында яҙғайныҡ инде, мәктәп бинаһы 1977 йылда төҙөлгән. Әлеге ваҡытта мәғариф объектының тәҙрәләре, ишектәре алыштырыла, ике йыл элек түбәһен яңыртҡандар. Ремонт эштәрен яңы уҡыу йылына тамамлаясаҡ-тар. Бер ыңғайы республика етәксеһе клубҡа инеп сығырға ла өлгөрҙө. Башлыҡты халыҡ йыр-моң, милли аш-һыу менән ҡаршы алдылар. Ауыл халҡы газ үткәреү, юлдарҙы төҙөкләндереү, биләмәнең киләсәге тураһында көнүҙәк һорауҙар күтәрҙе.

Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһында ҡатнашырға ла өлгөрҙө. Шулай уҡ йәшел өмәгә урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов та ихлас күңелдән ҡушылды.

- Был эш биләмәне йәшелләндереүҙе генә аңлатмай, бөгөн беҙ йәмәғәтселек инициативаларына булышлыҡ итәбеҙ, күмәкләшеп берҙәм эш башҡарабыҙ, тәбиғәткә һөйөү уятабыҙ. Кем бөгөн ағас ултыртҡан, ул кеше ғүмерендә лә уларҙы һындырмаясаҡ, - тине Радий Хәбиров.

Был көндө Учалы филармонияһында «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Республика башлығына кандидаттарҙың фирҡәнең төбәк һәм беренсел бүлексәләре секретарҙары менән осрашыуы үтте. Сарала бөтәһе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Осрашыуҙа РФ Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса коми-теты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси советы секретары БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, республиканың унлаған район башлыҡтары, Урал аръяғы райондарынан делегаттар ҡатнашты. Сарала Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Кумертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев, «Рәсәй терәге» төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева үҙҙәренең тормош һәм хеҙмәт юлы хаҡында һөйләне, төбәкте үҫтереү буйынса программалары менән таныштырҙы, төбәк бүлексәләре етәкселәренең һорауҙарына яуап бирҙе.

Фекер алышыуҙарҙың төп темаһы булып сәнәғәтте үҫтереү, экологик проблемаларҙы хәл итеү тора. Осрашыуҙа күтәрелгән күп һорауҙар ме-дицина өлкәһенә, юл хужалығына ҡағылды.

Радий Хәбировҡа ҡатнашыусыларҙың һорауҙары бигерәк күп булып сыҡты. Халыҡ уға ышана, республикабыҙҙы яңы кимәлгә күтә-рәсәгенә өмөт итә. Әлбиттә, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барлыҡ проблемаларҙы ла хәл итеп бөтөп булмаясаҡ.

- Һеҙҙең ярҙамығыҙға иҫәп тотам, бергәләшеп эшләгәндә генә Башҡортостаныбыҙҙы яңы үҫеш юлына сығарасаҡбыҙ, - тине ул мөрәжәғәтендә.

Радий Фәрит улы Учалының таҙа, төҙөк булыуына һоҡланмай ҡалманы.

- Учалылар, афариндар! Артабан да шулай дауам итегеҙ! - тип юғары баһаһын ҡуйҙы төбәк Башлығы.

Радий Фәрит улы медицина өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы программалар әҙерләүен бәйән итте. Мәҫәлән, шуға ярашлы, бәләкәй ҡалаларға, райондарға эшкә килеүсе тар белгестәргә 1 миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам күр-һәтеләсәк тә инде.

«Учалы-Белорет-Мейәс» юлын төҙөкләндереү дауам итәсәк, шулай уҡ районыбыҙҙа пассажирҙарҙы йөрөтөү проблемаһын да хәл итеү юлдары ҡараласаҡ.

Күптән түгел генә ҡала-ра-йоныбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән, нимәгә Учалыла лингвистик мәктәп асмайҙар икән, тип һорау күтәргәйнек. Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килде, Радий Фәрит улы Учалыла 100 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөләсәге хаҡында белдерҙе. Ябай түгел, ә линг-вистик йүнәлештәге мәктәп-интернат буласаҡ икән ул.

Әлиә ДАУЫТОВА.



Читайте нас: