Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
7 Май 2019, 12:11

Күҙ йәшкәйҙәре аша яуланған шатлыҡ

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветарндары, тыл хеҙмәткәрҙәре, Учалы районы халҡы һәм килгән ҡунаҡтар! Бөтә йөрәктән барығыҙҙы ла уртаҡ изге байрамыбыҙ - Бөйөк Еңеү көнө менән тәбрикләйем!

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветарндары, тыл хеҙмәткәрҙәре, Учалы районы халҡы һәм килгән ҡунаҡтар!

Бөтә йөрәктән барығыҙҙы ла уртаҡ изге байрамыбыҙ - Бөйөк Еңеү көнө менән тәбрикләйем!

Еңеү көнө - ул бөтә милләттәрҙең дә уртаҡ байрамы. Бөгөнгө көндә Учалы районында 23 һуғышта ҡатнашыусы йәшәй. Һәм беҙҙең изге бурысыбыҙ, хөрмәтле яҡташтар, уларҙың һәр береһен иғтибарһыҙ итмәү, ҡурсалау һәм Ватан һаҡсыларының ҡаһарманлығын хәтеребеҙҙә тотоу. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, совет халҡының Еңеү тарихын үҙгәртеп ҡорорға тырышыусылар күбәйҙе, фашизмға ҡаршы көрәштә уларҙың ролен, баһаһын түбәнәйтергә ынтылыусылар осрай. Быға ҡаршы берҙән-бер етди сара - һәр ғаиләлә быуындан-быуынға олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы хаҡында һөйләү, тылда Еңеүҙе яҡынайтып ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡарттарҙың, балаларҙың күрһәткән хеҙмәт батырлыҡтарын бәйән итеү. Ветерандарыбыҙ хаҡындағы иҫтәлектәр уртаҡ, яҡшы һәм изге булырға тейеш. «Үлемһеҙ полк» акцияһы был тәңгәлдә иң яҡшы сара. Йыл һайын йөҙәрләгән учалылар олатайҙарының фотоларын тотоп урамға сыға, тимәк, беҙҙең яугирҙарыбыҙ һаман булһа хәрби сафта тигән һүҙ.

Хөрмәтле ветерандар, тыл хеҙмәткәрҙәре! Һәр берегеҙгә бөтә учалылар исеменән сикһеҙ хөрмәтемде белдерәм. Беҙ һеҙҙең хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығығыҙға һоҡланабыҙ һәм Ватаныбыҙға тоғро булырға өйрәнәбеҙ. Бөгөнгө матур тормош, тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт һеҙгә! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныс һәм яҡты тормош, яҡындарығыҙҙың күңел йылыһын, иғтибарын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйем. Барлыҡ Учалы районы халҡына именлек, бәхет, тыныслыҡ юлдаш булһын!

Руслан ҒИЛӘЗЕТДИНОВ,
район хакимиәте башлығы.


Читайте нас: