- Беҙ һуғышты көтмәгәйнек, ул ҡапыл башланды, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Татьяна Кочурина.
Татьяна Макаровна 1922 йылда Смоленск өлкәһенең Шестаки ауылында күп балалы ғаиләл тыуған. Биш йәшендә ҡарауылсы булып эшләгән атаһын үлтереп китәләр. Олатаһы менән өләсәһе урам буйлап йөрөп, балаларҙы ашатыр өсөн кешеләрҙән аҙыҡ йыя, әммә улар ҙа аслыҡтан урамда үлеп ҡалалар. Һигеҙ йәшендә ауырыуҙан мандый алмаған әсәләре, балаларҙы үкһеҙ етем ҡалдырып, яҡты донъянан китә. Урам буйлап тамаҡ ялғарлыҡ аҙыҡ һорап үтә уларҙың бала сағы. Үҫә төшкәс, көтөү көтөп, кеше балаларын ҡарарға ялланалар.
Бәлиғ булған Татьяна Смоленск ҡалаһында ни бары өс ай сыр эшкәртеү оҫтаһы булып эшләп өлгөрә. Ҡәһәрле һуғыш башлана...
Ҡаланы немец самолеттары бомбаға тотҡанда сыр эшкәртеү заводы ла юҡҡа сыға. Дошман һөжүменән артҡа сигенгән Ҡыҙыл Армия частары ҡала дошман ҡулына ҡаласағы тураһында хәбәр итәләр. Башҡа комсомолецтар менән Татьяна ла партизандар отрядына китә.
Партизандар отрядында йәш комсомолка яралыларҙы ҡарай, ашарға бешерергә, кер йыуырға ярҙамлаша. Ҡәҙимге кеше булып аҙыҡ-түлек һатып алырға ҡалаға йөрөй. Төндәрен заданиелар үтәргә бара. Ҡыштар ныҡ һыуыҡ була. Аяҡтарын сылғау менән урап, сабатала ғына ҡыш сығырға тура килә. Һалам өҫтөндә йә ҡар өҫтөндә лә йоҡларға тура килә.
Бер ниндәй ҙә медикаменттар булмай, һалдаттар күберәген көндәрҙе ас үткәрәләр, эләккәндә туңған икмәк кимерәләр. Ҡайһы ваҡыт ус аяһындай ғына он бүлеп бирәләр. Утты ла бик һирәк осраҡтарҙа ғына яғырға ту-ра килә, сөнки баш өҫтөнән осҡан дошман самолеттары усаҡты шәйләп ҡалыуы бар бит. Шул сәбәпле, күрше ике партизан отряды фашист бомбалары аҫтында һәләк була.
1943 йылдың февралендә Ҡыҙыл Армия частары һөжүмгә күсеп, оккупацияға алынған ерҙәрҙе фашист илбаҫарҙарынан ҡотҡара һәм партизан отрядтары совет ғәскәрҙәренә ҡушыла.
Партизанка Татьяна Кочурина фронттағы «Сын Родины» исемле редакцияла хеҙмәт итә башлай.
Шулай итеп 39-сы Беларусь фронты армияһы менән Кенигсбергҡа (Калининград) тиклем барып етә яугирыбыҙ.
Һуғыш тамамаланып бер нисә көн үткәс, 39-сы армияны Алыҫ Көнсығышҡа япон самурайҙары менән һуғышҡа ебәрәләр. Көнсығыш Пруссиянан Ҡытайға тиклем бер ай баралар улар.
Татьяна Макаровна Порт-Артур ҡалаһында үҙенең буласаҡ тормош иптәше, йәш офицер Борис Тимофеевичты осрата. Танышыуҙың икенсе көнөнә йәш офицер ҡыҙҙың ҡулын һорай. Йәштәр Ҡытайҙа законлы никахҡа инәләр. Бер йыл үткәс, улдары Витя тыуа, әммә сабый ун һигеҙ көндән вафат булып, Ҡытай ерендә ерләнә.
Ғаилә 1965 йылда Учалы ҡалаһында төпләнә. Ҡалабыҙҙа бик оҫта тегеүсе була ул, ә Борис Тимофеевич тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә. Оло мөхәббәт менән ҡауышҡан ғаилә 52 йыл бергә йәшәп Нина һәм Людмила исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.
Татьяна Макаровна Совет Армияһы сафтарында алты йыл хеҙмәт итә. Ветерандың күкрәген «Японияны еңгән өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Еңеү өсөн», «Кенигсбергты алған өсөн» һәм башҡа бик күп юбилей миҙалдары биҙәй бөгөнгө көндә.
Өлкән быуындың һуғыш, һуғыштан һуңғы героик тормошо беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө.