Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
14 Май 2019, 10:45

Барыһы ла бер сафта - ветерандар, балалар

Шанлы йылдарҙы иҫкә алып, Еңеү байрамы быйыл да киң ҡоласта билдәләнде.

Шанлы йылдарҙы иҫкә алып, Еңеү байрамы быйыл да киң ҡоласта билдәләнде.

Әлеге мәлдә районыбыҙҙа, Япон һәм башҡа һуғыштарҙа ҡатнашыусылар менән бергә, егерме өс һуғыш ветераны иҫәпләнә. Әммә оло йәштә булыу сәбәпле, ҡайһы берҙәре Еңеү парадына килә алманылар шул.

Һуғыш һәм тыл ветерандары колоннаһын хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар, яуҙа һәләк булған һалдаттарҙың балаларынан төҙөлгән «Йөрәк хәтере» ойошмаһы, райондың предприятие, ойошма вәкилдәре, депутаттар тулыландырҙы. Колонна Ленин урамы буйлап Дан стелаһына йүнәлде. Бында һалдат-еңеүселәрҙе йөҙәрләгән учалылар ҡаршы алды.

Был көндө ветерандарҙың күкрәктәрендәге орден-миҙалдарҙың сыңлауы байрамға тағы ла илһөйәрлек рухы өҫтәне. Тик йылдан-йыл был ҡанлы һуғыш шаһиттары кәмей бара. Районыбыҙҙан 13,5 мең кеше фронтҡа алына. Шуларҙың туғыҙ меңдән ашыуы ғәзиз илебеҙ өсөн барған ҡаты һуғышта сит ерҙәрҙә ятып ҡала. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәндәре өсөн алты яҡташыбыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, өсәүһе - Дан орденының тулы кавалеры була.

- Хөрмәтле һуғыш һәм тыл ветерандары, тол ҡатындар, атайҙары яуҙан ҡайтмаған балалар - барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайым! Бөгөн беҙ һеҙгә оло ихтирамыбыҙҙы һәм һөйөүебеҙҙе белдерәбеҙ, - тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.

Бөтә ил кимәлендә уҙған «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылған, үҙҙәренең туғандарының, атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотҡан колоннаның үтеүе күңелгә яҡын һәм тетрәндергес булды.

Аҡҡужа ауылынан Мөнирә Суфиянова үҙенең олатаһының Сәлимйән Ғәрифулла улы Ғариповтың портретын тотоп сыҡҡан. Яугир капитан, батальон командиры ла булып хеҙмәт иткән ул. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ, һәләк булғандан һуң Ватан һуғышы ордены бирелгән үҙенә.

Ирма Емельянова атаһы Марат Мортазин портреты менән сыҡҡан. Марат Вәли улы 3-сө Белорус фронтында һуғышҡан. Һуғыштан һуң Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән.

Алһыу ХАННАНОВА



Читайте нас: