Ялсығол ауылында әсәһе Мәмдүҙә һәм атаһы Әнүәр Әбшәһитовтар ғаиләһендә ишле ғаиләлә тәрбиә алған Рәил Әнүәр улы мәктәпте тамамлағас, армия сафына хеҙмәткә алына.
Тыуған ил алдындағы изге бурысын Хабаровск өлкәһендә үтәп ҡайтҡас, киләсәген тыуған ауылы һәм ауыл хужалығы техникаһы менән бәйләргә уйлаған егет Учалы ауылындағы һөнәрселек училищеһында тракторсы һөнәренә уҡып сыға.
Йәш егеттә эшкә сәм, уҡыуға дәрт ташып торғанлығын күргән «Поляковка» совхозы еткселеге артабан уҡыуын дауам итергә Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына йүнәлтмә бирә. Студент йылдары һиҙелмәйенсә үтеп тә китә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, ҡулына техник-механик дипломы алып ҡайтҡан йәш белгес үҙе уҡып сыҡҡан училищела ике йыл мастер булып эшләй. Совхоз икегә бүленгәс «Илсеғол» совхозына инженер вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ул замандарҙа колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған сағы, дәртләнеп эшкә тотона йәш белгес. Совхозды тағы ла бүләләр һәм барлыҡҡа килгән «Салауат» предприятиеһында баш энергетик йөгөн тартырға тура килә.
Хужалыҡтар тамам бөтөрөлгәс, 1993 йылда район элемтә селтәрҙәренә элемтәсе булып эшкә урынлаша. Бына 30 йылға яҡын Рәил Әбшәһитов Илсеғол ауыл ултырағына ҡараған ауылдарҙы, шулай уҡ Әүеш, Ялсығол, Шәрип, Ҡужай ауылдарын хеҙмәтләндерә, бәйләнеш булдыра.
Әбшәһитовтар ғаиләһендә был эш быуындан-быуынға тапшырыла килә тип әйтеү яҙыҡ булмаҫтыр. Оло ағаһы Булат Әнүәр улы ошо ойошмала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның өлкән улы Айнур Өфөлә Рәми Ғәрипов исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлағас, БДУ-ның физика факультетында белемен камиллаштыра. Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Транспорт һәм элемтә» йәмғиәтендә цех начальнигы вазифаһын башҡара.
Ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, хатта төпкөл ауылдарҙа ла заманса элемтә хеҙмәтенең барлыҡ төрҙәре лә күрһәтелә, йәғни халыҡҡа телекоммуникацияларҙан файҙаланыу өсөн тигеҙ шарттар тыуҙырыла. Ә инде элемтәнең көйлө һәм сифатлы эшләүе иҡтисади-социаль тотороҡлоҡто, халыҡтың тормош кимәлен билдәләй, интеллектуаль ҡеүәтебеҙҙе үҫтерә. Шундай уңышҡа ирешеүебеҙ менән беҙ, иң беренсе сиратта, элемтәселәрҙең фиҙакәр хеҙмәтенә рәхмәтле. Әлбиттә, был тәү сиратта етәкселектең эште дөрөҫ ойоштороуынан килһә, күп нәмә хеҙмәт кешеләренең эшсәнлегенән, тырышлығынан да тора, тип әйтергә кәрәк. Шуға ла көслө ихтыярлы, дөйөм эш өсөн янып торған Рәил Әнүәр улы ауылдаштары араһында ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған.
Элемтәсе өлгөлө ғаилә башлығы ла. Уҙған ғүмер аҡҡан һыу кеүек бит. Әле генә ғаилә ҡорған кеүек булһалар ҙа, тормош иптәше Зәлифә Азамат ҡыҙы менән Илсеғол ауылында төпләнеп, бына 33 йыл инде татыулыҡта йәшәйҙәр. Хәләл ефете күп йылдар балалар баҡсаһы мөдире булып эшләне, әлеге мәлдә ауыл ултырағы башлығы вазифаһын башҡара. Был ауыр йөктө тартҡанда ла хәләленең ярҙамсыһы Рәил ағай.
Икеһе лә пар килгәндәр, эшһөйәр, уңған булыуҙары, күңелдәренең матурлығы, ихласлығы менән. Ошо күркәм сифаттарҙы балаларына ла биргәндәр. Ҡыҙҙары Гүзәл Башҡорт дәүләт университетында иҡтисадсы һөнәрен үҙләштергән. Әлеге мәлдә тормош иптәшенең ауылы Зәйнәкәйҙә төпләнгәндәр. Мәҙәниәт усағында художество етәксеһе булып эшләй. Наҙгөл, Руслан, Нурислам исемле ул-ҡыҙҙарға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Рәмил Көнъяҡ Урал университетын тамамлап, шахта төҙөү идаралығында өлкән геолог вазифаһын башҡара. Кәләше Линиза менән Арсен, Яҙгөл исемле балалар үҫтерәләр. Атай-әсәләрен олатай-өләсәй булыу бәхетенә ирештергәндәр. Рәил Әбшәһитов районыбыҙҙың элемтә үҙәгендә өс тиҫтә йылға яҡын намыҫлы хеҙмәте район, республика кимәлендә бихисап Маҡтау грамоталары менән баһаланған.