Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау, халыҡтың тел мәҙәниәте кимәлен күтәреү маҡсатында 18 май көнө Учалы ҡалаһының 1-се башҡорт лицейында һәм районыбыҙҙың 20 мәктәбе майҙансыҡтарында башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты яҙыу башланды. Акцияға төрлө һөнәр эйәләре, уҡытыусылар , ата-әсәләр, дауахана хеҙмәткәрҙәре, ауыл ултырағы хакимиәте башлыҡтары, “Хазина” фольклор төркөмө ағзалары, уҡыусылар ҡушылдылар Быйыл диктант ике төркөм өсөн айырым әҙерләнгән. Башҡорт телен һәйбәт белгән, әҙерлекле төркөм өсөн “Ағыла ҡурай моңо” диктант тексын махсус рәүештә шағир, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр яҙған. Телде яңы өйрәнә башлағандарға Вәкил Хажин менән Әхәт Вилдановтың “Өфө” тексы тәҡдим ителде.