Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
24 Май 2019, 11:03

Һау бул мәктәп, белем усағым!

Учалыла мәктәпте 830 - туғыҙынсы һәм 396 ун беренсе класс уҡыусылары тамамлай.

Учалыла мәктәпте 830 - туғыҙынсы һәм 396 ун беренсе класс уҡыусылары тамамлай.

Илсе урта мәктәбе күп күрһәткестәр буйынса районда яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Бөгөн белем усағында 146 бала иҫәпләнә. Беренсе кластар ҙа байтаҡ ҡына - 16 уҡыусы. Ауыл ере өсөн яҡшы күренеш. Яңы уҡыу йылында егерме ике баланың килеүе көтөлә.

- Һуңғы ҡыңғырау байрамы бер яҡтан моңһоу - бер яҡтан шатлыҡлы ла ваҡиға. Быйыл мәктәпте ете бала тамамлай. Көслө, уҡыу буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән класс. Төрлө конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа еңеү яуланылар. Етәүһенең бишәүһе мәктәпте миҙал менән тамамлай.БДИ-ны ла уңышлы бирәсәктәренә шик юҡ, имтихан һөҙөмтәләре буйынса үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йорттарына бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инерҙәренә ышанам. Уҡытыусыларҙың тырышлығы, үҙ бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыуын билдәләп үтергә кәрәк. Коллективыбыҙҙа егерме бер уҡытыусы иҫәпләнә.

Киләсәктә лә уларға ошо позицияны юғалтмайынса эшләргә яҙһын. Әлбиттә, мәктәбебеҙгә белгестәр етешмәй. Информатика, физика уҡытыусылары юҡ, ҡаланан, сит ауылдарҙан килеп белем бирергә мәжбүрҙәр. Уҡыу йортон тамамлаған йәштәр ауылда ҡалырға бармай. Киләсәктә лә урта мәктәп статусын һаҡлап алып ҡалырға ине учреждениеның, - ти директор Зөһрә Ғәлимйән ҡыҙы Батыршина.

Бер төркөм ҡыҙ-малайҙар араһында сығарылыш класы уҡыусыһы, мәктәп ғорурлығы Артем Хөсәйеновты эҙләп таптыҡ. Егет мәктәпте миҙал менән тамамлай. Артем беренсе кластан уҡ тик «бишле» билдәләренә генә уҡыған - биология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, география буйынса төбәк һәм республика олимпиадалары еңеүсеһе. Бынан тыш, ул башҡа фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә. Байрамда уҡыу алдынғыһы Хөрмәт ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнде.

- Киләсәктә медицина йә иһә химия һәм биология фәндәре менән бәйле юғары уҡыу йортона инергә уйлайым. Әлбиттә, электән уҡыуға ҙур иғтибар бүлергә тырыштым, бынан тыш, волейбол, баскетбол менән дә шөғөлләнә торғайным. Класташтарым менән берҙәм, дуҫбыҙ. Уларға хыялдарындағы уҡыу йорттарына уҡырға инһендәр, тип теләйем, юҡһынасаҡмын үҙҙәрен, - ти Артем Хөсәйенов.

11-се класты тамамлаусы Айгөл Әхмәтйәнова ла иң яҡшы уҡыусыларҙың береһе, миҙалсы. Уның билдәләүенсә, бергә уҡыған класташтары менән хушлашыу бигерәк моңһоу икән. Ҡыҙыҡай киләсәктә табип булырға хыяллана. Фәҡәт ниндәй уҡыу йортона документтарын тапшырасағын әлегә уйламаған. Алда уларҙы етди һынау - БДИ көтә.

Ете уҡыусыны үҙ ҡанаты аҫтына алған, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған класс етәксеһе - уҡыусыларҙың иң яҡын кешеһенә әүерелгән. Рәмилә Солтанованың был беренсе сығарылышы түгел. Шулай ҙа ул һәр ваҡыт уҡыусыларынан ауырлыҡ менән айырыла, моңһоулана.

Туғыҙынсы класты иһә 15 уҡыусы тамамлай. Класс малайҙарының күбеһе мәктәп менән хушлашырға йыйына. Техникум-колледждарҙа уҡыуҙарын дауам итәсәктәр.

- Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Һөнәр алыу тураһында хәҙерҙән хәстәрләй башларға кәрәк. Учалы тау сәнәғәте колледжына уҡырға барырға йыйынам, - ти Байрас Ғәйфуллин. Уңыштар һеҙгә!

Ҡыңғырауҙар сыңлай, бер үк ваҡытта һағышлы айырылышыу моңо һәм яңы тормош юлын асыу шатлығы яңғыраны.

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: