Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Май 2019, 12:50

Яңы ФАП-тар төҙөләсәк

Башҡортостанда иҫке фельдшер-акушер пункттары яңыларына алмаштырыласаҡ.

Башҡортостанда иҫке фельдшер-акушер пункттары яңыларына алмаштырыласаҡ.

Сираттағы «Сәләмәтлек сәғәте» форматында үткән кәңәшмәлә Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ошо турала һүҙ күтәрҙе. Шуға бәйле булған аҡсаны 13 фельдшер-акушер пунктын төҙөүгә йүнәлтергә ҡушты. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, йыл аҙағына тиклем ошондай алтмыш медицина учреждениеһын сафҡа индерәсәктәр икән.

- Киләһе «Сәләмәтлек сәғәте»нә авария хәлендәге, яңыртыуҙы талап ителгән ФАП-тар тураһында план әҙер булырға тейеш. Проблеманы ике-өс йыл эсендә хәл итергә бурыслыбыҙ, - тине ул.

Был һорау Ғафури районындағы бер ауыл халҡының мөрәжәғәттәренән һуң күтәрелде. Ауылдарында ФАП авария хәлендә, 2018 йылдан бирле эшләмәй, ошо арҡала кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтелмәй. БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, фельдшер күрше ауылдан килә. Радий Хәбировтың күрһәтмәһе менән ауылда яңы модулле ФАП төҙөү күҙаллана.

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе буйынса баш табиб урынбаҫары Жанна Балясова белдереүенсә, районда әлеге ваҡытта 52 фельдшер-акушер пункты эшләй. Проблемалар бар, әммә улар хәл ителә, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары тәртипкә килтерелә. Был - бик мөһим.

Рафиҡ ауылында заманса модулле ФАП эшләй, Һәйтәк ауылында ла ошондай яңы медицина учреждениеһы төҙөлә.

Медицина учреждениеларын компьютерға тоташтырыу эше дауам итә. Әлеге ваҡытта ун ФАП замана технологияһы менән ҡуллана башлаған, ҡалғандар ҙа оҙаҡламай компьютер менән эшләйәсәк.

«Сәләмәтлек сәғәте»ндә белдереүҙәренсә, халыҡтан мөрәжәғәттәр буйынса һаулыҡ һаҡлау темаһы әлегә тиклем беренсе урында булһа, хәҙер ул 5-сегә төшөп ҡалған, шулай ҙа сираттарға бәйле ялыуҙар әлегә һаман бар икән. Тимәк, иғтибар етди буласаҡ.

Әдилә ФӘРРӘХОВА.


Читайте нас: