Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
31 Май 2019, 10:58

Изгелек ҡылыу - сауаплы эш

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конферен-цияһында ҡабул ителгән.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тураһындағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конферен-цияһында ҡабул ителгән.

Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы - донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында һүҙ бирешә. 1950 йылдың 1 июнендә иһә беренсе тапҡыр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Был дата өлкәндәргә балаларҙың йәшәүгә, белем алыуға һәм ялға, физик һәм психологик һөжүмдәрҙән именлеккә, ба-лалар хеҙмәтен эксплуатациялауҙан яҡлауға булған хоҡуҡтарын нығытыу сараһы булараҡ индерелгән.

Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигән халыҡ мәҡәле был тәңгәлдә бигерәк урынлы яңғырай. Шуға ла балаларҙы наҙға сорнап, ел-ямғырҙан ҡурсалап үҫтереү беҙҙең изге бурысыбыҙ. Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы арала ата-әсәләр, эш, матди байлыҡ тип ғәзиздәренә тейешле иғтибар биреп еткермәй. Шуға ла яҡындарыбыҙ тураһында һис бер ҡасан онотмайыҡ.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан йыл һайын хәйриә акциялары үтә, ширҡәт-ойошмаларҙа эшләүселәрҙең бер көнлөк эш хаҡын етемдәр мәнфәғәттәренә алып ҡалалар. Эшҡыуарҙар ҙа аҡса күсерә. Быйыл был дата Ураҙа байрамы алдына тура килә, моғайын, күптәр фытыр саҙаҡаһын мохтаж балаларға күсерерҙәр. Оло йөрәкле, изге йәнле кешеләр учалыбыҙҙа ла бихисап. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, ҡала Советы депутаты Гүзәл Ҡәҙермәтова Учалы Балалар йортона хәйриә ярҙамы итеп дарыу кәрәк-яраҡтары, күстәнәстәр тапшырҙы.

- Изге Рамаҙан айында мохтаждарға ярҙам күрһәтеү сауаплы эш. Әлбиттә, күптәр хәйриәлектәре тураһында һөйләп бармай, шымып ҡалыуҙы хуп күрәләр. Мин, киреһенсә, ошондай кешеләр тураһында күберәк һөйләргә кәрәк, халыҡ уларҙы белергә тейеш, тип уйлайым. Ҡалғандар ҙа өлгө алһын, яҡшы эштәр эшләһендәр. Юғиһә, башҡалар ярҙам күрһәтмәй, ә миңә нимәгә ул, тип уйламаһындар өсөн. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай бит, икеләтә, йылдар үткәс тә бумеранг кеүек үҙеңә әйләнеп ҡайтасаҡ, - ти Гүзәл ханым.

Балаларҙың ҡыуанғанын күреү шатлыҡлы күренеш, әлбиттә. Ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр иһә «FORD Transit» автобусы алып һөйөндө. Яңы автомобилдең асҡысын мәктәп директоры Рәмил Ҡусаринға район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов тапшырҙы. Бынан кире йәш спортсыларыбыҙ ярыштарға бер ниндәй хәүефһеҙ йөрөй аласаҡ. Автобус заманса хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә. ГЛОНАСС юлдаш системаһы ҡуйылған. Машинаның ҡайҙа йөрөгәнен шундуҡ белергә була, мәғлүмәт Учалы АТП-һына һәм Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте пультына хәбәр ителә. Ҡыҙ-малайҙарға тағы ла күберәк уңыштарға ирешеүҙәрен теләп ҡалабыҙ!

Әйткәндәй, 1 июнь көнө, байрам уңайынан, төрлө саралар уҙғарыу планлаштырылған. Иртәнге 10 сәғәттә ял һәм мәҙәниәт паркында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн күркәм тамаша ойоштороласаҡ.

11 сәғәттә шунда уҡ «Балалар хороводы», «Йылмайыу фе-стивале», «Балаң менән паркка кил!» акцияһы барыһын да көтөп ҡала. 12 сәғәттә Учалы филармонияһында мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ-малайҙар өсөн «Беҙ - бергә» сараһы уҙғарыласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте район хакимиәтенең рәсми сайтында алырға мөмкин.

Әлиә ДАУЫТОВА.



Читайте нас: