Был яуаплы хеҙмәттә күберәк ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. «Ихтирам» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре әйтеүенсә, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш көнө сикләнмәгән, уларҙы ял көндәрендә лә, төндә лә, байрамдарҙа ла саҡырып алырға мөмкиндәр.
Хатта отпускыларына ла тыныс күңел менән китә алмай-ҙар, күптән яҡындарына әй-ләнгән әбей-бабайҙар өсөн борсола улар.
Бөгөнгө көндә «Ихтирам» йәмғиәтендә 39 социаль хеҙмәткәр эшләй, 550 кешене хеҙмәтләндерәләр. Бер тәрбиәсегә ун биш кеше тура килә, ҡайһы ваҡыт егермегә тиклем барып етә икән.
Эштәре тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, зарланмайҙар, һәр ҡайһыһы бурысын еренә еткереп үтәй. Араларында оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәткәрҙәр бихисап. Поляковканан Наталья Хөснөтдинова, Ялсығолдан Вәсилә Ниғмәтуллина, Туңғатарҙан Ләйлә Ельчибаева, Уральскиҙан Зифа Дәүләтшина, Наурыҙҙан Флариса Суфьянова, Ҡораманан Олеся Ильясова, Кәримдән Зөлфирә Шәйәхмәтова, Юлдаштан Дилә Фәхрисламова һәм башҡалар.
Нисек кенә әйтһәк тә, был эште башҡарған кешеләр иңендә ҙур хеҙмәт ята. Учалы ауылынан Гөлдәр Шәрипова менән килешәбеҙ, кешене тәрбиәләү уның өйөн йыйыштырып иҙәнен йыуыу, өҫтөн алмаштырыу, дауаханаға йөрөтөүгә генә ҡайтып ҡалмай, өлкәндәр бигерәк тә йылы һүҙгә, әңгәмәгә мохтаж. Шуға бындай хеҙмәттәшлек барыбер ҙә күңел талабына барып тоташа. Гөлдәр Иршат ҡыҙын әбей-бабайҙары бигерәк тә ана шул ихласлығы, йылы һүҙе, үҙҙәрен аңлағаны өсөн ярата.
Гөлдәр ханым иң яҡшы социаль хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Учалы, Өргөн ауылдарын хеҙмәтләндерә, уның ҡарамағында ун алты кеше. Сығышы менән Сәфәр ауылынан, кейәүгә сығып, тормош иптәше менән Барвиха биҫтәһендә йорт һалып сығалар. Шул мәлдән алып ул үҙен ололарҙы тәрбиәләүгә бағышлай ҙа инде.
- 1997 йылдан бирле эшләйем, балалар тыуғас, графигы уңайлы, исмаһам ҡараулы булырҙар, тип кенә ризалашҡайным. Ваҡытлыса ғына тиһәм дә, баштан-аяҡ ошо эшкә бирелдем дә ҡуйҙым. Әле лә яҡындарым, бәлки, әбей-бабайҙарыңдан китерһең, тип өгөтләйҙәр.Ҡайҙан инде, бер туғандарҙай эҫенешеп бөткәнбеҙ, нисек ҡалдырайым үҙҙәрен!
Бер насар яғы бар - өлкәндәрҙе юғалтыуҙы ауыр кисерәм. Һәр ҡайһыһын һуңғы юлға оҙатышып ҡалырға тырышам, - тип эше менән таныштыра Гөлдәр Иршат ҡыҙы.
Тәрбиәләнеүселәре араһында яңғыҙҙар ҙа, бала-сағаһы, булғандар ҙа юҡ түгел, ләкин байтағы ситтә йәшәй. Ә ололарҙың ғүмер иткән өй-ҙәренән айырылғыһы килмәй. «Үлһәм дә, нигеҙемде ташламайым», - тип ҡарышалар. Шуға ла алдан уҡ килешеп ҡуялар, ялға ҡайтһалар - балалары, эш көндәрендә социаль хеҙмәткәрҙәр ҡарауында йәшәйҙәр ололар.
Учалы ауылы ҙур ғына, Өргөн дә яҡын ара түгел. Гөлдәр ханым барыһына ла өлгөрә. Эш башлаған йылдарында әбей-бабайҙарына велосипедта йө-рөһә, һуңынан автомобиль йөрөтөргә уҡып, машинаға күсә. Ололарҙы «тимер атына» ултыртып һораған ерҙәренә лә алып бара, хатта, форсаты сыҡһа, урманға еләк-емешкә лә сығып әйләнәләр икән. Былтыр эшенән өр-яңы сәпит биргәндәр, рулдән ялҡып китһә, ике тәгәрмәсле дуҫын эйәрләй. Коллегаһы Лилиә Сибәғәтуллина менән Өргөнгә лә елдереп барып киләләр.
- Лилиә менән бергә эшләйбеҙ, ялға сығырға кәрәк булһа, ул - минең, мин уның әбей-бабайҙарын ҡарайым, - ти әңгәмәсебеҙ.