Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Июнь 2019, 15:22

Гөрләп үтте беҙҙә һабан туйы

Районыбыҙҙа ялан батырҙарына арналған, малсыларға, ғөмүмән, агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй эшләүсе уңғандарыбыҙға дан йырлаусы байрам һәр йылдағыса йәмле Ҡалҡан күле эргәһендә уҙғарылды.

Районыбыҙҙа ялан батырҙарына арналған, малсыларға, ғөмүмән, агросәнәғәт комплексында ал-ял белмәй эшләүсе уңғандарыбыҙға дан йырлаусы байрам һәр йылдағыса йәмле Ҡалҡан күле эргәһендә уҙғарылды.

Һабантуй бик күңелле, матур үтте. Байрамға хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Быйыл беҙҙең шатлыҡты уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова килгәйне. Улар учалыларға ҡайнар сәләмдәрен еткерҙеләр.

Һабантуй тантанаһын асыу хоҡуғы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмас Рәхмәтуллинға бирелде. Алмас Адик улының килгән ҡунаҡтарҙы, ялан батырҙарын саф башҡортса тәбрикләүе бигерәк күңелгә яҡын булды.

Традиция буйынса майҙан уртаһына байрам флагын күтәреү өсөн хеҙмәт алдынғылары саҡырылды, был хөрмәт «Байрамғол агрофирмаһы»ның Уральск бүлексәһе тракторсыһы Андрей Дмитриевҡа һәм «Аҡҡужа» крәҫтиән-фермер хужалығы һауынсыһы Миннур Ғилметдиноваға бирелде быйыл.

Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов ауыл хужалығы эшсәндәрен, ҡунаҡтарҙы, барлыҡ Учалы халҡын ихлас ҡотланы.

- Беҙ халҡыбыҙҙың матур, сағыу байрамдарының береһе - һабантуйға йыйылдыҡ. Быуаттар төпкөлөнән килгән был байрам бик ҙур рухи көс бирә, тыуған ере өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе, изге эштәре менән үҙенең төбәген, ауылын маҡтауға күмеүсе барлыҡ игенсе, малсыла-рыбыҙ, ауыл эшсәндәренең ауыр хеҙмәтен данлай. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығына ҙур иғтибар бүленә. Агробизнестан берәү ҙә китмәй, киреһенсә, ергә ерегеп эшләүселәр күбәйә, шул беҙҙе ҡыуандыра. Йылдан-йыл фермерҙар һаны арта. Һабантуй күңел күтәренкелеге, дәрт, яҡшы кәйеф бүләк итһен, - тине Руслан Ғәлийән улы.

Әйткәндәй, районыбыҙҙа быйыл сәсеү майҙаны 22 мең гектарҙы биләй. Уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынды, һауа шарттары ғына һынатмаһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Һабантуйҙың иң тантаналы һәм тулҡынландырғыс мәле - хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләүҙер, моғайын.

РФ Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән «Байрамғол агрофирмаһы»ның Уральск бүлексәһе тракторсыһы Заһит Хилажов, РФ ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән ошо уҡ бүлексәнең тракторсыһы Андрей Дмитриев хаҡлы рәүештә бүләкләнделәр.

БР Ауыл хужалығы министрлығының Хөрмәт грамоталары менән «Урал аръяғы - Агро» МТС-ының Учалы подразделениеһы ферма мөдире Ирек Зөлҡәрнә-ев, Учалы ауылынан шәхси эшҡыуар Булат Кәримов, «Юлдаш» йәмғиәте тимерсеһе Шамил Сәғәҙәтов, «Байрамғол агрофирмаһы»ның кадрҙар бүлеге начальнигы Гөлназ Йомағужина, агрофирманың слесары Вил Йомағужин тәбрикләнде. Республикабыҙҙың ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Баттал ауылынан КФХ башлығы Илфат Бирғәлинға, Өргөндән КФХ башлығы Урал Шәйхисламовҡа, «Ҡадиров» КФХ-һы тракторсыһы Айрат Фәйе-зовҡа Ҡоролтайҙың Почет грамоталарын тапшырҙы.

Район хакимиәтенең Хөрмәт грамоталарына «Байрамғол агрофирмаһы»ның транспорт цехы начальнигы Салауат Аб-драхманов, «Булат» КФХ-һы-ның йылҡы көтөүсеһе Азамат Әхмәтйәнов, «Аҡҡужа» КФХ-һы һауынсыһы Миннур Ғилметдинова, «Урал аръяғы - Агро» МТС-ы слесары, сәсеү-се Рафиҡ Ҡасимов, Учалы ауылынан КФХ башлығы Радик Моратов, «Байрамғол агрофирмаһы»ның баш бухгалтеры Лилиә Тураманова, ҡала-райондың ветеринар станция-һы ветеринар табибы Зәбиҙә Таһирова, «Байрамғол агрофирмаһы» водителе Әлим Хәкимов, «Урал аръяғы - Агро» МТС-ы водителе Рифат Хәсәнов бүләкләнде. Агросәнәғәт өлкәһендә оҙайлы йылдар хеҙмәт иткәне һәм һөҙөмтәле эшләгәне өсөн «Аҡҡужа» КФХ-һы башлығы Азат Сабиров «Ассы» ши-фаханаһына путевка менән дәртләндерелде.

Хужалыҡтар араһында ла еңеүселәр билдәләнде. «Йылҡысылыҡ өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн» номинацияһында «Юлдаш» йәмғиәтенә (етәксеһе Альфред Әхтәмов) диплом һәм ун мең һумға сертификат тапшырылды.

«Ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам күрһәтеүҙә һәм май культураларының сәсеү майҙандарын арттырыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкәне өсөн» номинацияһында еңеүсе «Урал аръяғы - Агро» МТС-ы (етәксеһе Ғәлимйән Хилажев) 15 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды, ә «Малсылыҡ өлкәһендәге яҡшы күрһәткестәре өсөн» «Байрамғол агрофирмаһы» (етәксеһе Салауат Баһауетдинов) егерме биш мең һум менән бүләкләнде.

Фермерҙарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы, игенселек, малсылыҡ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған хужалыҡтарҙы бүләкләп үттеләр. Иҫтамғолдан Вадим Мөхәмәтовтың КФХ-һы - 10 мең һумлыҡ, Сәфәрҙән Фаил Хисмәтуллиндың КФХ-һы - 15 мең, Ахундан «Оҡсын» КФХ-һы башлығы Шамил Рәхмәтуллин 20 мең һумлыҡ сертификаттарға эйә булдылар. Ихлас ҡотлайбыҙ!

Ауыл биләмәләрен үҫтереүҙә һәм ауыл хужалығын үҫтереүҙә уңайлы шарттар булдырғандары өсөн ауыл хакимиәте башлыҡтарын да тәбрикләнеләр. БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән Уральск ауыл хакимиәте башлығы Фәнил Әхмәҙиев, Ураҙ ауыл хакимиәте башлығы Салауат Лоҡманов, Яңы Байрамғол ауыл хакимиәте ба-шлығы Сажиҙә Шәрипова лайыҡлы бүләкләнде.

Хәтерегеҙҙәлер, апрель аҙағында Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры уҙҙы. Башҡортостандың 100 йыллығына ар-налған сарала Учалы районынан да һыбайлылар ярышты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса яҡташыбыҙ, Яңы Байрамғол ауылынан Динар Фазлетдинов икенсе урынға сыҡты. Һабантуйҙа Динарға диплом һәм кубок тапшырылды.

Быйылғы һабантуйҙың сценарийы бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп төҙөлгәйне. Алдағы йылдарҙан айырма-лы рәүештә был юлы районыбыҙҙың 18 ауыл биләмәһенән 14 команда байрамдың төп призы - һабантуйҙың күсмә кубогы өсөн көс һынашты. Еңеүсене ҡырандастар парады, милли уйындар, көтөүселәр конкурсы, «Суҡмар ырғытыу», милли костюмдар, иң яҡшы тир-мә һөҙөмтәләре буйынса билдәләргә тейештәр ине. Үрҙә телгә алған конкурс-ярыштарҙа еңгән командаға 8 балл бирелә, икенсе урынға - 7, өсөнсөгә - 6 һәм артабан дауам итә. Кемдә-кем ярышта ҡатнашмай - 3 балл алып ташлана. Һабантуй аҙағында райондың иң яҡшы ауыл биләмәһе 195 мең һумлыҡ приз менән бүләкләнә.

Ҡырандастар парадын һоҡланып тамаша ҡылдыҡ. Иң тәүгеләрҙән һабантуй майҙаны буйлап Амангилде, Яңы Байрамғол ауыл Советтары үтте. Биләмәнең «Газель» автомобиле Башҡортостандың, Мостай Кәримдең 100 йыллығына, Театр йылына арнап биҙәлгән. Улар артынса райондың иң ҙур биләмәләренең береһе, тырыш халҡы менән дан ҡаҙанған ахундарҙың колоннаһы килә. Әйткәндәй, 15 июндә Ахун ауылында һабантуй үтәсәк, барыһын да байрамда ҡатнашырға саҡыралар. Рәхим итегеҙ!

Бөйҙө ауыл биләмәһе заманса ҡырандасын һабантуй символы - «Еңеүселәр бағанаһы» менән биҙәгән. Илсеғол ауыл биләмәһенең байрам коллонаһы башында үҙе эшләгән ҡырандасҡа башҡорт тоҡомло юртағын егеп, ағас оҫтаһы Владислав Овчинников килә. Улар артынса Илсеғол мәҙәниәт йортоноң «Тыпырбикәләр» бейеү ансамбле, «Ҡарасай» ҡумыҙсылар ансамбле, ағинәйҙәр, мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар эйәргән.

Илсе ауыл биләмәһе колоннаһын үҙ ҡулдары менән яһаған машинаһында Руслан Вәлитов етәкләй. Әйткәндәй, Руслан иретеп-йәбештереүселәрҙең республика конкурсында илле алты кеше араһында унынсы урын алғаны билдәле булды.

Колонналарҙың һәр береһенә айырым туҡталып тормайыҡ. Ғөмүмән, һәр ауыл биләмәһе был конкурста үҙҙәрен лайыҡлы итеп күрһәттеләр. Ижади һәләттәре бай икән яҡташтарыбыҙҙың, ретро автомобилдәрҙе лә әллә ҡайҙан тапҡандар бит әле. Баҡтиһәң, билдәле яҡташыбыҙ коллекционер-реконструктор Виктор Гуменюктың автомобилдәре икән! Уның техникаһы күргәҙмәләрҙән, байрамдарҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай, күреүебеҙсә, һабантуйға ла килеп еткән.

Башҡорт милли костюмдары оҫталары конкурсы ла сағыу тамаша булды. Был парад милли кейемдәрҙе пропагандалау маҡсатында ойошторолдо. Бәйгелә ауыл биләмәләре 45 секунд эсендә үҙҙәренең костюмдары менән таныштырып өлгөрөргә тейештәр ине. Өлгөрҙөләр!

Һабантуйҙың иң мөһим бер яңылығы - БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарары менән был көндө һабантуй яланында, ҡала-райондың сауҙа нөктәләрендә алкогол-ле эсемлектәр бөтөнләй һа-тылманы. Бик мәслихәт! Хәмергә ҡаршы - бергәләп.

Әлиә ДАУЫТОВА.


Читайте нас: