Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
14 Июнь 2019, 11:23

Аҡ халатлы ла, аҡ күңелле лә изге зат

Ишмәкәй ауылының фельдшер-акушер пунктында эш бер минутҡа ла тын тормай. Беҙ килгәндә лә өс кеше сиратын көтөп ултыра ине.

Ишмәкәй ауылының фельдшер-акушер пунктында эш бер минутҡа ла тын тормай. Беҙ килгәндә лә өс кеше сиратын көтөп ултыра ине.

Фельдшер Наида Ғарипова пациенттарына иғтибарлы, һәр килеүсене ентекле тикшерә, дарыуҙар яҙып бирә. Кәрәк тип тапһа, участка дауаханаһына йүнәлтмә бирә. Наида Сәғитйән ҡыҙы кешеләрҙең сикһеҙ рәхмәтен ишетеп ҡыуана. Ишмәкәйҙәр ҙә табиплы булыуҙарына сикһеҙ шат. Шулай булмай ни, бер нисә йыл элек, фельдшер юҡлыҡтан, ФАП-тары ярты йылдан ашыу бикле тора бит. Медицина ярҙамы ала алмай оҙаҡ хитланырға тура килә, ахырҙа ауылдаштары менән йыйылышып, үҙәк ҡала дауаханаһы етәкселегенә баралар, ул мәлдә неврология бүлегенең интенсив терапия бүлегендә эшләп йө-рөүсе Наида ханымды ауылдарына фельдшер булып ҡайтыуҙарын һорайҙар.

- Көн һайын ҡалаға йөрөп эшләү мәшәҡәтле шул. Ишмәкәйгә барырға тәҡдим иткәс, үтенестәрен кире ҡаҡманым, ризалаштым да ҡуйҙым, - ти әңгәмәсебеҙ.

Наида Сәғитйән ҡыҙы Ҡотойҙа тыуып үҫкән, Ураҙҙа урта мәктәпте тамамлғандан һуң әхирәте менән Белорет медицина училищеһына юл тоталар. Имтихандарҙы тапшырып, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инәләр.

Дипломлы йәш белгес башта Миндәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эш башлай. Ошо мәлдә класташы Надир Ғарипов менән өйләнешеп ғаилә ҡоралар, Ураҙҙа йәшәйҙәр. Декреттан һуң Ураҙ амбулаторияһына акушер итеп күсерәләр. Оҙаҡ йылдар үҙен ошо һөнәргә бағышлай. Акушер һөнәренә эйә булған кешегә бала тыуыу процесында ла туранан-тура ҡатнашырға тура килә. Наида ханымдың был ҡаҙаныштарын һанай китһәң бихисап. «Өйҙә тыуған һигеҙ балам бар. Хәҙер улар үҫеп, күптән буй еткергәндәр. Мине онотмайҙар, күрһәләр сәләмдәрен биреп, хәлемде белешәләр», - ти ул. Тәүге тапҡыр нисек бәпес ҡабул итеүен яҡшы хәтерләй.

- Ул ваҡытта миңә 35 йәш ине. Тормош иптәше килеп ҡатынының ауырыуы тураһында хәбәр итте. Ноябрь айы, көн шул тиклем һыуыҡ ине. Тиҙ генә кәрәк-яраҡтарымды алдым да, йүгерҙем. Барһам, ҡатындың тулғағы башланған. Тиҙ генә урын әҙерләп һалыуыбыҙ булды, бала ла күренде. Шалҡандай бәпес тыуҙы, уның кендеген киҫеп төргәндән һуң күршеләргә тиҙ ярҙам саҡыртырға телефонға йүгерҙем. Ул заманда кәрәҙле телефондар юҡ ине, - тип хәтерләй.

Бер мәл Наида Сәғитйән ҡыҙы тормошон ҡырҡа үҙгәртә, табип һөнәрен ҡалдырып, мәктәптә китә. Ситтән тороп Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлай, социаль педагог булып эшләй, завуч итеп үрләтелә. Әммә бер көн килеп, бәғзе әҙәмдәрҙән йәберләтелеп эшһеҙ ҡала. Был ваҡиғаны ауыр кисерә, хатта, ошо арҡала һаулығы ҡаҡшай. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып сынығыу алған, бай тәжрибә туплаған ханымға һоҡланмау мөмкин түгел!

Иртә таңдан уҡ эш урынында. Көн һайын тормош иптәше Надир ағай машина менән йөрөтә. Эш башлағанда ла ФАП-ты икәүләшеп төҙөкләндергәндәр. Яҡындарының терәген, йылылығын тойоп йәшәй Наида апай.

Ғариповтар өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, улдары Динар Өргөн ауылында ғаиләһе менән йәшәй, Регина ҡыҙҙары Өфөлә төпләнгән. Кинйәләре Рәсилә авиация университетын тамамлап, уҡыуын магистратурала дауам итергә ниәтләй.

- Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ курсташтарымды, коллегаларымды ихлас күңелдән ҡотлайым!

Әлиә ФӘРРӘХОВА.


Читайте нас: