Ошо көндәрҙә учалылар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Учалы тау сәнәғәте колледжында ашнаҡсылыҡ һәм кондитерлыҡ эше буйынса оҫтахана асыу тантанаһы уҙҙы.
Студенттар өсөн тәғәйенләнгән аш-һыу бешереү лабораториялары донъя кимәле стандарттарына яраҡлаштырып эшләнгән. Заманса ҡорамалдар менән йы-һазландырылған. Оҫтахана урынлашҡан бинаны төҙөкләндереү, ремонт эштәре Башҡортостан Мәғариф министрлығы һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының финанс ярҙамы менән башҡарылған. Проектҡа Учалы тау сәнәғәте колледжы үҙенең аҡсаһын да һалған.
Оҫтахананы асыу тантанаһына ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Учалыларҙың ҡыуанысын республиканың мәғариф министры урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева, район хакимиәте башлығының иҡтисади һорауҙар буйынса урынбаҫары Гүзәл Ғибәҙәтова, Урал аръяғы райондарының йәмәғәт туҡланыу предприятиелары етәкселәре, төрлө уҡыу йорттары вәкилдәре уртаҡлашты.
Колледж директоры Дмитрий Абдрахманов белдереүенсә, оҫтахана киләсәктә Урал аръяғы районында ашнаҡсы-лыҡ һәм кулинария эше буйынса демонстрацион имтихандар биреү үҙәге буласаҡ.
Әйткәндәй, республикала ошондай өс үҙәк эшләйәсәк. Ошо көндәрҙә береһе Өфөлә асылды, бөгөн Учалыла, тағы бер майҙансыҡ Нефтекама ҡалаһында эшләй башлаясаҡ. Үҙәктә уңышлы һынау тотҡан сығарылыш студенттарына WorldSkills стандарты буйынса документ биреләсәк. Документ менән улар, хатта, сит илдә лә эшләй аласаҡ. Яңы стандарттар менән белем алған студенттарҙың беренсе сығарылышы 2021 йылға планлаштырылған. Әлегә был егет-ҡыҙҙар колледждың икенсе курсында уҡый.
Сара барышында лабораториялар буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторолдо. Ысынлап та, оҫтахана иҫ ки-терлек зауыҡлы итеп эшләнгән. Ҙур тәҙрәләр менән бүленгән, ҡеүәтле вентиляция торбалары ҡуйылған. Ҙур өҫтәлдәрҙә студенттар шөғөлләнәсәк техника урын алған. Күп хужабикәләрҙең тормошҡа ашмаҫ хыялы - заманса, брендлы. Аш-һыу кәрәк-ярағы өсөн махсус шкафтар эшләнгән, бешеренеү мейестәре ҡуйылған. Ҡыҙыҡтырырлыҡ нәмәләр бик күп бында.
- Ремонт барышында ҡайһы бер нескәлектәр ҙә килеп сыҡты. Лабораторияны донъя стандарттары кимәлендә, сифатлы итеп эшләргә кәрәк. Әммә Учалыла был йүнәлештә эшләгән белгестәр булмай сыҡты, ахырҙа, күрше ҡалаларға мөрәжәғәт итергә тура килде. Үҙебеҙҙең колледж уҡытыусыларына ҙур рәхмәт-лемен, электр утын үткәрҙеләр, башҡа төр ремонт эштәрендә ярҙамлаштылар, - ти Дмитрий Абдрахманов.
Студенттар ҡунаҡтарға ҡытай билмәне яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
- Беҙҙең билмәндән эслеге менән генә айырыла. Үткәрелгән сусҡа итенә соя, борос, имбирь, пекин кәбеҫтәһе һәм төрлө тәмлеткәстәр ҡушыла. Манты кеүек эшләнә, өҫтөнә бешкән йомортҡа һарыһы һибелә, - ти Артем Айбатов.
Егет икенсе курста белем ала, һөнәрем оҡшай, ти. Киләсәктә ҙур ҡалала ресторанда эшләргә хыяллана.
Сарала сығарылыш курсы студенттарының эштәре тәҡдим ителде. Өҫтәлдәр төрлө һый-ниғмәттән һығылып тора. Рус, итальян кухняһы, Яңы йыл, балалар тыуған көнө, банкет табыны һәм башҡалар.
Лия Лутова курсташтары менән башҡорт халҡының милли аш-һыуын әҙерләгәндәр. Кемдер сәк-сәк, ҡоймаҡ, бишбармаҡ бешергән. Лия әсәһе менән бергәләшеп эшләгән ҡаҙы, ҡорот алып килгән. Телеңде йоторлоҡ!
- Бешеренергә бәләкәйҙән яратам, киләсәктә балалар баҡсаһында ашнаҡсы булырға хыялланам. Практикамды ауылыбыҙҙағы билмән цехында үттем, - ти һылыуҡай.
Төбәгебеҙҙә ашнаҡсылыҡ һәм кондитер һөнәренә уҡытҡан уҡыу йорто булыуы бик яҡшы. Бынан кире колледжда белем алыу мауыҡтырғыс та, престижлы ла буласаҡ. Әйткәндәй, сығарылыш студенттары араһында Санкт-Петербург, Краснодар өлкәһе ресторандарында эшләгәндәр ҙә бар. Уҡыу йорто һәләтле йәштәрҙе үҙендә көтөп ҡала. Рәхим итеп килегеҙ!