Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
21 Июнь 2019, 10:25

Сәләмәтлек поезы һеҙҙе көтөп ҡала

Ауыл халҡы сирләп китһә, аяҡтан йығылғансы йөрөй ҙә ҡуя, сөнки табиптарға күренергә ваҡыты юҡ.

Ауыл халҡы сирләп китһә, аяҡтан йығылғансы йөрөй ҙә ҡуя, сөнки табиптарға күренергә ваҡыты юҡ.

Төпкөлдә йәшәүселәргә бигерәк тә ауырға тура килә, бер генә белгескә күренер өсөн дә әллә күпме саҡрым үтергә тура килә бит.

Ошо көндәрҙә Учалыға «Сәләмәтлек поезы» килде. «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә ойошторолған был сарала учалылар күсмә медицина модулендә үҙҙәренең һаулығын тикшертә алды.

Бер нисә күсмә модулде үҙ эсенә алған автопоезд (Белорет үҙәк клиник дауахана-һы флюорографы, республика онкология диспансеры маммографы, үҙәк ҡала дауаханаһының пассажирҙар йөрөткән УАЗ-ы) иң тәүҙә Илсеғол ауыл биләмәһендә туҡтаны. График буйынса 13-16 июнь терапевт, педиатр, хирург, офтальмолог, эндокринолог, невролог, акушер-гинеколог, УЗИ-диагностика табиптары ҡабул итеүҙәр ойоштороп шатландырҙы.

19 июнь көнө «Сәләмәтлек поезы» Туңғатар ауылына юлланды. Урындағы участка дауаханаһына ун ике ауыл ҡа-рай. Халыҡ уңайы сыҡҡанда сәләмәтлеген тикшертеп ҡалырға тырыша.

Әғләм Мортазин Ҡорама ауылынан килгән, сире неврология менән бәйле икән.

- Ҡалаға барып неврологҡа күренеү бик мәшәҡәтле. Барған һайын талон бөттө, тиҙәр ҙә ултыралар. Шулай уҡ окулисҡа ла эләгеп булмай. Өс йыл катарактанан операция эшләтә алмай яфаланам. Ошо белгестәрҙә мотлаҡ ҡаралырмын, тигән өмөт менән килдем.

Маммография машинаһы янында ла сират. Был белгескә, хатта, баш ҡала дауаханаларында ла эләгеүе ҡыйын бит. Заманса медицина техникаһында снимок эшләгәндән һуң ул Өфөгә онкология диспансерына ебәрелә. Аҙна дауамында һөҙөмтәһе билдәле була, тип аңлаттылар.

- Туңғатарҙа йөҙ кешене ҡабул иттек. Ниңәлер ҡатын-ҡыҙҙар әүҙемлек күрһәтмәй, беҙ күберәк булырҙар икән, тип уйлағайныҡ.

Учалыға тәүгә килеүебеҙ, бәлки, күптәр эштең нисек ойошторолғанын аңлап та етеңкерәмәйҙәрҙер. Гүзәл заттар, ошондай мөмкинлек бирелгәндә, мотлаҡ форсат менән файҙаланып ҡалырға кәрәк, - ти республика онкология диспансеры рентген-лаборанты Нурҙиҙә Хөсәйенова. Ялсығолдан Фәниә Ильясова социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Ҡужай, Аҙнаш, Шәрип ауылында көн күргән өлкәндәрҙе тәрбиәләй. Бөгөн Ҡужайҙан Мәймүнә Сабитованы машинаһына ултыртып тикшерелергә килтергән.

- Мәймүнә апай аяҡтары менән яфалана, ике таяҡҡа таянып саҡ йөрөй. Табип флюорография ҡушҡайны, үтеп ҡуйҙы. Ҡужай ауылында фельдшерһыҙ ыҙалайбыҙ, әлегә тиклем эшләгәнен Комсомольскиға алдылар.Ҡужай, Шәрип, Аҙнаш ауылында нигеҙҙә ололар йәшәй, юғары ҡан баҫымы менән яфала-ныусылар бихисап.

Урында ятҡан, йөрөй алмаған кешеләр ҙә бар. Табиптар төпкөл ауылдарға ла барып ҡабул итеүҙәр ойошторһалар, бигерәк шәп булыр ине, - тигән теләктә Фәниә ханым.

- Акция ярҙамында халыҡҡа сифатлы медицина тикшереүҙәре үтергә мөмкинлек булдырылыуы бик яҡшы хәл. Күсмә модулендә онкология, йөрәк һәм башҡа сирҙәрҙе асыҡлау мөмкинлеге бар. Биләмәлә 2200 кеше иҫәпләнә, барыһына ла алдан хәбәр ителгән. Шуныһы ла уңайлы, күсмә сәләмәтлек поезында кешеләр анализ да тапшыра ала, - тип аңлатты беҙгә Туңғатар табип амбулаторяһы мөдире, терапевт-ревматолог Роза Моратова.

Туңғатарҙа сәләмәтлек поезы 22 июнгә тиклем туҡталасаҡ. Артабан инде сираттағы маршрут буйынса Сәфәр, Ахун ауылдарына юлланасаҡ. Мөмкинлекте файҙаланығыҙ.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.


Читайте нас: