Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
25 Июнь 2019, 11:09

Урал аръяғы яңы һулыш алһын

22-23 июндә Сибай ҡалаһында республикала тәүләп «Урал аръяғы-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтте.

22-23 июндә Сибай ҡалаһында республикала тәүләп «Урал аръяғы-2019» Бөтә Рәсәй ин-вестиция һабантуйы үтте.

Ҙур масштабта үткән мөһим сарала «Учалы мәғлүмәт үҙәге» журналистарына ла ҡатнашыу хоҡуғы тейҙе.

Юлға иртә таңдан уҡ ҡуҙғалдыҡ. Ике сәғәттән ашыу үттеме-юҡмы, Сибайҙа инек. Форум үтәсәк үҙәк майҙанда автомобилдәр өсөн юл тулыһынса ябылған. Сара ҡаланың Балалар ижад һарайында ойошторолған. Биләмәлә тирмәләр ҡуйылған.

Әйткәндәй, йыйында ҡатнашыу өсөн алдан уҡ сайт аша теркәлергә кәрәк ине. Сиратҡа тороп махус бейдждар алғандан һуң, эскә үтәбеҙ. Уның алдынан полиция хеҙмәткәрҙәре сумкаларыбыҙҙы асып күрһәтергә ҡушты, махсус ҡорамалдары менән тикшергәндән һуң ғына артабан барырға рөхсәт бирҙеләр. Ҡунаҡтарҙы ирекмәндәр ҡаршылай, улар араһында сит илдәрҙән килеп баш ҡалабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында белем алыусы йәштәр байтаҡ күренә.

Мәҫәлән, Сидхант Тивари Һиндостандан, әлеге ваҡытта Өфө дәүләт техник университетының технология факультетында уҡый.

Егет беҙгә ҡайҙа барырға кәрәклеген ентекле өйрәтеп, яҡшылап аңлатты.

Бөгөнгө Бөтә Рәсәй инвестиция форумында 11 дәүләттән - Австрия, Әрмәнстан, Белоруссия, Болгария, Иордания, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Сербия, Төркиә, Франция, Хорватиянан - вәкилдәр ҡатнашты. Улар көн дауамында һигеҙ секцияға бүленеп эшләп, ҡалалар үҫешендә йәмғиәттәр роле, биләмә маркетингының халыҡ-ара тәжрибәһе, Рәсәйҙәге туризм, экология, ҡала киңлеге урбанизацияһы, төбәктәргә инвестициялар йәлеп итеүҙә матбуғаттың йоғонтоһо кеүек мәсьәләләрҙе ҡараны.

Форумға килеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне.

- Сараны уҙғарыуҙың төп маҡсаты, Сибайҙың ғына түгел, тотош Урал аръяғы райондары иҡтисады һулыш алып, эшләй башлаһын. Халыҡтың йәшәү кимәлен төбәккә инвестициялар йәлеп итеп кенә хәл итеп була. Иҡтисад көйләнһә, заманса предприятиелар ҙа барлыҡҡа киләсәк, халыҡҡа эш урындары ла буласаҡ, социаль объекттар төҙөләсәк. Бөгөн ошо йүнәлештә тәүге аҙымдарыбыҙҙы яһайбыҙ.

Сибай ҡалаһы ауыр осор кисерә. Барлыҡ республика һеҙҙең менән, дуҫлыҡ ҡулы һуҙа. Оҙаҡламай ҡалала хәл көйләнәсәк, әҙ генә түҙергә ҡалды, - тине Радий Хәбиров.

Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева ла сығышында Башҡортостандың, ысынлап та, бизнес өсөн уңайлы урын икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Мин был өлкәлә хәл ителергә тейешле ҡатмарлы мәсьәләләрҙе федераль кимәлгә сығарырға әҙермен. Көс структуралары, тикшереү органдары яғынан да даими тикшереүҙәр менән эшҡыуарҙарҙың эшен тотҡарлаусылар бар. Былар ҙа ведомстволар кимәлендә һөйләшеүҙәр талап итә, - тине ул.

Артабан беренсе инвест-һабантуйҙа ҡатнашыусылар «Барыһы ла эшләргә теләгән биләмә» пленар ултырышында ҡыҙыу фекер алышыуҙы дауам итте. Заман кешеһе үҙе йәшәгән ергә ныҡлы бәйле. Халыҡты эш хаҡы ғына түгел, уңайлы йәшәү шарттары, үҙ мөмкинлектәреңде тормошҡа ашырыу ҙа ҡыҙыҡһындыра. Кеше эшләгән биләмә ниндәй булырға, нимәһе менән белгестәрҙе ҡыҙыҡһындырырға тейешлеге тураһында һүҙ күп булды. Пленар ултырыштың модераторы теле һәм радио тапшырыуҙарҙы алып барыусы, медиаменеджер Александр Любимов. Ултырыштың спикерҙары - Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров, «Стратегик инициативалар агентлығы»ның генераль директоры Светлана Чупшева, «Эш-лекле Рәсәй» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Андрей Назаров, «Рәсәй экология операторы» компанияһы директоры Денис Буцаев булды.

Форумда 922 млн. һумлыҡ инвестиция килешеүе төҙөлдө. Тағы ла 68,6 млрд. һумлыҡ биш килешеү төҙөү күҙалланды.

«Рәсәй туризмы» секцияһында Урал аръяғында туризмды үҫтереү потенциалы ҡаралды. Был төбәктә туризмды үҫтереү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа бар.

Климат шарттары йомшаҡ, мәҙәни-тарихи мираҫ етерлек. Секцияның модераторы «Отдых в России» журналының генераль директоры Антон Семенов, спикерҙар - Янған-Тау шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев, Иордания вәкиле Джамал Гаммо һәм башҡалар.

Матбуғат хеҙмәткәрҙәре «Йәмғиәт һәм медиа. Төбәккә инвестициялар йәлеп итеүҙә матбуғаттың йоғонтоһо» секцияһына йыйылды. Ултырышты СПЧ журналистары хоҡуҡтары һәм ирекле мәғлүмәт буйынса комиссия, «Башинформ», Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойошторҙо.

«Башинформ» йәмғиәтенең директорҙар Советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов бөгөнгө көндә интернет селтәрендәге әүҙемлек күп проблемаларҙы хәл итергә булышлыҡ яһауы хаҡында ентекле бәйән итте.

- Һәр кеше интернет аша мәғлүмәтен йәмәғәтселеккә еткерә ала. Ошо рәүешле беҙ тиккә генә министрҙарға, район башлыҡтарына, баш табиптарға социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең аккаунттарын булдырырға ҡушманыҡ. Халыҡ туранан-тура үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала башланы. Һәм, күреүегеҙсә, алға китеш ҙур, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә күпме проблемалар хәл ителде, - тине ул үҙенең сығышында.

Франция ҡунағы Жюльен Рошеди республикала йәшәүсе эшҡыуарҙарҙың интернет аша үҙҙәре етештергән продукцияны рекламалауға туҡтаны.

- Тәҡдим ителгән тауарыңды уңышлы һатырға теләһәң, дөрөҫ реклама яһай белергә тейешһең. Әммә был эш Башҡортостанда һүлпән ойошторолған. Эшҡыуарҙар сайттарына йөҙәрләгән фотоны тыңҡыслай ҙа, шуның менән вәссәләм. Башы ла, аҙағы ла юҡ. Шуға ла матур итеп, тәфсирләп, аңлайышлы итеп реклама яһарға өйрәнеү мөһим. Шунда инде Башҡортостан тураһында сит илдәр ҙә тулыраҡ мәғлүмәтле буласаҡ, күберәк ҡыҙыҡһынасаҡ, - тине ул сығышында.

Эшлекле һөйләшеүҙәр дауам иткән арала Балалар ижады үҙәгенән алып үҙәк майҙанға тиклем арауыҡта ҡыҙыҡлы күргәҙмә эшләне. Бында нимә генә юҡ, оҫталарҙың ҡул эштәре, аҙыҡ-түлек һәм башҡаһы. Улар араһында яҡташтарыбыҙҙы осратыу икеләтә ҡыуаныс булды. «Саңғалыҡ диорит карьеры», «Уралташ», «Ривс» йәмғиәттәре, Миндәк икмәк бешереү цехы, районыбыҙҙың билдәле оҫталары, оҫтабикәләре күргәҙмәлә үҙҙәренең эштәрен, продукцияларын тәҡдим итте. Улар янына туҡталып, хәл-әхүәлдәрен белешәбеҙ.

- Сибайға тәүгә килеүебеҙ. Көкөрт еҫе, тын алыуы ауыр, тип бигерәк имеш-мимештәр күбәйҙе бит. Тәүҙә хәүефләнгәйнек, әлбиттә. Күреүебеҙсә, һауа таҙа, саф, бер ниндәйҙә еҫ һиҙелмәй. Халыҡ юҡҡа ғына хафаланалыр, тип уйлайбыҙ.

Бөгөнгө сараның бер өлөшөндә - һатыу-күргәҙмәлә ҡатнашыу форсаты тейҙе. Үҙебеҙҙең «Саңғалыҡ диорит карьеры» продукцияһын тәҡдим итәбеҙ. Саңғалыҡ диорит ятҡылығында төҙөлөштә киң ҡулланылыусы ваҡ таш, ҡомташ етештерәләр. Быны яҡшы беләләр.

Элеккеләренән тыш, ГОСТ стандарттарына яраҡлаштырылған яңы өлгөләребеҙ бар, йәғни барлыҡ продукция таможня союзы талаптарына тура килә. Әлеге мәлдә кублы ҡырсынташ, ҡом ҙур һорау менән ҡуллана. Беҙҙең продукция юл төҙөлөшөндә киң файҙаланыла, халыҡ ихаталарына түшәргә лә ала. Күргәҙмәнән тыш, форумда ла ҡатнашырға өлгөрҙөк, сығыштар оҡшаны, - ти Татьяна Сафиуллина ҡәнәғәт рәүештә.

«Миндәк икмәк бешереү цехы» тәҡдим иткән өҫтәлдә икмәк-күмәстәрҙең, кондитер изделиеларының ниндәйе генә юҡ. Икмәктәре генә яҡынса 20 төр була.

- Бешергән ҡамыр ризыҡтарын яратып һатып алалар. Учалынан тыш, Силәбе өлкәһендә, Белорет районында сауҙа нөктәләре бар. Оҙаҡламай яңы цех эшләй башлаясаҡ, изделияларабыҙ ассортименты тағы ла күбәйәсәк, - тиҙәр икмәк бешереүсе ҡыҙҙарыбыҙ.

Әлиә ФӘРРӘХОВА.



Читайте нас: