Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 14:56

Ауыл - уңғандар ҡулында

Ҡатмарлы заманда йәшәһәк тә, районыбыҙ ауылдарында гөрләтеп донъя көткән һәм тыуған ерҙәренә береккән ғаиләләрҙең күп булыуы һөйөнөслө күренеш.

Ҡатмарлы заманда йәшәһәк тә, районыбыҙ ауылдарында гөрләтеп донъя көткән һәм тыуған ерҙәренә береккән ғаиләләрҙең күп булыуы

һөйөнөслө күренеш.

Ишмәкәй ауылында ла мал, ҡош-ҡорт аҫрап, матур итеп донъя көткән ғаиләләр байтаҡ. Ауылдың киләсәге, тотҡаһы, күрке булған ғаиләләрҙең береһе - Миләүшә һәм Васиф Сахауетдиновтар. Заман менән йәнәш атлаған, ауылда эш юҡ тип, бәхетен ситтән эҙләмәгән, үҙ ерендә төпләнеп, матур ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләп, күпләп мал-тыуар үҫтергән Миләүшә менән Васиф күптәргә өлгө булып тора.

Эйе, ауылда йәшәү рәхәт түгел. Өҫтәлгә ҡаймаҡ менән һөт килеп ултырғансы күпме тир түгергә кәрәклеген бер генә баш булһа ла һыйыр аҫрап ҡараған ауыл кешеһе генә белә. Васиф менән Миләүшә өсөн дә эш көнө иртә таңдан башлана. Улар өсөн байрам да, ял да юҡ. Әммә тырыш ғаилә бирешмәй, эштәренең һөҙөмтәһен күреү өсөн ал-ял белмәй эшләйҙәр.

Ишмәкәй ауылы егете Васиф бала саҡтан мал йәнле булып үҫә, ата-әсәләре лә ишле мал тота. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Васиф Ғазуан улы Йылайыр ауыл хужалығы техникумына юллана. Механик һөнәрен үҙләштергәс, тыуған ауылына ҡайта. Сибай тау-байыҡтырыу техникумында бухгалтерға уҡып ҡайтҡан күрше ауыл ҡыҙы Миләүшә менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Йәштәр кәңәшләшеп, ҡа-лаға китмәй, ауылда төпләнергә ҡарар итәләр. Тормоштарын йәмләп, бер ҡыҙ һәм улдары донъяға килә. Нилә ҡыҙҙары мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, әле Өфө дәүләт авиация университетында белем ала, ә кинйәләре - Илмир 5-се класта уҡый, ата-әсәһенең уң ҡулы.

- Ауылда йәшәгәс, мал-тыуарһыҙ булмай инде. Башта бер-ике баш ҡына ине, яйлап күбәйттек, бөгөн инде утыҙҙан ашып китте. Ауыл кешеһе өсөн мал аҫрау отошло бит. Беренсенән, ит һәм һөт һатып, ғаилә бюджетына аҡса килә, икенсенән балалар экологик яҡтан таҙа һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ эсеп үҫә, - тип аңлата йүнсел хужа.

- Ишле малға аҙыҡ әҙерләү ҙә еңел түгелдер инде?

- Еңеллеккә еңел түгел дә, әммә зарланған юҡ. Үҙ көсөбөҙ менән генә ҡыш-ҡылыҡҡа етерлек итеп бесән әҙерләп ҡуябыҙ. Мал ишле булғас, техникаһыҙ ҙа булмай, уныһы ла бар, Аллаһҡа шөкөр, - тип хәстәрлекле хужаларға хас булғанса аңлатып бирҙе Васиф Ғазуан улы малға аҙыҡ хәстәрләү тураһында белешкәс.

- Ауылда рәхәт. Үҙеңдең ишек алдың, үҙ донъяң, саф һауа. Ҡаланы маҡта ла ауылда тор, тиҙәр бит. Ауылда төпләнеп үҙ хужалығың менән йәшәүгә етмәй инде. Эш юҡ, әлбиттә, шулай ҙа ҡалаға йөрөп эшләргә лә була. Теләгәндәр, ана, вахта менән Себергә лә эшкә китә. Һәр береһе лә ситкә китә башлаһа, әк-ренләп ауыл да бөтәсәк бит. Шуныһын уйлаһаң, ауылда ҡалыу дөрөҫөрәк, минеңсә, - тип һөйләне хужабикә. Дөрөҫ әйтә бит, ысынлап та, шулай.

Киләсәктә бер урында тапанып ҡалмаҫҡа, мал һанын арттырырға иҫәп тота Сахауетдиновтар ғаиләһе. Һөт-ҡаймаҡты ҡалаға алып барып һаталар, хәҙер инде үҙ клиенттары ла бар уларҙың.

Ошондай матур парҙар төбәгебеҙҙә күберәк булһын, башҡаларға үрнәк күрһәтһен. Юҡҡа ғына «Тырыш булһаң ғына ырыҫ килер» тип әйтмәгәндәрҙер бит.

Сахауетдиновтар ғаиләһенә артабан да алдарына ҡуйған маҡсаттарының тормошҡа ашыуын, эштәренең уң булыуын теләйһе генә ҡала. Тыуған ауылдарҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге ошондай йүнсел ғаиләләр ҡулында бит.

Вилиә ЗАРИПОВА.

Читайте нас: