Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 16:19

Бергә башҡарылған эш һөҙөмтәле була

28-29 июндә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙа. Учалы районынан 11 делегат унда юлланды.

28-29 июндә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙа. Учалы районынан 11 делегат унда юлланды.

Халҡым, тип янып йәшәп, үҙ теләктәре менән изге эштәр башҡарырға теләүсе милләтәштәребеҙ күп, тигән фекерҙә Учалы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Фәнил Бүләков:

- Оло ҡоролтайға юлланған Учалы башҡорттары районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәтерлек шәхестәр, тип иҫәпләйем. Улар халҡым тип, янып йәшәгән кешеләр. Мәҫәлән, Морат Солтанғолов башҡорт йәштәре менән берлектә эскелеккә ҡаршы көрәш ойошторған. Уны милләтебеҙҙең киләсәге ныҡ борсой, әсендерә.

Икенсе делегатыбыҙ - эшҡыуар Мозафар Ҡадиров йыл һайын Тунғатар ауылында Барын-Табын йыйынын ойоштороусы, халыҡ үҙенең үткәндәрен белһен, тип тырыша, сөнки үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ. Ул башҡорт теленә бағышланған сараларҙы ойоштороуҙа ла ярҙам ҡулын һуҙыусы.

Делегат Фәнүр Шаһиевтың атаһы - Фәнит ағай тураһында ла әйтке килә. Ул үткән ҡоролтайҙың делегация составында булған ине, быйыл ул бармай, әммә Һәйтәк ауылында 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышына арналған тарихи һәйкәл астырыуы Фәнит Арыҫлан улының ниндәй рухлы кеше булыуы тураһында һөйләй. Беҙ Оло ҡоролтайҙың төрлө секция эшендә ҡатнашып, үҙ һүҙебеҙҙе әйтербеҙ, тип уйлайым, - тине Фәнил Нил улы.

Учалылар ҡоролтай эшенә ҙур өмөт бағлай. Учалы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы, баш белгес Зилә Шәрәфәтдинова:

- Бөгөн йәш быуындың туған телдә һөйләшмәүе заман проблемаһы булып тора. Тәү ҡарашҡа бөтә мөмкинлектәр булдырылған: мәктәптәрҙә дәрестәр уҡытыла, дәреслектәр бар. Балалар баҡсаһында ла башҡорт теле төркөмдәре эшләй. Әммә йәмғиәттә йәш быуын башҡорт телендә аралашмай. Шуға ла мин үҙебеҙҙең башҡорт йәнһүрәттәре күрһәтелгән айырым канал булдырылһын ине һәм ата-әсәләр ҙә балаһы менән башҡортса аралашһын ине, тип теләйем.

Хәҙерге көндә башҡорт теле уҡытыусыларының эшмәкәрлегенә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан иғтибар көсәйҙе. Ҡоролтайыбыҙға, Хөкүмәт етәкселегенә ҙур рәхмәтлебеҙ. Беренсе Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусыларының съезы үткәрелеп, шундай күңелгә йылы ҡарарҙар ҡабул ителде Һәм Бөтә донъя ҡоролтайында ла телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлауға делегаттар үҙ өлөшөн индерер, тип ышанам.

- Башҡорт теле уҡытыусыларының Оло ҡоролтайға еткерер һүҙе бар, - ти Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина. - Билдәле булыуынса, мәктәптәр биш көнлөк уҡытыуға күсергә тора, тимәк, биш көнлөктә уҡыу планы ла ҡыҫҡарасаҡ. Шул ҡыҫҡарған фәндәр исемлегенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре инмәһен ине, тигән теләктәбеҙ. Әҙәбиәт бит ул - әҙәп. Әҙәп, тимәк - балаларға тәрбиә илтеү. Беҙ - киләсәкте тәрбиәләүсе. Башҡорт теле уҡытыусыларының ил, милләт киләсәгендәге роле ҙур икәнен онотмаһын.

Гәүһәр МОЗАФАРОВА.

Читайте нас: