Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Июнь 2019, 18:34

Эшмәкәрлек камиллашыр

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эше секцияларҙа дауам итә, тип белдерә үҙәк матбуғат саралары. Пленар ултырыштан һуң һигеҙ секцияла донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ бергә йыйылып, башҡорт халҡы үҫешенең мөһим мәсьәләләре, төп йүнәлештәре тураһында фекер алыша.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эше секцияларҙа дауам итә, тип белдерә үҙәк матбуғат саралары.


Пленар ултырыштан һуң һигеҙ секцияла донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ бергә йыйылып, башҡорт халҡы үҫешенең мөһим мәсьәләләре, төп йүнәлештәре тураһында фекер алыша.

Демография һәм һаулыҡ һаҡлау секцияһы эшендә Роза Ихсанова ҡатнаша. Ул - "Ғаилә" республика үҙәге белгесе.

- Һуңғы йылдарҙа ғаиләгә ҡағылышлы проблемаларға иғтибар артты, мәсьәләләрҙе сиккә еткермәү, ә иҫкәртеү алдынғы планға ҡуйыла. Ҡоролтайҙа телгә алынған темаларҙан сығып, ойошмалағы эшмәкәрлекте камиллаштырырбыҙ тип уйлайым, - ти Роза Әҙип ҡыҙы.
Читайте нас: