Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
2 Июль 2019, 10:34

Шатлыҡлы һәм дә һағышлы мәл

Уҙған аҙнала ҡала-районыбыҙҙа сығарылыш кисәләре үтте. Быйыл Учалы мәктәптәрен 396 уҡыусы тамамлай.

Уҙған аҙнала ҡала-районыбыҙҙа сығарылыш кисәләре үтте. Быйыл Учалы мәктәптәрен 396 уҡыусы тамамлай.

Егет-ҡыҙҙарҙың кәйефе күтәренке, сөнки барыһы ла Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алды. Уларҙың 47-һе ғүмерҙәрендәге тәүге юғары наградаға - «Уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Уҡыусыларҙың «алтын фондын» филармонияла тәбрикләнеләр.

- Бөгөн беҙ яҡшыларҙың иң яҡшыһын бүләкләргә йыйылдыҡ. Әлеге наградаға егет-ҡыҙҙарҙың тырышлығы һалынған. Улар араһында спортсылар, төрлө фәндәрҙән төбәк-ара, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеү яулаусылар бар. Миҙалдарҙа ата-әсәләрегеҙҙең дә өлөшө ҙур, һеҙҙең һәр аҙымығыҙҙы хуплап, ҡыйын мәлдәрҙә терәк-таяныс булды яҡындарығыҙ. Бергәләшеп белем үрҙәрен яулаған уҡытыусыларығыҙға ҙур рәхмәт.

Арабыҙҙа һөнәренә тоғро ҡалған, бар булмышын балаларға ғилем таратыуға арнаған кешеләрҙең булыуы менән ғоруланабыҙ. Быйылғы Берҙәм дәүләт имтихандары күрһәткестәре лә иҫ киткес. Хатта Өфөлә Мәғариф министрлығында ла Учалы уҡыусыларының һөҙөмтәләренә таң ҡалдылар. Беҙгә ҡыуаныс бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, киләсәктә һайлаған уҡыу йорттарына уҡ-ырға инеп, белгес булып сығығыҙ. Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә тыуған Учалығыҙҙы онотмағыҙ. Хәйерле юл, һеҙгә! - тине район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко уҡыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлап.

Миҙал алыусы уҡыусыларҙың остаздарын да тәбрикләнеләр. Ҡаланың 1-се Башҡорт лицейынан химия уҡытыусыһы Фәүзиә Мусина менән 10-сы мәктәптән физиканан белем биреүсе Клара Мостафинаның уҡыусылары химиянан һәм физиканан 100 балл йыйыуға иреште. Шулай уҡ юғары баллы уҡыусылар әҙерләгән 5-се мәктәптән Роза Садиҡова, 3-сө лицейҙан Римма Вәлиева, Эльвира Мөхәмәтйәрова, Зөлфирә Ғәлимова, 1-се лицейҙан Луиза Таипова, Миндәк ҡасабаһының 6-сы урта мәктәбенән Зөлфиә Зарипова фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының күбеһе Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы абруйлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға барырға йыйына, ҡалғандары иһә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларындағы һәм республика вуздарында уҡыуын дауам итергә уйлай.

Миҙал алыусылар араһында Ураҙ лицейын тамамлаусы Ләйлә Хәлилова ла бар. Ләйләнең уҡыуҙа юғары һөҙөмтәләргә нисек ирешеүе менән ҡыҙыҡһынабыҙ.

- Бәләкәйҙән тырышып уҡыным, бишенсе класҡа күскәс, киләсәк тураһында төплө уйлана башланым. Алда беҙҙе етди һынау - БДИ көткәнен аңлай инем. Мате-матика, физика фәндәре менән ныҡлы ҡыҙыҡһындым. Имтихандарҙы рус теленән - 82, физиканан - 76, математи-канан - 74 балға тапшырҙым. Репетитор ялламаным, уҡытыусым Гөлфиә Сабитовна менән әҙерләндем. Имтихан тапшырыуҙың йәшерен сере юҡ. Йоҡоң туйыу, башта кәрәкмәгән уйҙарҙың булмауы, яйлы һорауҙар эләгеү һәм йылдар дауамында һалынған тырышлыҡ, - ти ул. Артабанғы хыялы - нефть университетына уҡырға инеү. Ләйләнең яҡындары өсөн дә бөгөнгө көн шатлыҡлы ваҡиға.

- Ниһайәт, еңел тын алдыҡ. Ҡыҙым бала саҡтан тырыш булды, китап уҡырға яратты. Һәр ваҡыт һүҙебеҙ, кәңәштәребеҙ менән ярҙам итергә тырыштыҡ, - ти әсәһе ғорурланып Әлиә Әхиәр ҡыҙы.

Флүрә апай 1-се лицейҙы тамамлаған ейәнсәре Элина Фәйзуллинаны ҡотларға Ахун ауылынан килеп еткән.

- Башланғыс кластарҙа уҡ тик «бишле» билдәләренә генә уҡыны. Имтихандарын юғары балдарға тапшырҙы. Музыка мәктәбен дә ҡыҙыл диплом менән бөттө. Ҡыҙыбыҙға аҡ юл теләйбеҙ, Хызыр, Ильяс һәр ваҡыт юлдаш булһын, - тип теләй Флүрә ханым.

Кисен егет-ҡыҙҙар мәҙәниәт һәм ял паркы алдына «Сығарылыш балы-2019» кисәһенә йыйылды. Шатлыҡлы ла һағышлы ла мәл. Урта мәктәпте тамамлау кеше ғүмерендәге башланғыс, әммә мөһим этап. Алда уларҙы яңы үрҙәр, оло еңеүҙәр көтә.

Әлиә ДАУЫТОВА.



Читайте нас: