Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
5 Июль 2019, 10:40

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә

Кооперацияның бер төрө булған ҡулланыусылар йәмғиәте Учалы районында 1923 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Уны ойоштороуҙоң төп маҡсаты - халыҡты көндәлек тауарҙар менән тәьмин итеү.

Кооперацияның бер төрө булған ҡулланыусылар йәмғиәте Учалы районында 1923 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Уны ойоштороуҙоң төп маҡсаты - халыҡты көндәлек тауарҙар менән тәьмин итеү.

Бер мәл «Райпотребсоюз» тип тә аталып ала ул. 2002 йылда йәмғиәт пайсылары Совет рәйесе итеп Рәис Шафиҡ улы Хәбибуллинды һайлай. Уның ҡанаты аҫтында етди һәм төплө үҙгәрештәрҙән һуң яңыртылған ҡулланыусылар йәмғиәте «Нур» исемен ала.

Бөгөн районыбыҙ буйынса «Нур» ҡарамағында 25 магазин, ике дарыухана иҫәпләнә. Йәмғиәттә бөтәһе 200-ҙән ашыу кеше хеҙмәт итә, 20 берәмек техникалары бар.

Ҡулланыусылар йәмғиәтенең төп бурысы - халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү.

Был йәһәттән «Нур» ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирә. Сауҙа нөктәләрендә киң ассортиментлы көнкүреш кәрәк-яраҡтарының барлығы, хаҡтарҙың сағыштырмаса арзан булуы, магазиндарҙың һатып алыусыларҙан өҙөлмәүе ошо хаҡта һөйләй. Ҡаланың үҙәк баҙары янындағы дарыухана ла кешеләрҙе тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерә. Учалы ауылы халҡы өсөн дә дарыухана пункты эшләп килә. Бынан тыш, йәмғиәттең колбаса цехы бар. Унда ике тиҫтәнән ашыу төрлө колбаса һәм ыҫланған ит продукцияһы етештерелеп һатыуға сығарыла. Учалы һәм Поляковка ауылдарында кондитер цехтары урынлашҡан. Тәбиғи продукттарҙан бешерелгән ҡамыр ризыҡтары ҙур һорау менән ҡуллана. Ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән өй икмәген, күмәс-бәлештәрҙе халыҡ түҙемһеҙләнеп көтә.

Ахун ауылындағы ошондай ҙур сауҙа нөктәһе лә «Нур» ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡарай. Магазин кешеләрҙе иртәнге 8-ҙән киске 11-гә тиклем хеҙмәтләндерә. Килеп инеү менән сауҙа нөктәһе эсендәге таҙалыҡ, бөхтәлек, тәртип күҙгә салынды. «Универсам»дың тәүге өлөшөндә аҙыҡ-түлек, төрлө эсемлектәр урын алған. Артабанғы кәштәләрҙә - хужалыҡ, көнкүреш тауарҙары, кейем-һалым.

Сауҙа нөктәһендә беҙҙе мөләйем йөҙлө, асыҡ сырайлы һатыусылар - магазин мөдире Мәрғинә Шакирова, Ләйсән Ҡотлоғәлләмова, Эльвира Абдрахманова һәм ярҙамсы Римма Рычкова ҡаршы алды. Ахун ауылында сауҙа нөктәләре байтаҡ - утыҙҙан ашыу. Һатып алыусыларҙан, халыҡтың барыбер «Нур»ҙы һайлауҙарының бер сере нимәлә, тип һорағас: «Һәр нәмә үҙ урынында, һайлау мөмкинлеге бар, аҙыҡ-түлек бөтөп тора, яңыһын килтерәләр, ваҡыты сығып, иҫкереп ятмай. Инәһең дә алаһың, сират көтөп тораһы юҡ. Шулай уҡ үҙҙәренең колбасалары, икмәктәре, билмән-кәтлиттәре генә ни тора!» - тип яуапланылар улар беҙгә.

- Коллектив бик татыу. Ҡыҙҙар һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙерҙәр, - ти Мәрғинә Шамил ҡыҙы хеҙмәткәрҙәре хаҡында.

Үҙ эштәренән ҡәнәғәт күренгән ханымдарҙан хеҙмәттәренең ауыр яҡтары менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһынам:

- Көн дауамында аяҡ өҫтө торорға кәрәк, шул уҡ ваҡытта һинән етеҙлек, теүәллек, йыйнаҡлыҡ талап ителә. Аҡса менән эш итәһең бит. Кешеләр менән дә аралаша белеү, аңлап ҡабул итеү кәрәк. Төрлө һатып алыусылар килә бит. Улар рәхмәт әйтеп сыҡһа, үҙебеҙҙең дә күңел күтәрелә.

Ғәҙәттә, сауҙа өлкәһендә күберәк килем алыу тәүге урынға ҡуйыла. Әммә Ахун ауылы магазины миҫалында «Нур» ҡулланыусылар йәмғиәтенең фәҡәт халыҡ өсөн дә эшләгәнен яҡшы күрәбеҙ. Шулай ғына дауам итһен.



Читайте нас: