Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Июль 2019, 10:53

Баҫыуҙарыбыҙ ни хәлдәрҙә?

Иҫәпһеҙҙең генә ҡуйы һәр саҡ теүәл. Заманса кимәлдә баҫыусылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн һөрөнтө ерҙәрҙең торошон даими рәүештә күҙәтеү зарур.

Иҫәпһеҙҙең генә ҡуйы һәр саҡ теүәл. Заманса кимәлдә баҫыусылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн һөрөнтө ерҙәрҙең торошон даими рәүештә күҙәтеү зарур.

Тупраҡта ниндәй матдәләр етешмәй, ҡайһылары артыҡ, ниндәй агротехник ысулдар ҡулланыу һәм ҡайһы культуралар сәсеү отошло - былар барыһы ла агрохимик тикшереү һөҙөмтәһендә генә күренә. Ер участкаларын сертификациялау, баҫыуҙар буйынса мәғлүмәт тупланмаһын булдырыу ҙа маҡсат итеп ҡуйыла, иҫәп кәрәк.

«Ишембай» агохимия станцияһы хеҙмәте һәм урындағы белгестәр көсө менән Учалы районында күләмле тикшереү эштәре башҡарыла. «Урал аръяғы-Агро МТС-ы» филиалы, «Юлдаш», «Авангард», «Капитал-С» йәмғиәттәре, 18 фермер-крәҫтиән хужалыҡтары баҫыуҙары тикшерелде. Мул ямғырҙар ғына эште бер аҙға тотҡарлаған икән. Тупраҡтың составын анализдарға алыу менән бер рәттән фитосанитар тикшереү ҙә алып барыла.

Саранча һымаҡ ҡоротҡос бөжәктәр үрсеү-үрсемәүҙәре, сүп үләндәре таралыу кимәле, үҫемлек ауырыуҙары иғтибар үҙәгендә тотола. Ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл асыҡланһа, шундуҡ хәбәр итербеҙ. Әлегә хәүефләнәһе юҡ, тиелде.



Читайте нас: