Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
12 Июль 2019, 10:57

Һөнәрҙәре данлы ла, хәүефле лә

Шахтер - иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Уны һайлағандар араһында осраҡлы кешенең булыуы мөмкин түгел. Фәҡәт көслө рухлылар, ҡыйыуҙар ғына был һөнәргә ғүмер буйы тоғро ҡалыусан.

Шахтер - иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Уны һайлағандар араһында осраҡлы кешенең булыуы мөмкин түгел. Фәҡәт көслө рухлылар,

ҡыйыуҙар ғына был һөнәргә ғүмер буйы тоғро ҡалыусан.

Салауат Мөхәмәҙиев - тап шундайҙарҙан. Эше ифрат ҙур яуаплылыҡ талап итһә лә, ир-уҙаман бирешмәй, һөнәренән ҡәнәғәт.

Салауат Мөхәмәтйән улы - 1967 йылда Учалы ҡалаһында тыуа. 1-се мәктәптә белем ала. Аҙаҡҡы тормошо Украина менән бәйле була. Бында ул спорт мәктәбен, һөнәрселек училищеһын уңышлы тамамлай, әрме сафына алына.

1993 йылда кире тыуған яҡтарына ҡайтып, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына өйрәнсек булып эшкә килә һәм әлеге көнгә тиклем Учалы ер аҫты руднигында таяу ҡаҙаусы (крепильщик) булып хеҙмәт итә. Һуңғы 12 йыл бригадир вазифаһын да башҡара. Шулай уҡ Салауат Мөхәмәҙиев бригадаһында Руслан Алтынаманов, Ринат Ғабдуллин, Александр Смирнов кеүек үҙ эштәрен яҡшы белгән, егәрле егеттәр хеҙмәт итә. Ауыр ҙа, маҡтаулы ла хеҙмәтте үҙ

иткән һөнәр эйәләре - коллективтың ғорурлығы, улар барыһы ла ҙур хөрмәт һәм оло ихтирамға лайыҡтар.

- Эштең еңеле булмай. Шахтер булыуым менән ғорурланам, - ти Салауат Мөхәмәҙиев. - Көн дә эшкә ашҡынып барам. Смена һайын ер аҫтына төшөү минең өсөн ғәҙәти хәлгә әйләнгән. Тәүге тапҡыр шахтаға юлланғанда ла бер ниндәй хәүеф, ҡурҡыу тоймағайным. Әле лә егеттәр менән ер «батшалығы»на көлөшә-көлөшә төшәбеҙ. Шахтер - ысын ир-егеттәр һөнәре, тигән фекерҙәмен. Бында физик яҡтан ныҡ, һау-сәләмәт, көслө ихтыярлы кешеләр генә эшләй ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр шахтер хеҙмәтенең ауырлығын аңламай, эш хаҡын «емереп» алалар, тип тәрән яңылыша. Шахтер һөнәренең ниндәй ауыр икәнлеген тик ер аҫтында тир түккән кеше генә белә.

- Салауат Мөхәмәтйән улы шахтерҙар араһында хаҡлы ихтирам яулаған. Тырышлығы менән башҡалар-ға үрнәк күрһәтә, яуаплы, егәрле, өҫтәүенә, саңғы бу-йынса спорт мастеры, өлгөлө ғаилә башлығы ла, - тиҙәр уның тураһында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре.

Салауат Мөхәмәтйән улы тормош иптәше Вера Васильевна менән Артем исемле ул үҫтерәләр. Артем мәктәпте тик «4» һәм «5» билдәләренә генә тамамлаған. «КЭС-Баскет-2019» чемпионатының «Иң яҡшы уйынсыһы» исемен йөрөтөүсе һәүәҫкәр баскетболсы, әле яңы ғына ҡалабыҙҙың һәләтле, өлгө алырлыҡ йәштәренә генә тапшырылған «Афарин» премияһы призеры булды.

Ҡалабыҙҙың юбилейына арналған тантаналы сарала Салауат Мөхәмәтйән улы оҙайлы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Хөрмәт грамотаһы менән наградланасаҡ. Ошо айҡанлы беҙ ҙә уны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Минеңсә, шахтерҙар тормоштоң ҡәҙерен башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ беләлер. Ни өсөн тигәндә, улар ер аҫтында ғүмерен икеләтә хәүеф аҫтына ҡуя. Ошондай ҡаһарманлығы, фиҙаҡәрлеге өсөн элек-электән ҙур абруй, ихтирам ҡаҙанғандар ҙа инде. Шахтерҙар менән әңгәмәләшкән һайын уларҙың их-ласлығына, тормошто яратыуына йәнә бер хайран ҡалам, шул тиклем баҫалҡы, тыныс, итәғәтле булыуҙарына һоҡланам. «Мин - шахтер!» тип күкрәк һуҡмай был һөнәр эйәләре, киреһенсә, ипле аралаша, һорауҙарға һаран ғына яуап бирә, үҙен «батыр» тип тә тоймай. Ысын хөрмәткә лайыҡ кешеләр.


Читайте нас: