Уҙған аҙнала Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 65 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Мәҙәниәт һәм ял паркы алдында төрлө уйындар, спорт ярыштары ойошторолдо.
Балалар йәш төркөмдәренә бүленеп, роликтарҙа уҙышты. Учалыларҙа халыҡ оҫталары күргәҙмәһе лә ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Юбилей уңайынан комбинат техникалар күргәҙмәһе ойошторғайны.
Өй бейеклегендәге самосвал, тейәү-ташыу, бушатыу, быраулау машиналары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Теләге булғандарға техниканың кабиналарына ултырып фото төшөү мөмкинлеге лә бирелде был сарала.
«Таусы» стадионында байрам программаһын тау-байыҡтырыу комбинатының спорт секциялары тәрбиәләнеүселәре асып ебәрҙе.
Предприятиеның спорт клубында 18 төр секция эшләй, мең ярымдан ашыу кеше шөғөлләнә. Комбинат биләмәһендә урынлашҡан биш спорт залы заманса итеп йыһазландырылған, спорт һөйөүселәр өсөн бар уңайлыҡтарҙа булдырылған.
Тотош ғаиләләре менән шөғөлләнергә килеүселәр бихисап. Комбинат хеҙмәткәрҙәре төрлө ярыштарҙа, спартакиадаларҙа әүҙем ҡатнашалар, призлы урындар яулайҙар. «Таусы» стадионы майҙаны буйлап хоккей клубы, фигуралы шыуыу секцияһы, «Таусы» мотоклубы тәрбиәләнеүселәре үтте.
Улар артынса комбинаттың ветерандары сафҡа теҙелде. Ололарҙы барса халыҡ аяғүрә баҫып, көслө алҡыштар менән сәләмләне. Сара таусыларҙың үҙенсәлекле карнавалы менән иҫтә ҡаласаҡ. Комбинаттың бүлексәләре, цехтары - АТП, байыҡтырыу фабрикаһы, Учалы һәм Үҙ-йылға рудникта-ры, РМУ, УСАиИ донъяның төрлө илдәрен вәкилләнеләр.
Карнавалды тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселәре, белгестәре колоннаһы асты, улар артынса республиканың 100 йыллығы логотибы менән биҙәлгән, милли кейемдәрҙәге ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған «Башҡортостан» колоннаһы килә. «Рәсәй» колоннаһы сағыу костюмдарҙа рус милләтен вәкилләне. Һиндостан, Мысыр, Мексика, Африка, Ҡытай халҡы булып кейенгән таусылар тамашасыларҙың һушын алды. Әйткәндәй, махсус карнавал шоуына Учалы тегеү фабрикаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 500 костюм тегеп биргән. Һәр ил милли бейеүҙәрен башҡарып күрһәтте, бик сағыу, мауыҡтырғыс булды. Сығыштарын жюри баһаланы, уның һөҙөмтәләре буйынса Африка булып кейенгән УСАиИ хеҙмәткәрҙәре Гран-приға лайыҡ булды.
Учалыларҙы байрам айҡанлы ҡотларға Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ла килде. Сенатор, республика ҡаҙаныштарында учалыларҙың өлөшө ҙур, тип билдәләне:
- Бөгөн Учалы өсләтә байрамды - республиканың 100 йыллығын, комбинаттың юбилейын һәм Ҡала көнөн билдәләй. Ҡала-районыбыҙҙа ты-рыш, эш һөйөүсән кешеләр йәшәй. Таусыларҙы байрамдары менән тәбрикләйем. Коллективтарҙың карнавал сығыштарын кинәнес менән ҡараныҡ. 2020 йылда рес-публикабыҙҙа Фольклориада байрамы үтә, һикһән ил ҡатнашасаҡ, әлеге сығыштарынан һуң учалыларҙың сараға тулыһынса әҙер булыуҙарына инандыҡ, - тине .
Ҡотлауҙарға район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов та ҡушылды. Тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин предприятиеның производство күрһәткестәре менән таныштырҙы. Үрге Урал районы хакимиәте башлығы Сергей Айбулатов, Урал тау-байыҡтырыу компанияһы вәкиле Владимир Замотин да яҡташтарыбыҙҙы ҡотланы.
Маҡтаулы исемдәргә, Хөрмәт грамоталарына, Рәхмәт хаттарына утыҙ алты таусы лайыҡ булды. Шәп бит!
Учалыларҙың күңелен урындағы артистар ғына түгел, саҡырылғандары ла асты. Айҙар Ғәлимовтың сығышы, «Иванушки Интернешнл» төркөмөнөң Учалыға килеп етеүе көтөлмәгән ҡыуаныс булды - уларҙың йырҙарын халыҡ яратып ҡабул итте.