Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
16 Июль 2019, 10:57

Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй

Республикала һыу инеү миҙгеле башланғандан алып быйыл 42 кеше батып үлгән, шул иҫәптән биш бала. Шуға күрә һыу буйҙарындағы хәүефһеҙлек ҡа-ғиҙәләренә тағы ла бер ҡабат әйләнеп ҡайтыу яҙыҡ булмаҫтыр, моғайын.

Республикала һыу инеү миҙгеле башланғандан алып быйыл 42 кеше батып үлгән, шул иҫәптән биш бала. Шуға күрә һыу буйҙарындағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тағы ла бер ҡабат әйләнеп ҡайтыу яҙыҡ булмаҫтыр, моғайын.


Һорауҙарға БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров яуап бирә.

- Быйылғы һыу инеү миҙгеле нисегерәк үтә?

- Һыу инеү миҙгеленең тәүге көнөндә үк Бөрйән районында бер малай батып үлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙна һайын был күңелһеҙ статистика арта ғына бара һәм ололарҙың да, балаларҙың да үлеменә килтерә. Аяныс!

Июндә шундай осраҡ булды, бер аҙна эсендә һыуҙан 11 кешенең кәүҙәләре сығарылды. Һауа торошоноң эҫе тороуы дауам итә, шуға ла хәүефһеҙлек иң тәүге урында булырға тейеш. Абай булығыҙ!

Башлыса бөтә бәхетһеҙлек осраҡтары ла һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урындарға тура килә. Тәүге ҡағиҙә - күрһәтелгән, рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу төшөгөҙ! Республикабыҙҙа, мәҫәлән, 75 пляж сафҡа индерелгән. Улар хаҡындағы мәғлүмәтте Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының сайтына инеп, интерактив картала ҡарарға мөмкин.

- Балыҡ тотҡанда ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтергә кәрәк бит. Был тәңгәлдә хәлдәр нисек? Һөйләп китегеҙ әле.

- Миҫал итеп июнь айындағы өс осраҡты килтерәйем. Иглин районында бер ир карьер янындағы һыу ятҡылығында балыҡ тотҡанында һыуға ҡолай һәм батып үлә. Икенсе осраҡта Илеш районында өс ир, шулай уҡ балыҡ тотҡандарында, кәмәләре түңкәрелә. Береһен һәләкәткә шаһит булыусылар ҡотҡара, икенсеһен беҙҙең ҡотҡарыусылар һыуҙан алып сығып өлгөрә, ә өсөнсөһөнөң кәүҙәһен водолаздар ғына таба алды. Өсөнсө осраҡ бала менән бәйле. Өфө районында 9 йәшлек малай балыҡ тотҡанында ҡармағы менән яңылыштан ярҙа электр сымдарын эләктерә һәм электр тогынан һуғылып һәләк була.

Шуға күрә балыҡ тотҡанда айырыуса иғтибарлы булығыҙ һәм алкоголле эсемлектәр эсмәгеҙ, тип әйтәһе килә.

- Һеҙҙең ведомство һыу инеү өсөн хәүефле булған һыу ятҡылыҡтарын теркәйме?

- Һыу инеү миҙгелендә иң күп бәхетһеҙ осраҡтар Ағиҙел йылғаһында була. Дөйөм алғанда, республиканың барлыҡ йылғаларына 55 процент батып үлеүселәр тура килә.

Ҡалған осраҡтар күлдәр, быуалар, карьерҙар менән бәйле. Һәләк булыусыларҙың күбеһе ир-аттар - батып үлеүселәрҙең 90 проценттан ашыуы. Уҙған йылда ла шул уҡ хәл күҙәтелгәйне - етмеш һигеҙ ир, ике ҡатын, алты бала һыуҙа һәләк була.

- Йәйге осорҙағы бәхетһеҙ осраҡтарҙың үҙенсәлектәре нимәлә? Бер аҙ аңлатһағыҙ ине.

- Өс сәбәпте билдәләйем, һыуҙа батып үлеүселәрҙең 80 проценттан ашыуы алкоголле эсемлектәр эсеп бәләгә тарый. Икенсе сәбәп, автотранспорт саралары менән һыуға ҡолау менән бәйле. Мәҫәлән, уҙған йылда өс кешенән торған бер ғаилә Краснокама районындағы күлдә тап ошо рәүешле һәләк булды. Өсөнсө сәбәп балыҡ ҡармаҡлау һәм һыуҙа йөҙөүсе саралар менән бәйле бәхетһеҙлектәр. Шулай, Дүртөйлө районында моторлы кәмәлә йөҙгәндәрендә ун йәшлек малай һыуға йығылып төшөп, башы йәрәхәтләнә.

- Һыу инеү миҙгелендә бәхетһеҙ осраҡтарҙы профилактикалау эше нисек ойошторолған? Был мөһим бит.

- Йыһазландырылған пляждарҙа ҡотҡарыусылар эшләй. Быйыл улар Өфөлә генә ун ете кешенең ғүмерен ҡотҡарҙы. Көн һайын республиканың һыу объекттарына рейдтар ойошторола. Халыҡ теле менән әйткәндә, «ҡырағай» пляждар асыҡланһа, уларҙа ла ваҡытлыса постар ойошторабыҙ, күҙәтәбеҙ.

- Һыуҙа үҙеңде нисегерәк тоторға кәрәк?

- Таныш булмаған йәки рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәгеҙ. Яңғыҙ ғына бөтөнләй һыу төшөргә ярамай. Һәм, әлбиттә, эскән килеш һыуға кереү - ахмаҡлыҡ. Бының өсөн 3 мең һумдан алып 5 мең һумға тиклем административ штраф ҡаралған. Балаларҙың үҙҙәрен генә һыу буйҙарына ебәрергә ярамай. Быйыл һәләк булған биш сабый нәҡ һыу ятҡылыҡтарына яңғыҙы ғына килгән булған бит.

Һыу буйында үҙеңде нисек тоторға кәрәкле ҡағиҙәләр ябай, ләкин уларҙы күҙәтмәү хаҡы - кеше ғүмере. Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй!



Читайте нас: