18 июль Янғын надзоры көнө билдәләнә. Әйткәндәй, Башинформ мәғлүмәттәре буйынса:
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы алдағы ике көндә республиканың көньяҡ-көнсығышында бишенсе класлы, ғәҙәттән тыш янғын хәүефен күҙаллай. Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, дүртенсе кимәл мәлендә урман янғындары бәләкәй уттан ҙур майҙанға тиҙ тарала һәм өҫтәп төрлө урында тоҡана. Ә бына бишенсе класс хәүефтә ялҡын барлыҡ асыҡ ут сығанаҡтарынан сыға һәм тиҙ күсеүсән оло янғын барлыҡҡа килә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан кәңәштәр:
Һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөктәрен, быҫҡып янған сепрәктәрҙе ташламағыҙ.
Ҡуйы ағаслыҡ, йәш шыршы-ҡарағай араһында, ботаҡтары тәпәш төшкән ағас төбөндә, ағас, торф һаҡланған урындар янында, бешкән иген баҫыуҙары буйынса усаҡ яҡмағыҙ.
Усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Ел мәлендә һаҡ булығыҙ.
Туҡталыш урынында яғылған усаҡты һүндерергә онотмағыҙ.
Урманда майлы, бензинлы, кәрәсинле сепрәк ташламағыҙ.
Машинаның моторы эшләгәндә бакка яғыулыҡ ҡоймағыҙ.
Ҡояш яҡтыртҡан аҡланда шешә ташламағыҙ, уларҙы ватмағыҙ. Бындай быяла ҡояш нурҙарын фокусҡа йыйып ут сығара ала.
Урман аҡландарында, баҡсаларҙа, баҫыуҙарҙа, ағас төптәрендә үлән яндырмағыҙ.
Дачалар янында усаҡ ҡабыҙмағыҙ.
Янғын сыҡҡанда берҙәм 112 хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.