Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Июль 2019, 10:44

Емеш-еләктә - йәй ҡәҙере

Еләк-емеш миҙгеле - уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөп алған мәле. Ҡышҡылыҡҡа тәмле лә, шифалы ла ҡайнатмалар әҙерләп ҡуйырға була. Ҡайһы бер егәрле ҡатын-ҡыҙҙар ошо ваҡытта аҡса эшләп ҡалыу яғын да хәстәрләй, емеш-еләк һатып байтаҡ ҡына килем ала.

Еләк-емеш миҙгеле - уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың көтөп алған мәле. Ҡышҡылыҡҡа тәмле лә, шифалы ла ҡайнатмалар әҙерләп ҡуйырға була.

Ҡайһы бер егәрле ҡатын-ҡыҙҙар ошо ваҡытта аҡса эшләп ҡалыу яғын да хәстәрләй, емеш-еләк һатып байтаҡ ҡына килем ала.

Баҙарҙа кеше күп - кемдер һата, кемдер һатып ала. Еләк менән сауҙа иткән апайҙар янына туҡтайым, хаҡтарын белешәм. Ҡайын еләгенең 0,5 литрлыҡ банкаһы 250 һум тора, ер еләгенең биш литрлыҡ биҙрәләгеһен 500-600 һумға, 10 литрлығын 900-1000-гә һатып алырға мөмкин. Ҡалала йәшәүселәр баҡсала үҫтерелгән, урман-яландарҙан йыйып алынған емеш-еләккә өҫтөнлөк бирә .

Аҡса емеше түгел, баҡса емеше, тиһәләр ҙә, түтәлдәр һәм ҡыуаҡтар емештән һығылып торһон өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Баҡса еләгенең 0,5 литрлыҡ банкаһын 150 һумға алырға була.

- Йәйҙе мин бигерәк тә яратам, көтөп алам. Йәйҙең бер көнө - ожмахҡа тиң, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, - ти Ташҡыя ауылынан килгән Зилдә Ситдиҡова. - Еләкте көн дә йыйып һатыуға алып киләм, әле 15 мең һум аҡса эшләп алдым да инде. Иртә менән килеп ултырһам, төшкөлөккә һатып бөтөп, ҡайтып та китәм. Сейә, муйыл ваҡыты етһә, уны ла йыйып һатам, - тип бәйән итте.

Рәзилә Вилданова ла еләк- емеш менән һатыу итә, Ахун ауылынан килгән.

- Емеш-еләккә йөрөү - үҙе үк күңелле ваҡыт. Бына әле һатыуға көртмәле, ҡара ҡарағат, еләк алып килдем.

Ҡарағаттың килоһы - 200, көртмәленең литры 300 һум. Алыусылар етерлек. Күптәр көртмәле йыйыуҙы еңел кәсеп тип ҡарай. Әммә был емеште йыйыр өсөн бик сабыр кеше булырға кәрәк. Бер бәләкәй генә биҙрәне тултырыр өсөн дә көнө буйы йөрөйһөң. Хаҡына килгәндә, минеңсә, ҡыйбат түгел. Күп көс түгелә бит. Көртмәле - иң шифалы һәм сихәтле емештәрҙең береһе.

Мәрйәм Атаманова һатыуға ҡайын еләген алып сыҡҡан. Ошо еләкте һатып 26 мең һум аҡса эшләп тә алған инде. Хатта Межозерный ҡасабаһынан да килгәндәр икән. Мария Дмитриевна тормош иптәше менән баҡса еләген һаталар. Йәшник-йәшник «Виктория» еләге янына байтаҡ ҡына кеше лә йыйылып киткән. Әле баҡсала бешә торғаны күп, тип тә аптыраттылар. Уңған ҡатын, ергә эйелгән ас ҡалмаҫ, тигән әйтемде ҡолағына элеп, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Ала яҙҙан ҡара көҙгәсә ерҙә мәж килгәс, уңышы ла инәлтмәй.

- Әлбиттә, үҙенән-үҙе генә булмай бер нәмә лә - тырышырға кәрәк. Еләктәремде бала кеүек тәрбиәләйем. Уларҙы бит тейешенсә ҡараһаң ғына уңыш бирә. Сабырлыҡ талап ителә.

Үҙебеҙгә етерлек ҡайнатма әҙерләп алғандан һуң ғына һатабыҙ. Хәйер, үҙебеҙгә генә түгел, балаларға ла хәстәрләп ҡуябыҙ. Йәй аяғың тыпылдамаһа, ҡыш ауыҙ сәпелдәмәй бит инде, - ти уңған ханым.

Афариндан башҡа ни әйтәһең инде ошо уңған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап! Ошондай егәрле, тырыш кешеләр ҡулында бит ул тормош.

Читайте нас: