Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
24 Июль 2019, 10:19

Ҡарбуз миҙгеле башланды

Баҙарҙа, магазин кәштәләрендә өйөлөп ятҡан ҡарбуз һәм ҡауындар янынан тыныс ҡына үтеп китермен тимә.

Баҙарҙа, магазин кәштәләрендә өйөлөп ятҡан ҡарбуз һәм ҡауындар янынан тыныс ҡына үтеп китермен тимә.

Ошо көндәрҙә Учалы мәғлүмәт үҙәге хәбәрселәре БР «Консул» ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Ринат Мостафин менән рейдҡа сығып, ҡаланың төрлө мөйөштәрендә һатылған ҡарбуз-ҡауындарҙа нитраттар бармы-юҡмы - шуны тикшерҙек.

Ғәҙәттә, баҡсасылар нитраттарҙы тиҙерәк һәм ҙурыраҡ булып үҫһен өсөн тултыралар. Ә улар кеше өсөн зыянлы, организмда йыйылып, һуңынан аҫтыртын рәүештә килеп сығыуы бар.

Май-июндә магазиндарҙа, нигеҙҙә, Ирандан, Төркиәнән, Марокканан, Ҡытайҙан килтерелгән баҡса культураларын һаталар. Әле иһә Ҡаҙағстандан килтерелгәне һатыуға сығарылған, оҙаҡламай Ырымбурҙыҡы өлгөрәсәк.

Рейд барышында уларҙағы нитрат күләмен тиҙ генә белеп була торған махсус тестер ярҙамында тикшереү форсаты тейҙе. Ҙур еләктәрҙе төрлө һатыу нөктәләренән - магазин кәштәһенән, урамда һатыусы өс урындан алып тикшереп ҡарарға булдыҡ. Хаҡтар төрлөсө, магазинда - 23, баҙарҙа 19-20 һум тора.

Тәүҙә үҙәк баҙарға туҡталдыҡ, бында татлы емеште ике урында һаталар. Беренсе сауҙа нөктәһендә һатыусыһы менән аңлашып килешә алманыҡ. Ниндәй маҡсат менән йөрөүебеҙҙе ишетеү менән һуҡрана башланы. Ҡарбузын тикшертеүҙән ҡырҡа баш тартты. Әлбиттә, экспертиза эшләтергә бер нисек тә дәғүәләшеп булмай. Ә бына теге йәки был әйберҙең ҡайҙа һәм кем тарафынан етештерелгәнен күрһәтеүсе сертификатты һорарға һәр кемдең хоҡуғы бар. Хужаның документтары теүәл, нитраттар концентрацияһы 58-63 мг/кг, нормаға тулыһынса тура килә.

Һатыусыһы ныҡ ҡаршылашһа ла, ҡарбузын тикшерергә әмәлен таптыҡ. Беҙҙән һуң татлы еләкте һатып алған ханымға тестер менән нитрат күләмен асыҡларға тәҡдим иттек. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса ҡарбуздарҙағы нитраттар миҡдары рөхсәт ителгән норманан бер аҙ ғына юғары. Икенсе нөктәлә лә шул уҡ хәл. Ҡауында нитраттың нормаһы 90 мг/кг булырға тейеш, беҙ тикшергән һары тәмлекәстәрҙә күрһәкестәр нормаға тура килде. Хәүефләнмәйенсә ашарға була. Әйткәндәй, ҡарбузды өй шарттарында ябай ғына ысул менән тикшереп ҡарарға мөмкин. Бер стакан һыуға бер-ике ҡалаҡ ҡарбуз иҙмәһе һалабыҙ. Һыу шунда уҡ ҡыҙғылт-алһыу төҫкә инһә, ҡарбузда химикаттар күп тигәнде аңлата, әгәр һыу төҫөн үҙгәртмәй, бер аҙ томаланһа, еләкте ҡурҡмай ашарға ярай.

Күптәр, нитратомерҙарға ышанырға ярамай, тип бара. Һорауға асыҡлыҡ индереү өсөн белгестәргә мөрәжәғәт итергә булдыҡ.

Белорет ветеринария лабораторияһына алынған өлгөләрҙә нитраттар һәм пестицидтар норманы күрһәткән. Тик шуныһы ла бар - еләктәрҙе эшҡыуарҙар үҙҙәре генә һайлап килтергән икән.

Урындағы ветеринария станцияһында белдереүҙәренсә, учреждение хеҙмәткәрҙәре баҙарға тикшереү менән даими сығып торалар. Әлегә тиклем һатыусыларға ҡарата дәғүәләре булмаған. Бер нисә йыл элек тикшереү барышында нитраттар норманан тыш булыуы арҡаһында ҡарбуз тейәлгән йөк машинаһын район биләмәһенә инергә рөхсәт бирелмәгән икән. Нитратомерҙар-ға белгестәрҙең үҙ фекере бар.

- Магазиндан һатып алынған прибор дөрөҫ күрһәтә, тип аныҡ әйтеп булмай. Нитратомер стерилле урында һаҡланырға тейеш, көнкүрештә ундай тейешле шарттар тыуҙырыу ҡатмарлы. Иң мөһиме, прибор махсуслашҡан лаборатор ойошмала тикшереү үтергә һәм көйләнергә тейеш, шунда ғына дөрөҫ күрһәтәсәк, - ти ветеринария станцияһы начальнигы Радис Таһиров.

Шулай ҙа белгестәр баҡса культураларын юл буйҙарынан һатып алмаҫҡа кәңәш итә.



Читайте нас: