Уҙған аҙнала район хакимиәтендә РФ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығының Учалы район ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге һәм профилактика эштәре буйынса начальнигы Рим Йәриев урындағы үҙидаралыҡ органдары вәкилдәре, ауыл старосталары менән янғындарҙы профилактикалау буйынса әңгәмә уҙғарҙы.
Әлеге ваҡытта 86 ауылда 95 староста иҫәпләнә. Уларҙы ауылдаштары һайлап ҡуйған. Старосталар ауылдың йәшәйешендә мөһим роль уйнайҙар, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашалар. Берәй эш башҡарыр алдынан мотлаҡ уларҙың фекере лә иҫәпкә алына торған.
Әйткәндәй, һәр биләмәлә «Торлаҡ» профилактика төркөмө булдырылған. Уның составына фельдшерҙар, мәктәп директорҙары, клуб мөдирҙәре, депутаттар инә. Хәҙер старосталарҙы ла беркеткәндәр, халыҡ араһында янғынды профилактикалау буйынса аңлатыу эштәре алып баралар улар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл төбәгебеҙҙә янғын сығыу осраҡтары байтаҡ теркәлде, һәләк булыусылар ҙа бар. Рим Урал улы әйтеүенсә, фажиғәләр кешеләрҙең хәүефһеҙлек сараларын үтәмәүҙәре арҡаһында килеп сыға.
Йыш ҡына янғындар мейесте артыҡ ныҡ яғыуҙан, унда ярылған урындар булыуҙан, ут тоҡандырыу өсөн тиҙ ҡабынып китеүсе шыйыҡсалар ҡулланыуҙан, иҙәнгә утлы күмер төшөү һөҙөмтәһендә килеп сыға икән.
Шулай уҡ янып торған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырыу осраҡтары ла йыш күҙәтелә. Айырыуса ҡаты һыуыҡтар-ҙа мейесте көн буйына яғыусылар бар, һөҙөмтәлә, мейес ныҡ ҡыҙа, әгәр ҙә ағас стенаға йәки мебелгә тейеп тора икән, янғын сығыу ҡурҡынысы бар. Мейестең һәм төтөн юлының төҙөклөгөн мотлаҡ тикшереп торорға, ремонтларға һәм ҡоромдан таҙартырға, ярылған урындарын балсыҡ-ҡом ҡатнашмаһы менән һыларға, сарҙаҡта, ҡыйыҡта мөрйәне аҡларға кәрәк. Өс айға бер тапҡыр мейестең төтөн юлдарын йыйылған ҡоромдан таҙартыу мөһим. Мейес менән йылытылған мунсаһы йәки баҡсала йорто булғандарҙы ла ошо эште башҡарыуҙары һорала. Мейестең дөрөҫ сығарылмауы арҡаһында ла янғын сыҡҡан осраҡтар бар төбәгебеҙҙә.
- Күп тапҡырҙар үҙемә лә шаһит булырға тура килде, кешеләр мейестәренә саҡ һыйҙырышлы утын һалып яғалар. Ошо арҡала мейестең ҡапҡасы ябылмай, ут сәсрәп тора. Йә булмаһа электр сымдарында кер киптергәндәрен. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген бөтөнләй оноталар, ә аҙаҡтан һуң булыуы мөмкин. Янғындарҙың дүрттән бер өлөшө ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында була. Янғындарҙа һәләк булыусыларҙың күбеһе иҫерек килеш тәмәке тартыусылар, - тине Рим Йәриев сығышында.
Йорт хужаларына янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар һатып алыу ҡуйыу фажиғәне булдырмаҫҡа ярҙам итәсәге тураһында ла әйтелде. Янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор янғын башланыуы тураһында белдертә. Махсус элементтар ярҙамында ул барлыҡҡа килгән төтөндө һиҙеп, тауыш сигналы бирә. Хаҡы ҡиммәт түгел - уртаса 307 һум.
Ауыл старосталары ошондай кәңәшмәләрҙең мөһимлеген билдәләп үттеләр.
- Халыҡ менән янғын хәүефһеҙлеге тураһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Айына ике тапҡыр комиссия менән имен булмаған ғаиләләргә, яңғыҙ йә-шәгәндәрҙең, күп балалыларҙың өйҙәренә кереп тикшереү үткәрәбеҙ. Янғын һағы посына аҡса йыйыуға ла кешеләр ыңғай ҡарай.
Беҙ ҙә халыҡ дәррәү, янғын сыға ҡалһа күмәкләшеп һүндерергә сығабыҙ. Ауылда ирекле янғын һүндереү командаһы эшләй, техника бар, үҙ көсөбөҙ менән уға йылы урын эшләп ҡуйҙыҡ. Өлгөрмәй китһәләр, ҡайһы ваҡыт ауыл хакимиәте башлығы Армизонов үҙе лә янғын һүндереү машинаһына ултырып ярҙамға сыҡты, - ти Кирәбе ауылы старостаһы Владимир Армизонов.
Һәйтәктән Зәйнулла Йәнгизов та биләмәлә профилактика эшен яҡшы алып барылыуын билдәләне.
- Һыу мәсьәләһе генә борсолоу тыуҙыра. Янғын сыға ҡалһа, һыу тапмай ыҙалайбыҙ. Ауылда быуа бар, әммә һай, машина инеп һыу һурҙырырлыҡ түгел. Киләсәктә мәсьәләне хәл итергә ярҙамлашырға вәғәҙә бирҙеләр, - тине ул борсолоп.
Ут, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ. Әгәр һәр ҡайһыбыҙ дөйөм билдәле янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәһә, бындай хәүеф аҙыраҡ буласаҡ. Ишетегеҙ әйткәнде!