Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Июль 2019, 10:30

Газға тоташтырыу дауам итә

Таныш булмаған кешеләрҙең күплегенән башы әйләнгән эт ояһының төбөнә инеп боҫто. Ә бына бесәй, кинәт хасил булған мәхшәргә төкөрөп тә бирмәйенсә, ихаталағы юлға арҡыры аунап йоҡлай бирҙе. Ашаҡлап үттек. Көн эҫе, шуға ла мәхлүк иркенләп, һуҙылып ята. Хәҙер ни, хатта ҡыштарын да хужаларының өйөндә ныҡ йылы буласаҡ.

Таныш булмаған кешеләрҙең күплегенән башы әйләнгән эт ояһының төбөнә инеп боҫто. Ә бына бесәй, кинәт хасил булған мәхшәргә төкөрөп тә бирмәйенсә, ихаталағы юлға арҡыры аунапйоҡлай бирҙе. Ашаҡлап үттек. Көн эҫе, шуға ла мәхлүк иркенләп, һуҙылып ята. Хәҙер ни, хатта ҡыштарын да хужаларының өйөндә ныҡ йылы буласаҡ.

Бөгөн Учалы ауылының Йәштәр урамында көн күргән Сибәғәтуллиндар йорттарында «зәңгәр ут» ҡабыҙып шатлана бит. Хужа, Рафаэль Рамаҙан улы йылтыу ҡаҙанлығын эшкә егеү нескәлектәре тураһында белгестәрҙең кәңәштәрен диҡҡәт менән тыңлаған арала, хәләл ефете плитаны шыжлатып, йәһәт сәйнүк ҡуйып та ебәрҙе.

Гөлсирә Байрамғәли ҡыҙы оҙаҡ йылдар район мәҙәниәт йортонда хеҙмәт итә. Уның һүҙенән, февраль айында газ ҡоролмалары юллау һәм урынлаштырыуға тотоналар ҙа, артыҡ мәшәҡәтһеҙ әле эште аҙағына еткерҙеләр.

- Әлегә тиклем ҡышҡа ике машина утын хәстәрләр инек, йылытыу өсөн электр утын да тотондоҡ, әммә уныһы ҡиммәткә төшә, хәҙер йәшәйеш тамырҙан үҙгәрәсәк инде, - тип ҡыуана Гөлсирә Сибәғәтуллина.

Хужабиккә район, республика, газ үткәреүгә ҡағылышлы бөтә учреждениелар етәкселегенә һәм хеҙмәткәрҙәренә ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе. Сибәғәтуллиндарҙың йорто ҙур, матур һәм бөхтә, заманса уңайлылыҡтар хәстәрләнгән. Газ да үткәс, ҡала фатир-коттедждарынан бер ере кәм түгел инде.

Ә беҙ, алсаҡ хужаларға ҡунаҡ булып төшөү алдынан, 8 Март урамында ШРП - шкафлы көйләү пункты - газ баҫымын кәметеүсе ҡоролманы сафҡа индереү тантанаһында ҡатнаштыҡ. «Бөгөн үк тиҫтәләп йорт газға тоташтырыла, алтмыш тирәһе өйҙә әҙерлек эштәре бара», - тип самалай Учалы ауыл ултырағы хакимиәте башлығы Алберт Мостафин.

Район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алик Сәләхетдинов ентекле аңлатма бирҙе: Учалы ауылын газлаштырыу «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» программаһы сиктәрендә 6 этапта үткәрелә. Былтыр 2-се этап башҡарыла - Бәләкәй Учалы ҡасабаһына магистраль газ торбаһы һалынды. 1-се этап 2017 йылда башланып, фәҡәт әле тамамланды, тулайым алғанда 6,5 км торбалар һалына, технологик ҡоролмалар урынлаштырыла, 205 йортҡа газға тоташыу мөмкинлеге булдырыла (Әхмәтғәлин, Йәштәр, 8 Март, Вокзал, Совет урамдарында). 3-сө этапты ла быйыл тамамлау күҙ уңында тотола - 5,9 км торбалар һалып, 267 йортто, социаль объекттарҙы газға тоташтырыу мөмкин буласаҡ (Шайморатов, Хоҙайбирҙин, 1-се һәм 2-се Яр, Киров урамдары, Тыныслыҡ тыҡрығы, Баһауетдинов урамының йоп яғы).

Тәүге өс этапҡа 30,7 миллион һум бүленә, ҡалған этаптарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн дә дәүләт ҡаҙнаһынан етерлек аҡса бирелһен тип теләргә генә ҡала! Һәр ҡайһыһы өсөн финанслауҙы айырым юлларға тура килә икән бит. Әле Учалы ауыл ултырағы сама менән яртылаш газлаштырылған.



Читайте нас: