Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
30 Июль 2019, 10:51

Алға, батырҙар! Һынатманыҡ

Серле һәм мәғрүр, борон ғибәҙәтхана, үҙенә күрә обсерватория урынлашҡан Баҡшай яланында хәҙер инде өсөнсө тапҡырға III «Ай, Уралым, Уралым!» этно-фестивале гөрләп үтте. Халыҡты күп йыйҙы.

Серле һәм мәғрүр, борон ғибәҙәтхана, үҙенә күрә обсерватория урынлашҡан Баҡшай яланында хәҙер инде өсөнсө тапҡырға III «Ай, Уралым,

Ура-лым!» этно-фестивале гөрләп үтте. Халыҡты күп йыйҙы.

Фестивалде асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов сараны ойоштороусыларға, әҙерлек эштәренә көс-ваҡыттарын йәлләмәгән иптәштәргә, ҡатнашыусыларға ихлас күңелдән рәхмәт әйтте. Һәм сығышын сәмле үә дәртле ауаз менән тамамланы: «Алға, батырҙар!» Республика ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Рәшиҙә Солтанова Өфөләге яҡташтарыбыҙҙан ҡайнар сәләм еткерҙе. «Силәбе өлкәһендәге Арҡайым Арҡайым түгел ул, ысын Арҡайым - беҙҙең Баҡшай!»- тигәне алҡыштарға күмелде. Икенсе яҡташыбыҙ, «Ағиҙел» предприятиеһы директоры Зөһрә Исмәғилова фестивалгә бағыусылыҡ ярҙамы рәүешендә тирмә бүләк итеүе тураһында хәбәр менән шатландырҙы. Ә Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Артур Әлибәков әйткән һүҙҙәрҙе һәр мәктәп, һәр учреждение, һәр йорт түренә яҙып элеп ҡуйыр инек: «Телен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлаған халыҡ ҡына халыҡ булып һаҡлана ала». Нәҡ шулай бит ул!

...Нимә-нимә, ә милли рух фестивалдә саф шишмә булып, мул итеп урғылды.

«Ҡалҡан» бейеү ансамбле сығышы үҙе генә ни тора - һөлөктәй егеттәр, гөлдәй ҡыҙҙар һөңгө-ҡылыс менән дә алыша, сыбыртҡы ла шартлата - бик кинәнесле тамаша күрһәттеләр ҡунаҡтарға.

Милли атрибутика, аш-һыу менән сауҙа йәнле барҙы.

Яңыраҡ үткәрелгән «Торатау йыйыны» республика байрамында буҙаһы 1-се урын алған Миндәк ауылынан Рәйхана Фәхретдинованың эсемлегенән ауыҙ иттек. «Артыҡ бер ни өҫтәмәйем, әллә ни серҙәрем юҡ, бисмиллалап тотонһаң, үҙенән-үҙе татлы килеп сыға», - ти ул. Ҡунаҡбай ауылы ағинәйҙәре Тәскирә Ханнанова менән Таңһылыу Йосоповаларҙың кәштәләре янында лә оҙаҡ һоҡланып торҙоҡ: күҙ яуын алырҙай ҡашмау-түшелдеректәр, ҡорама, хатта, ҡупшы итеп бәйләнгән түбәтәйҙәр - һуңғыһын тәүләп күреүебеҙ.

Һәйтәк ауылынан Фәнит ағай Шаһиев ойошторған «Баҡшай уыйндары»нан да оҙаҡ айырылып булманы. Ниндәй мәғәнәле һәм файҙалы бит халыҡ уйындары. Әйтәйек, баланың һыбай ултырырға әҙерлеген асыҡлау: ергә ҡаҙалған ҡылыс тирәләй 25 тапҡыр өйөрөлөп, 25 аҙым араны йүгереп үтеп сәпкә (һарыҡ тиреһенә) ҡылыс менән һуғып тейҙерә алаң икән - «вестибуляр аппаратың» теүәл, аттан йығылып төшмәҫһең. Был һынауҙы үтергә тәүәкәлләмәнек, ә бына беҙҙең үтенес менән Учалы урта мәктәбе хеҙмәткәре Альфред Юламанов анһат үтте. Дүрт тиҫтәнән ашыу йыл хеҙмәт стажы туплаған олпат кеше булһа ла, физкультура уҡытыусыһы бит! Әйткәндәй, уғатарлыҡ менән дә шөғөлләнә башлаған, әлегә милли кейем юҡлығы ғына мәргәндәр ярышында рәсми рәүештә ҡатнашырға ирек бирмәне.Ике үҫмер «теҙген» (арҡыры үрелеп һалынған арҡан остары) тартып, кем-кемде урынынан ҡуҙғата алыуҙа көс һынашыу, ҡылыс менән алышыу, тоҡ кейеп йүгерешеү - һәм башҡа күп уйындар. Яңы Байрамғол үҫмерҙәре Марсель, Динислам, Рузелдең сослоғона, сәменә һәм таһыллығына айырыуса һоҡландыҡ, күҙ генә теймәһен! «Йыр-бейеү тәңгәлендә апай-әбейҙәр фольклорға төшөндөрһөн, ә бына милли уйындарға өйрәтеү - фәҡәт ир-ат эше, ошо рәүештә ғәйрәтле һәм ҡыйыу уҙамандар тәрбиәләнә!» - тип иҫәпләй Фәнит ағай. Һәм фестивалдә ҡалған спорт төрҙәренә артыҡ бүленмәй, уғатарлыҡҡа төп баҫым яһалыуҙы хуплап телгә алды. Эйе, уҡ атыуҙың ниндәй генә төрҙәре булманы, йүгереп тә, ятып та, әйләнеп тә атыу тигәндәй! Барыһы ла һоҡландырҙы, ифрат матур тамаша. Һәр береһен ентекләп тасуирларға урын да еткерерлек түгел, еңеүселәрҙе атау менән сиклнәйек был тапҡырҙа.

«Төрөк путаһы» (һыбайлы силуэты) буйынса 70 метрға атышыуҙа һөҙөмтәләр.

Ир-егеттәр араһында:

1. Хөрмәт Таһиров, Сибай.

2. Руслан Әхмәҙиев, Учалы.

3. Юлай Ғәлиуллин, Өфө.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1. Динә Вәлиева, Учалы.

2. Лиана Ихсанова, Учалы.

3. Әлиә Ишморатова, Бөрйән.

Ун этаптан торған «Баҡшай мәргәне» бәйгеһендә еңеүселәр түбәндәгесә булды:

Ир-егеттәр араһында:

1. Салауат Юлбирҙин, Бөрйән.

2. Хөрмәт Таһиров, Сибай.

3. Руслан Әхмәҙиев, Учалы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1. Динә Вәлиева, Учалы.

2. Лиана Ихсанова, Учалы.

3. Әлиә Ишморатова, Бөрйән.

Алты этаптан торған коман-далар ярышы еңеүселәре:

1. Учалы - «Ирәмәл» (Лилиә Низаметдинова, Самат Ғатауллин, Рөстәм Теләүбирҙин, Рәис Низаметдинов).

2. Бөрйән (С.Юлбирҙин, Д.Юлбирҙин, И. Ишморатов, Ә. Ишморатова).

3. Учалынан икенсе команда - «Аҡ бүре» (Руслан Әхмәҙиев, Лиана Ихсанова, Хөрмәт Таһиров, Илдар Исхаҡов).

«Азиянан - Европаға» турниры еңеүселәре:

Ир-егеттәр араһында:

1. Руслан Әхмәҙиев, Учалы.

2. Рөстәм Багаев, Әбйәлил.

3. Урал Кирәев, Сибай.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

1. Әлиә Ишморатова, Бөрйән.

2. Мира Кәримова, Ишембай.

3. Зөһрә Иҫәнова, Ишембай.

Балалар араһында иң мәргән уҡсы - яҡташыбыҙ Батыр Хәйретдинов тип танылды.

Фестивалгә быйыл айырыуса үҙенсәлек биргән бер яңылыҡ - Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, яҡташыбыҙ Айнур хәҙрәт Бирғәлин бөтә көрәш төрҙәре алымдарын үҙенә туплаусы хәрби һәм спорт сәнғәте - грепплингты үҫтереү маҡсатында бәләкәй турнир ойошторҙо. Һәм үҙе семинарҙа мастер-класс күрһәтте. Бик мәслихәт, сәләмәт йәшәйеш буйынса йәштәргә айырыуса үтемле пропаганда был! Уғатарлыҡ һәм көрәш Ислам динендә айырыуса хупланыуы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр инде.

Фестивалдең сәнғәт өлөшө лә бик сағыу һәм күңелле барҙы. Унда ҡатнашҡандар барыһы ла еңеүсе, ә рәсми рәүештә түбәндәге артист-коллективтар билдәләнде, тип хәбәр ителде.

«Яңғыҙ йыр» номинацияһында Ҡужайҙан Рифҡәт Мөхәмәтшин, ансамблдәр араһында - Ҡунаҡбай ауылының мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре менән «Заман» этнотөркөмө1-се урын яуланылар. «Яңғыҙ бейеү»ҙә - Оҙонгүлдән Мәнфүзә Левинцова, бейеү ансамблдәре араһында Иҫке Байрамғол ауылы бейеүселәре менән «Ҡалҡан» бейеү ансамбле 1-се дәрәжә диплом менән наградланды. «Фольклорҙың бер көнө» тип исемләнгән бәйгелә Ҡәйепҡол ауыл клубы, Ҡунаҡбай менән Наурыҙ мәҙәниәт йорттары, Мәҫкәү инструменталь ансамбле еңеүсе. «Йәйғор» фольклор ансамбле (Уральск), Гөлйемеш Рәҡипова, Илсе мәҙәниәт йорто («Баҡшай уйындары») - еңеүселәр. Был хаҡта яҙырбыҙ әле алдағы һандарҙа.

- «Ай, Уралым, Уралым» матур үтһен өсөн һәр яҡлап ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдиновҡа, хакимиәт һәм ауыл ултыраҡтары хеҙмәткәрҙәренә, спонсорҙарға, артист һәм спортсыларға, ирекмәндәргә бар күңелдән рәхмәт белдерәм. Хоҙай ҡушһа, был байрамыбыҙ йылдан-йыл киңерәк ҡолас йәйеп, төбәгебеҙҙең йөҙөк ҡашына тиң сағыу брендына әйләнер! - тип йомғаҡланы фестивалдең директоры һәм мәргән уғатар Рәис Низаметдинов. Иншаллаһ! Шулай булһын!





Читайте нас: